Район буйынса Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 4497 административ хоҡуҡ боҙоу осрағын асыҡлаған һәм протокол төҙөгән: иҫерек килеш транспорт сараһы менән идара итеү - 130, ҡаршы һыҙатҡа сығыу - 271, ҡайышты эләктермәйенсә транспорт сараһы менән идара итеү - 802, водитель таныҡлығы булмайынса идара итеү - 278, балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙоу - 105.
Балаларҙың юл-транспорт имгәнеүен иҫкәртеү буйынса эш ситтә ҡалмай. “Руль артына ултырма, малай!” социаль кампанияһы сиктәрендә мәғлүмәт-пропаганда эше дауам итә. 27 июлдән 2 авгусҡа тиклем республика биләмәһендә “1-се пассажир” юл хәүефһеҙлеге аҙналығы уҙғарылды. Сараның маҡсаты - балаларҙың юл-транспорт имгәнеүен кәметеү һәм юл-транспорт ваҡиғаларында пассажир-балаларҙы һаҡлау. Балаларҙы махсус ҡоролмаһыҙ автомобилдә йөрөткән өсөн район буйынса Дәүләт автоинспекцияһының юл-партуль хеҙмәте инспекторҙары 21 административ протокол төҙөнө.
31 июлгә тиклем Белорет ҡалаһы биләмәһендә бәлиғ булмаған йәйәүлеләр ҡатнашлығында 4 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларға медицина ярҙамы күрһәтелгән. Был ваҡиғаларҙа водителдәр ҙә, балалар ҙа ғәйепле.
Хөрмәтле ата-әсәләр, балалар, водителдәр! Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү - бөтәһе өсөн дә хәүефһеҙлек нигеҙе. Бер юл хәрәкәтендә ҡатнашыусының ҡағиҙәләрҙе боҙоуы ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Район буйынса Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре барығыҙға ла юлдарҙа иғтибарлы, сабыр һәм бер-берегеҙгә ихтирамлы булырға саҡыра.
Айгөл ӘХМӘТЙӘНОВА, полиция лейтенанты, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор.