- Бер һайлауға ла бармай ҡалғаным юҡ, - ти 1297-се һайлау участкаһына тауыш бирергә килгән хеҙмәт ветераны, әүҙем йәмәғәтсе Марат Хәбибуллин ихлас йылмайып.
Заманында үҙем дә һайлауҙар үткәреүҙә ҡатнаштым. Элек бит һайлау ҙур байрам кеүек үтә торғайны. Һайлау үткәрер алдынан завод эшселәре депутатлыҡҡа кандидат булып теркәлгән кешенең программаһы менән таныша, уның биографияһын уҡый, осрашыуҙарҙа уға һорауҙар бирә. Һәр ваҡыт халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләгән кандидаттар депутат итеп һайланды, ти ветеран. Марат Яҡуп улы 40 йылдан ашыу заводта иң ҡатмарлы һәм ауыр эштә - ҡорос иретеү цехында эшләгән кеше. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте Башҡортостан хөкүмәте, завод тарафынан лайыҡлы баһаланған. Марат Хәбибуллин Ҡыҙыл байраҡ ордены менән наградланған, бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына эйә. Хеҙмәт ветераны әле лә әүҙем тормош алып бара, ул Туғандаш урамы комитетына етәкселек итә.
#БашҺайлау2025 #ҠалаСоветыДепутаттарынһайлайбыҙ #УралГәзитеҺайлау2025 Автор:Сатура Мингажитдинова