Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Сентябрь 2025, 15:00

Акцияға ҡушылдыҡ

Акцияға ҡушылдыҡ.

Акцияға ҡушылдыҡ
Акцияға ҡушылдыҡ

Бөгөн тотош республикала дөйөм өмә һәм ағас ултыртыу буйынса "Йәшел Башҡортостан" акцияһы үтте. 2015 йылдан алып үткәрелгән сараның маҡсаты булып, экология мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтеү, ауыл, ҡасаба, ҡалалар биләмәһен йәшелләндереү, күркәм итеү, экологик хәлде яҡшыртыу тора. Ағас ултыртыу - ерҙә матур эҙ ҡалдырыуға тиң. Тирә-яҡты йәмләндереү, йәшелләндереүгә беҙҙә лә әүҙем ҡушылдылар. - Көн бер аҙ болоҡһоу булыуға ҡарамаҫтан, муниципаль район хакимиәте, ойошма, предприятелар хеҙмәткәрҙәре, студенттар, уҡыусылар акцияла күпләп ҡатнашты. Бөгөн беҙ Күп функциялы үҙәк һәм “Башҡорт ихаталары” программаһына ҡараған йорт эргәһендә йәмғеһе 20 ҡарағай ағасы ултырттыҡ. Үҫентеләр үҙебеҙҙең ерлектә үҫкән һәм улар артабан да ерегеп китһен өсөн тәрбиәләп торасаҡбыҙ, - тине район хакимиәте башлығы урынбаҫары Юрий Точилкин. Күп функциялы үҙәк эргәһендә үткән акцияла Өфө ҡалаһынан килгән ҡунаҡ - Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Рөстәм Нәбиуллин да ҡатнашты. Ул был акцияның ни тиклем мөһим булыуын телгә алды һәм һәр ҡатнашыусыға рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. Йәш натуралистар станцияһы директоры Любовь Баукина акцияның әһәмиәте тураһында, методист Айгөл Әхмәҙина ағастарҙы нисек дөрөҫ ултырырға кәрәклеген аңлатып сығыш яһаны. “Күмәкләгән - яу ҡайтарған " - тигәндәй, бергәләп һөйләшә-көлөшә эшләгәс, эш тә ырап ҡына торҙо. Шифалы ямғырҙар яуып үтһә, ултыртҡан үҫентеләр тиҙ арала буйға күтәрелер. Әйткәндәй, “Йәшел Башҡортостан” акцияһы йылына ике тапҡыр үткәрелә. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, таҙартыу, күркәмләндереүгә йүнәлтелгән был акция Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдың майындағы указына ярашлы тормошҡа ашырыла башлаған "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" йүнәлешенә ярашлы ла башҡарыла һәм уның маҡсаттарын бойомға ашырыуға булышлыҡ итә.

Автор: Расима Салихова
Читайте нас