Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Сентябрь 2025, 11:27

Халыҡ актив ағыла

Һаулауҙар яҡшы бара.

Халыҡ актив ағыла
Халыҡ актив ағыла

Ҡаланың 13-сө мәктәбендә урындашҡан 1298-се һайлау учаткаһында район территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Эльвира Копытова иртәнге сәғәт 9-ҙа үҙенең тауышын бирҙе.

- Һайлауҙар тыныс, яҡшы мөхиттә бара. Иртәнге сәғәт 7-нән халыҡ гражданлыҡ бурысын үтәргә - ҡала Советына депутаттар һайлауға актив ағыла.

Беренсе тапҡыр тауыш биреүселәр ҙә, оло йәштәгеләр ҙә участкалар асылыу менән килеүе бик ҡыуаныслы.

Бөгөнгө көндөң матур һәм ҡояшлы булыуы ла кешеләргә тәьҫир итәлер, тауыш биреүселәрҙең барыһы ла итәғәтле, мөләйем йөҙлөләр.

Алдан тауыш биреүселәр күп булды, кисәге көнгә тиклем 197 кеше үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне. Тәүге тапҡыр тауыш биреүселәр 700 тирәһе. Беҙ уларға иҫтәлекле бүләктәр әҙерләнек.

Барлыҡ участкаларҙа ла байрамса кәйеф һиҙелә. Күп кенә мәктәптәрҙә көҙгө йәрминкәләр ойошторола. Һайлауҙар яҡшы үтер һәм граждандарҙың көн аҙағынаса актив булырына өмөтләнәм, - тине Эльвира Флюр ҡыҙы.

#БашҺайлау2025 #ҠалаСоветыДепутаттарынһайлайбыҙ #УралГәзитеҺайлау2025

Автор: Расима Салихова
Читайте нас