Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Сентябрь 2025, 13:11

Һайлауҙар тыныс үтһен!

Һайлау -2025

Һайлауҙар тыныс үтһен!
Һайлауҙар тыныс үтһен!

Ҡаланың Автовокзал бинаһында 1303-сө һайлау участкаһы урынлашҡан. Комиссияла 16 кеше. Һайлаусылар һаны 2500 тирәһе, шулар арһынан 31-е тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк. Йәмәғәт палатаһынан күҙәтеүселәр бар.

Халыҡ иртәнге сәғәт 9-ға ҡарай әүҙем ағыла башлаған. Урта йәштәгеләр айырыуса активлыҡ күрһәтеп, үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәй. 110 кеше өйҙә һайлауға заявка биргән, улар өсөн 2 автомобиль тәғәйенләнгән.

- Быйыл участкабыҙ бик ҙур, сөнки 2 һайлау участкаһын берләштерә. Һайлауға саҡырыу ҡағыҙҙарын илткәндә, ҡала Советына һайлауҙар буласағы тураһында белмәүселәр ҙә булды. Беҙ уларҙы сәйәси ваҡиғанна ситтән тороп ҡалмауҙарын теләнек. Һайлауҙар тыныс үтһен һәм илебеҙҙә именлек именлек булһын, - тине участка ағзалары.

#БашҺайлау2025 #ҠалаСоветыДепутаттарынһайлайбыҙ #УралГәзитеҺайлау2025

Автор: Расима Салихова
Читайте нас