“Герой партаһы”н асыуҙа район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов, район Советы секретары Альберт Азаматов, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәнова, мәғариф идаралығы начальнигы Ильмира Копытова, Егәҙе ауылы хакимиәте башлығы Альбина Лоҡманова, мәктәп директоры Рәил Ғәлиуллин, яугирҙың әсәһе Мәрйәм Зарипова һәм яҡындары ҡатнашты. Ҡунаҡтар уҡыусыларға мөрәжәғәт итеп, батырлыҡ төшөнсәләре, батыр яҡташтарына оҡшарға тырышырға, уҡыуҙа ла, спортта ла һынатмаҫҡа кәрәклекте әйтте.
Район етәксеһе Азат Салауат улы уҡыусылар, мәктәп коллективы, яугирҙың яҡындары һәм ауылдаштары алдында сығыш яһап:
- Бөгөн ҡасандыр һеҙҙең кеүек үк мәктәп партаһы артында ултырған ир-аҙамат - Илдар Зарипов иҫтәлегенә “Герой партаһы”н асырға йыйылдыҡ. Яугирҙың биографияһын уҡығанда, шуға иғтибар иттем: яҡындары уны ғәйәт ярҙамсыл, хәстәрлекле, изге күңелле тип ҡылыҡһырлай. Яуҙаштары яҡташыбыҙҙы “Вежливый” позывнойы менән иҫтәренә ала. Әйтелгәндәрҙең барыһы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Эйе, көс һәм ҡаһарманлыҡ гелән яңғырауыҡлы булмай. Ҡайһы саҡ улар шым, тыныс һәм ышаныслы. Илдар ҙа тап шундайҙарҙан ине. Ул башҡалар артына йәшеренмәне. Чечен Республикаһында хеҙмәт иткән, “Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы” билдәһе менән бүләкләнгән. 2022 йылда иһә, Ватан ҡушҡас, Илдар Хәбир улы йәнә хеҙмәт итергә юлланған. Ауыр яраланғандан һуң да ҡайтанан сафҡа баҫа. Сөнки башҡаса булдыра алмай - унда уның яуҙаштары ҡала. Ҡаһарманлығы өсөн яҡташыбыҙ II дәрәжә “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән баһаланған. Ул Желанное ауылы янында хәрби задание үтәгәндә, батырҙарса һәләк булды. Рәсәй Президенты Указы менән Илдар Зарипов, үлгәндән һуң, Батырлыҡ ордены менән наградланды, - тине.
Яугир Илдар Зарипов 2024 йылдың авгусында хәрби задание үтәгәндә батырҙарса башын һала. Шул йылдың декабрь айында Иҙел башы халҡы, ауылдаштары батыр яугир менән хушлашты, ә әсәһе Мәрйәм Сабир ҡыҙы һаман да улының был донъяла юҡлығына ышана алмай.
- Минең өсөн ул тере кеүек, көн дә улымды ҡайтыр, тип көтәм. Әйтерһең дә, бына, бына... һәм ул килеп инәсәк. Аҡылым менән аңла-
йым, ә ҡабул итә алмайым. Ваҡыт дауалай, тиҙәр, улай түгел икән, - ти ул күҙ йәштәре аша.
Хакимиәт башлығы урынбаҫары Зөлфиә Басир ҡыҙы билдәләүенсә, Егәҙе ауылынан ғына Бөйөк Ватан һуғышына 600-ләп кеше киткән, шуларҙың 300-ө генә әйләнеп ҡайта алған.
- Ата-бабаларыбыҙ үҙ ваҡытында Ватаны һағына баҫҡан. Әле илебеҙ күген хәҙерге заман батырҙары һаҡлай. Илдар Хәбир улы ла һеҙҙең кеүек ҡасандыр ошо коридор буйлап йүгереп йөрөгән, һеҙ ултырған парталарҙың береһендә ултырған. Яугирҙы тәрбиәләгән ата-әсәһенә рәхмәт әйтәбеҙ, - тине хакимиәт башлығы урынбаҫары.
“Герой партаһы” - ҡаһарманлыҡтың үлемһеҙлеге символы ул. Илдар Зариповтың исеме район һәм ул уҡыған мәктәп тарихында мәңгелеккә ҡаласаҡ. Был парта артында ултырыу хоҡуғына тик иң-иңдәр - уның кеүек үк белемгә ынтылғандар, өлкәндәрҙе хөрмәт иткәндәр һәм ярҙамға килергә әҙер булғандар ғына эйә. Ә тәүгеләрҙән булып ултырыу бәхете алдынғы уҡыусы Лиана Лоҡмановаға тейҙе. Башҡалар ҙа “Герой партаһы”на ултырып ҡарап, уҡыуҙа, спортта һынатмаҫҡа вәғәҙә бирҙе.