Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Сентябрь 2025, 12:44

Тәүге тапҡыр һайланы

Һайлау - 2025

Тәүге тапҡыр һайланы
Тәүге тапҡыр һайланы

Ҡаланың 13-сө мәктәбендә урынлашҡан 1298-се һайлау учаткаһында Евгения Абдулганина беренсе тапҡыр гражданлыҡ бурысын үтәне.

- Миңә 19 йәш. Һәр кемгә һайлауҙа ҡатнашыу мөһим һәм кәрәк тип иҫәпләйем. Бөгөн әсәйем Оксана Антипановна менән килдем. Ул һәр ваҡыт был сәйәси мөһим ваҡиғанан ситтә ҡалманы һәм миңә үрнәк булып тора. Шуға күрә, алдымда һайлауға барырғамы-юҡмы тигән һорау торманы. Сөнки киләсәк йәштәр ҡулында. Тимәк, беҙҙең, йәштәрҙең дә, тауышы мөһим, - тине ул.

Евгенияға һайлау комиссияһы рәйесе Ольга Викторовна иҫтәлекле бүләк тапшырҙы һәм киләсәктә лә гражданлыҡ бурысын үтәүгә яуаплы ҡарауын һәм йәштәштәренә өлгө булып тороуын теләне.

#БашҺайлау2025 #ҠалаСоветыДепутаттарынһайлайбыҙ

Автор: Расима Салихова
Читайте нас