

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре бәхәс барышында иҫерек килеш ҡатынына уртаса ауырлыҡтағы тән йәрәхәте һалған ирҙе ҡулға алған.
Медицина белгестәре һығымтаһына ярашлы, алған йәрәхәттәр зыян күреүсенең ғүмеренә хәүеф тыуҙырмай, әммә оҙайлы дауаланыуҙы талап итә.
Ир полиция бүлегенә килтерелә, унда ул үҙ ғәйебен таный һәм ҡылған ғәмәленә үкенә.
Был факт буйынса Рәсәй Енәйәт кодексының 112-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Статья санкцияһы 3 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.
Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиғаның бөтә шарттарын асыҡлауға йүнәлтелгән тикшереү эштәре алып бара.
Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.