Яңылыҡтар
16 Октября , 05:22

Мөлкәт һалымын түләгеҙ!

2025 йыл өсөн мөлкәт һалымдарын түләү буйынса һорауҙарға яуап бирәбеҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
► Күп балалы ғаилә һәм инвалид бала тәрбиәләгәндәргә ни өсөн транспорт һалымы бар?
 
Башҡортостанда транспорт һалымы буйынса ставкалар һәм льготалар 2002 йылдың 27 ноябрендәге 365-з һанлы «Транспорт һалымы тураһында»ғы закон менән билдәләнә.
 
2018 йылдың 28 ғинуарындағы закон редакцияһында 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2024 йылдың 31 декабренә тиклем льготалар күп балалы тип танылған ғаиләлә ата-әсәләрҙең (уллыҡҡа алыусыларҙың) береһенә йәки опекунға (попечителгә) двигатель ҡеүәте 150 ат көсөнә тиклемге бер еңел автомобилгә, ҡеүәте 125 ат көсөнә тиклем булған бер автобусҡа бирелә.
 
Шулай уҡ льгота 2018-2024 йылдар арауығында ғаиләлә инвалид балаһы булған ата-әсәйҙең береһенә (уллыҡҡа алыусыға)   йәки опекунға (попечителгә), двигатель ҡеүәте 150 ат көсөнә тиклемге бер еңел автомобилгә тейешле.
 
2025 йылға был льготалар ҡаралмаған, шуға күрә һалым иҫәпләнгән.
 
► Ни өсөн һалым белдереүендә минең эш биреүселәрҙән физик шәхестәрҙең килеменә, әгәр килем суммаһы 2,4 миллиондан артмаған булһа,  һалым иҫәпләнгән? 126 һәм 127 кодтары менән стандарт ташламаларҙы иҫәпләү нимәне аңлата?
 
Балалары булған хеҙмәткәрҙәргә Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексында стандарт ташламалар ҡаралған, йәғни хеҙмәткәр һалымдың бөтә суммаһын да тотмай.Һалым күләме балалар һанына бәйле һәм инвалид балаға һалынған өҫтәмә һалым менән суммалана (12 000 һум):
- беренсе балаға - 1 400 һум (инвалид балаға - 13 400 һум);
- икенсе балаға - 2 800 һум (инвалид балаға - 14 800 һум);
- өсөнсө һәм артабанғы балаларға - 6 000 һум (инвалид балаға - 18 000 һум).
 
Икеләтә кәметеү баланы яңғыҙ тәрбиәләгән атай йәки әсәйгә (уллыҡҡа алыусыға, опекунға, попечителгә) йәки икенсе ата-әсә беренсеһе файҙаһына баш тартҡан осраҡта бирелә.
 
Ташлама раҫлаусы документтар нигеҙендә бирелә һәм йыл башынан хеҙмәткәрҙең килеме 450 000 һумға еткәнсе ай һайын ҡулланыла.
 
Әгәр бер нисә ойошманан килем алған булһағыҙ һәм бөтәһе лә бала өсөн стандарт ташлама биргән булһа, һалым белдереү ҡағыҙында һалым иҫәпләнә ала, йәки бөтә эш биреүселәр буйынса 450 000 һумлыҡ дөйөм килем суммаһы булған осраҡта.
 
126 һәм 127-се кодтар беренсе һәм икенсе балаға бирелә. Белдереүҙә һеҙгә хеҙмәткәр биргән һәм закон буйынса бирелгән ҡыҫҡартыу күрһәтелгән. Был ташламаларҙың айырмаһынан һалым иҫәпләнә, уны түләргә кәрәк.
 
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йыл өсөн һалымдарҙы 2026 йылдың 1 декабренән дә һуңға ҡалмайынса түләргә кәрәк.
Башҡортостан Республикаһы буйынса 30-сы район-ара һалым инспекцияһы.
Автор:Расима Салихова