Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Сентябрь 2025, 08:02

Тауыш биреү башланды

Тауыш биреү башланды.

Бөгөн, 14 сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә Белорет ҡалаһы ҡала биләмәһе Советына етенсе саҡырылыш депутаттарын һайлайбыҙ.

- Һайлау участкалары иртәнге 7-лә барыһы ла үҙ ваҡытында ишектәрен асты һәм тауыш биреүселәрҙе көтә, - тине райондың территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Эльвира КОПЫТОВА. Һайлауҙарҙы ойоштороу һәм үткәреүҙе 11 кешенән торған территориаль һайлау комиссияһы һәм 27 участка һайлау комиссияһы тормошҡа ашыра, уларҙа 353 комиссия ағзаһы эшләй. Әле ҡала һайлау участкаларында тәүге һайлаусыларҙы ҡабул итә башланылар. Белорет ҡалаһы ҡала биләмәһе Советына депутатлыҡҡа бөтәһе 44 кандидат теркәлгән, улар 20 бер мандатлы округ буйынса депутат мандаттары өсөн көрәшә. Ҡалала һайлаусылар һаны 47615 кеше тәшкил итә. Улар араһында 700-ҙән ашыу тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашасаҡ йәштәр ҙә бар. Тәүге тапҡыр гражданлыҡ бурысын үтәргә килеүсе 18 йәше тулған йәштәргә һайлау участкаларында иҫтәлекле бүләктәр әҙерләнгән. Һайлаусылар һайлау участкаларына килеп, ҡала өсөн яҡшы эштәр башҡарырҙай кандидаттарға тауыш бирер тип ышанам. Һәр тауыш мөһим. Тап һеҙ - һайлаусылар хоҡуҡтарығыҙҙы яҡлаусы, ғәҙел һәм нигеҙле талаптарығыҙҙы тормошҡа ашырыусы кешене - ҡала Советы депутатын билдәләйәсәкһегеҙ. Гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәгеҙ, Белореттың киләсәген формалаштырыуҙа әүҙем ҡатнашығыҙ. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ.

ҺҮРӘТТӘ: район территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Эльвира Копытова.

#БашҺайлау2025 #ҠалаСоветыДепутаттарынһайлайбыҙ #УралГәзитеҺайлау2025

Автор: Сатура Мингажитдинова
Читайте нас