Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Сентябрь 2025, 12:03

Халыҡ әүҙемлеге ҡыуандыра

Һаулау барышы.

Халыҡ әүҙемлеге ҡыуандыра
Халыҡ әүҙемлеге ҡыуандыра

Ҡала Советына һайлауҙар барышы тураһында ҡаланың 13-сө мәктәбендә урынлашҡан 1298-се һайлау участкаһы рәйесе Ольга Тимохина таныштырҙы:

- Барыһын да бөгөнгө көндөң төп сараһы - ҡала Советына депутаттар һайлау көнө менән ҡотлайым. Сөнки һайлау көнө электән байрам көнөн хәтерләткән һәм әле лә үҙенең үҙенсәлеген юғалтмай.

Участкабыҙ бик ҙур - 2550 кеше тауыш бирә. Һайлаусыларыбыҙҙы участка ағзалары әҙерләгән көҙгө күргәҙмә менән ҡаршы алабыҙ, балаларға кәнфиттәр өләшәбеҙ.

Быйыл беҙҙә Уҡшыҡ биҫтәһендә йәшәүселәр ҙә һайлай. Бөгөн улар менән танышасаҡбыҙ, дуҫлашасаҡбыҙ.

Халыҡ иртәнге сәғәттәрҙән үк актив ағыла, әммә уларҙың күпселеген мәктәп йәрминкәһе барышында көтәбеҙ. Өйҙә һайлаусылар бик күп, улар өсөн 3 машина бар. Участка ағзалары оло йәштәгеләрҙең ҡайҙа йәшәгәнен белеп бөткән, һәр кемгә өйҙә тауыш биреүселәр бүлеп бирелгән. Заявкаларҙы көндөҙгө сәғәт 3-кә тиклем ҡабул итәбеҙ.

Тәү тапҡыр һайлаусылар 20 тирәһе. Уларға иҫтәлекле бүләктәр әҙерләнек. Һайлау комиссияһында 16 кеше эшләй. Көн эшлекле, матур үтер тип ышанам.

#БашҺайлау2025 #ҠалаСоветыДепутаттарынһайлайбыҙ #УралГәзитеҺайлау2025

Автор: Расима Салихова
Читайте нас