

Һәр һалым түләүсе үҙенең эш хаҡы күләмен, түләнгән страховка иғәнәләрен һәм физик шәхестәрҙең килеменә һалымды «Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты» Федераль һалым хеҙмәте сервисы аша тикшерә ала.
«Килемдәр» бүлегендә эш биреүселәр һалым хеҙмәтенә тапшырған мәғлүмәттәр - үткән һалым осоро өсөн килем һәм тотолған һалым суммаһы (бынан алдағы йылдар өсөн дә мәғлүмәттәр бар), шулай уҡ үткән һалым осоро өсөн түләнгән страховка иғәнәләре (ағымдағы йылдың үткән кварталы һәм алдағы осорҙар өсөн дә) күрһәтелә.
Әгәр билдәле бер осор өсөн бүлектә түләүҙәр тураһында мәғлүмәттәр булмаһа, эш биреүсе һалым хеҙмәтенә отчет бирмәгән һәм НДФЛ, страховка иғәнәләрен күсермәгән. Йәки эш хаҡының бер өлөшө рәсми булмаған рәүештә («конвертта») түләнгән.
Шәхси кабинетта мәғлүмәттәрҙең булмауы шунда уҡ ҡағиҙә боҙоуҙы иҫбатламай, әммә айырма асыҡланһа, эш биреүсегә аңлатма һорап мөрәжәғәт итергә кәңәш итәбеҙ.
Шулай уҡ һалым хеҙмәтенә (шул иҫәптән «Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә» сервисы аша) йәки Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына ялыу менән мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Бындай контроль үҙ хоҡуҡтарығыҙҙы яҡлауҙың һөҙөмтәле ысулы булып тора.
Һалым хеҙмәте легаль булмаған эш хаҡының кире эҙемтәләре хаҡында иҫкәртә:
► ҡартлыҡта финанс тотороҡлолоғо булмауы (Рәсәйҙең социаль фондында түләнгән иғәнәләрһеҙ пенсия балдары тупланмай);
► НДФЛ буйынса һалым ташламаларын тулы күләмдә алыу мөмкин түгел - иҫәпләгәндә рәсми сығанаҡтар ғына ҡарала;
► рәсми уртаса эш хаҡынан иҫәпләнгән ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие, производство йәрәхәте осрағында компенсация алмау;
► эштән бушатылғанда тулы иҫәп-хисап түләнмәй;
► банкта кредит алмау.
Башҡортостан Республикаһы буйынса 30-сы район-ара һалым инспекцияһы.