

Район буйынса эске эштәр бүлегенә урында йәшәгән ҡатын отошло инвестицияла ҡатнашырға теләп, аҡсаһынан “ҡолаҡ ҡағыуы” тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән.
Ғариза биреүсе аңлатыуынса, Интернет-сайттарҙың береһендә ул инвестициялар тураһында реклама күрә һәм тәҡдим менән ҡыҙыҡһынып, телефон номерын ҡалдырған. Тиҙҙән уның менән компанияның “операторы” бәйләнешкә инә, ул өҫтәмә эш хаҡы өлкәһендәге трендтар тураһында һөйләй һәм махсус ҡушымтала аралашыуҙы дауам итергә тәҡдим итә.
Телефонына ҡушымта ҡуйып, теркәлгәндән һуң ҡатын валюталарға акциялар менән таныша һәм старт иғәнәһе сифатында 8 000 һум аҡса күсерә. Аҡсаны сығарырға маташҡанда уға бер нисә вариант тәҡдим итәләр, шул иҫәптән 50 000 һумлыҡ кредитты рәсмиләштереү һәм валюта алмаштырыу өсөн эшләмәгән ҡушымтаны күсереп алыу. Һөҙөмтәлә ул енәйәтселәргә тағы ла 25 000 һум аҡса күсерә.
Мутлыҡ ҡорбаны булыуын аңлап, зыян күреүсе банкҡа мөрәжәғәт итә, әммә аҡсаның уға “бикле” булыуын асыҡлай. Унан һуң үҙенең иҫәптәрен яба һәм полицияға ғариза бирә.
Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт ҡылыуға ҡағылышы булған кешеләрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән оператив-эҙләү сараларын үткәрә.
Был осраҡ Интернетта финанс ҡарарҙар ҡабул иткәндә һаҡлыҡтың мөһимлеген иҫкә төшөрә. Аҡсағыҙҙы һаҡлағыҙ һәм һәр ваҡыт мәғлүмәтте тикшерегеҙ!
Евгения Лисовская, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.