1 ғинуарҙан:
► хайуандарҙың йоғошло ауырыуҙары таралғанда транспортты дезинфекциялау мотлаҡ;
► зоотехниктар мал иҫәбен алып бара ала;
► Рәсәйгә тоҡомло хайуандарҙы, ҡоштарҙы һәм балыҡтарҙы, шулай уҡ уларҙың орлоҡтарын һәм эмбриондарын һатыу һәм индереүҙә НДС-тың (өҫтәмә хаҡҡа һалым) 10 проценты ҡаралған.
1 марттан:
► ҡайһы бер ветеринар препараттар һатып алыу өсөн рецепт кәрәк;
► аттарҙы мотлаҡ маркировкалау ваҡыты тамамлана;
► сусҡа килаһына (инфекцион ауырыу) ҡаршы көрәш буйынса яңы ветеринар ҡағиҙәләр инә.
1 сентябрҙән:
► сәнәғәт секторында бал ҡорттарын, тиреле хайуандарҙы, дөйәләрҙе, болан һәм ҡуяндарҙы мотлаҡ маркировкалау ваҡыты үтәсәк;
► органик продукцияны маркировкалау ҡағиҙәләре ҡатмарлаша.
Район-ҡала ветеринария станцияһы.