Яугир иҫтәлегенә үткән сара икенсе тапҡыр ойошторола. Башланғыс кластар араһында беренсе тур үтеп, турнирға 25 шахматсы һайлап алынды. Шулай уҡ өлкән быуын вәкилдәре уйындың почетлы ҡатнашыусылары булды.
"Шахмат уйыны бөтә донъяға таралған аҡыл көсө, зирәклек талап иткән сәмле уйындарҙың береһе. Ул уйлау, фекерләү ҡеүәһен арттыра, хәтерҙе яҡшырта", - ти ярышта ҡатнашыусылар.
Уйын судьялары Илфат Ғайсин, Ирек Шәйҙуллин, Галина Зозуля уйында ҡатнашыусыларға юғары баһа ҡуйҙы. Шахматсыларҙың барыһы ла интеллектуаль ярышта күңелен һалып уйнаны, әммә финалға иң лайыҡлылар сыҡты. Һөҙөмтәләргә килгәндә, башланғыс кластарҙан I урынды - Данияр Зыкрин, II урынды - Динар Хилаев, III урындарҙы Ризуан Мөхәмәтйәров һәм Әлфинә Исрафилова бүлеште.
V-IX кластарҙан беренсе урындарҙы Ансар Ғайсин һәм Таймас Ғәлимйәнов бүлешһә, икенсегә Рушан Мөхәмәтйәров менән Родион Нуждин сыҡты, Рүзилә Шакирова өсөнсө булды. Ағайҙар ҙа ярыштан ситтә ҡалманы, һәр турҙа сәмләнеп уйнаны. Илфат Ғайсин, Мәүлит Кәримов, Динислам Мусин призлы урындарҙы яуланы.
Турнирҙа ҡатнашыусылар шахмат буйынса үҙ оҫталыҡтарын күрһәтеп кенә ҡалманы, ә уны белгәндәрҙең йөрәгендә яҡты эҙ ҡалдырған яугирҙың иҫтәлеген дә хөрмәтләне.
- Ауылдашыбыҙ үҙе лә спортсы булды, шахматты ла яҡшы уйнаны. Һәр яугир ҙа Батырлыҡ орденына лайыҡ булмай, “Куба”ны хатта Рәсәй телеканалдарынан да күрһәттеләр. Мәктәп ашханаһында ашнаҡсы булып эшләгән Мәҙинә Сәлих ҡыҙы лайыҡлы ул тәрбиәләп үҫтергән. Яугирҙың улы Дамир ҙа спорт менән мауыға, тимәк, лайыҡлы алмаш үҫеп килә, - тине Гөлсимә Самат ҡыҙы.
Рауил Ғаян улы иҫтәлегенә үткән турнирҙа ҡатнашыусылар һәм еңеүселәр Маҡтау грамоталары, миҙалдар, бүләктәр менән билдәләнде. Ойоштороусылар сараны юғары кимәлдә үткәреүгә булышлыҡ иткән бағыусыларға: уҡытыусы, ауыл советы депутаты һәм яугирҙың апайы Әҙилә Ҡасимоваға, “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһына, шахмат турнирын үткәргән һәм ойошторған, балаларҙы шахмат серҙәренә өйрәткән башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлсимә Мөхәмәтйәроваға рәхмәтен белдерә.
Шахмат халыҡтың аҡыллылығы, стратегияһы һәм берҙәмлеге символы булып ҡалһын, яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтары тураһында хәтерҙе һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итһен һәм Рәсәй халҡының киләсәк быуындары рухын нығытһын.
Эльвира ХӘМЗИНА яҙып алды.