Яңылыҡтар
10 Августа , 10:51

Бур тотолған

02 хәбәр итә.

Бур тотолғанБур тотолған
Бур тотолған

Район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 158-се һәм 161-се статьялары буйынса биш енәйәт ҡылыуҙа шикләнелгән Силәбе өлкәһе кешеһен ҡулға алды.

Полицияға урындағы халыҡтан мөлкәттең юғалыуы тураһында ғаризалар килә. Граждандарҙың береһе төнгө ваҡытта телефонын һәм 3 000 һум аҡсаһын урлауҙары тураһында хәбәр итә. Икенсе кеше 1 700 һум ағсаһы һәм банк карталары менән янсыҡ юғалыуы тураһында белдерә.

Шулай уҡ урындағы кафела енәйәтсенең касса аппаратын асып, 5 000 һум самаһы аҡса урлау осрағы теркәлгән. Учреждениела видеокүҙәтеү камералары юҡ, был енәйәтте асыҡлауҙы ҡатмарлаштыра. Йәнә бер граждан күрше ҡоймаһы аша  велосипедты урлауҙары тураһында, бер ҡатын билдәһеҙ кешенең уның өйөнә инеүе тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә.

Оператив-эҙләү саралары барышында полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсенең шәхесен асыҡлай һәм уны ҡулға ала. Ул Силәбе өлкәһендә йәшәгән граждан булып сыға. Ул законһыҙ эшмәкәрлектең бөтә эпизодтары буйынса таныу күрһәтмәләре бирә.

Бөтә енәйәттәрҙең дә төнгө ваҡытта, зыян күреүселәр йоҡлаған саҡта башҡарылыуы асыҡланған.

Әлеге ваҡытта ваҡиға сәбәптәрен асыҡлауға һәм ғәйепле кешене яуаплылыҡҡа тарттырыуға йүнәлтелгән тикшереү эштәре алып барыла. Тикшереү дауам итә.

Евгения Лисовская, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас