

Был көн ысын мәғәнәһендә спорт, рух көсө һәм маҡсатҡа ынтылыш байрамына әүерелде, әүҙемдәр нормативтарҙы үтәп кенә ҡалмаған, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп, лайыҡлы наградаларын да алды.
ГТО билдәләрен алырға төрлө быуын вәкилдәре - мәктәпкәсә йәштәге балалар, уҡыусылар, студенттар, хакимиәт, мәҙәниәт, мәғариф, башҡа предприятиелар хеҙмәткәрҙәре һәм өлкән йәштәге кешеләр сыҡты. Бөтәһе 100-гә яҡын райондашыбыҙ алтын билдә алды. Знактар менән билдәләнеүселәр араһында 30 сығарылыш класы уҡыусыһы ла бар. Улар өсөн ГТО билдәһе ғорурлыҡ ҡына түгел, юғары һәм махсус уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә өҫтәмә балдар бирә. Тағы ла 15 билдәне хеҙмәт коллективтары вәкилдәре алды. Спорт менән эштең яҡшы ярашыуын предприятие хеҙмәткәрҙәре шәхси өлгөһөндә раҫланы. Өлкәндәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы: 40 йәш һәм унан олораҡтар категорияһындағы 20 кеше йәштең яҡшы физик формаға ҡамасауламауын күрһәтте, ә 60-ты үткән быуындың өс вәкиле әүҙем йәшәү рәүеше йылдар үтеү менән актуаллеген юғалтмаған стиль икәнлеген иҫбатланы.
Тантана район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәнованың сәләмләү һүҙенән башланды.
- Бындай саралар йәмғиәттә сәләмәтлек мәҙәнилеген формалаштырыуҙың мөһим өлөшө булып тора. Бөгөн үҙ өлгөләрендә башҡаларҙы илһамландырыусыларҙы тәбрикләйбеҙ. Һәр алтын билдә - кешенең маҡсат ҡуйған һәм уға өлгәшкән тарихы. Был ысын илһөйәрлек: көс, сыҙамлыҡ һәм дисциплинаға таянып, эшләргә, яҡларға, ярҙам итергә әҙер булыу, - тине Зөлфиә Басир ҡыҙы.
Райондың ГТО комплексының тест үткәреү үҙәге етәксеһе Динә Әҙелмырҙина формала булыу ғәҙәте, маҡсат ҡуйыу һәм уға һәр этапта өлгәшеү һәләте тураһында аңғартты. Айырыуса бер нисә ғаилә ағзаһы награда алған ғаиләләрҙең булыуы маҡтауға лайыҡ.
Тантаналы сара наградалар тапшырыу ғына түгел, ә төрлө йәштәге һәм һөнәр эйәләрен берләштергән ысын байрамға әүерелде. Алтын билдә лә металл ғына түгел, кешенең спортта ла, тормошта ла һәр төрлө һынауҙарға әҙер булыуын билдәләй.