Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июнь 2023, 15:57

Йүнселдәр йүкә ишер

- Апайҙар, әйҙәгеҙ, ҡунаҡтарҙы Инйәр тѳбәгендә йәшәүселәрҙең тѳп шѳғѳлѳ - һалабаш һалыу менән таныштырайыҡ. Кѳнкүрештә кәрәкле әйберҙәр эшләргә лә мѳмкин бит. - Эйе шул,башҡорттар шифалы йүкә балын ашап, уның йомшаҡ миндеген ҡулланып ҡына ҡалмаған, кѳнкүрештә лә киң ҡулланған.

Йүнселдәр йүкә ишер
Йүнселдәр йүкә ишер

- Беҙҙең тѳбәктә бит хужалар аттарын иртә яҙҙан иреккә сығарып ебәрәләр ҙә кѳҙѳн генә ҡураға индерәләр. Бына шул ваҡытта йүкәнән ишелгән тышауҙар ярҙамға килә лә инде. Ҡышын оҫта ҡулы менән үрелгән септә лә бик ярап ҡала.

- Вәрә апай, һалабаштан эшләнгән ҡурсаҡтарығыҙ бигерәк матур булған. Ҡулығыҙҙан һѳйѳнѳгѳҙ.

- Ә бына мин йүкәнән ишелгән һәм үрелгән һауыттарыма ҡарап, һоҡланып бѳтә алмайым.

Эйе, Иҙел башы халҡы, бигерәк тә Инйәр йылғаһы буйында йәшәүселәр, йүкә балының, һалабаштан эшләнгән кѳнкүреш кәрәк-яраҡтарының баһаһын белә. Заман үҙгәреү менән ҡайһы бер йолалар һәм кәсептәр юғала башлаған кеүек. Септә үреү оҫталығын барыһы ла белеп бѳтмәй. Ә бына ғәбдөктәр өсөн ул ят шөғөл түгел. Шуға ла, улар һалабаш һалыуҙы бренд сараларының береһе итеү, балаларға, йәштәргә халыҡ кәсеп-шѳғѳлдәрен күрһәтеү, уларҙы өйрәнеү маҡсатында “Йүкә байрамы”н үткәреп ебәрҙе. Был тѳбәккә генә хас матур сарала райондың баш ағинәйе Зѳбәржәт Суфьянова, "Урал" гәзитенең баш мѳхәррире Сатура Минһажитдинова, Йөйәк ауыл хакимиәте башлығы Рифат Ғилманов, Абҙаҡ, Нура, Үткәл, Сосновка, Манышты, Инйәр ағинәйҙәре ҡатнашты.

"Йүкә байрамы"нда ла ауыл уҙаманы Ғәлимйән Ибраһимов элекке ауыл тормошо, уның көнитмеше, нисек һалабаш һалып, йүкәһен файҙаланыу тураһында бәйән итте. Ә бына хоҡуҡ органдарында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, ауыл старостаһы Линур Ғәлиәкбәров был һөнәр нескәлеген бала саҡтан өйрәнгән. “Бәләкәй сағымда атайымдан ҡабыҡ һалыу серҙәренә тѳшѳндѳм, был шѳғѳл тормошта ярап ҡалды. Кәрәк икән септәһен дә үрәбеҙ, тышауын да ишәбеҙ. Кѳнкүрештә файҙаланыу ѳсѳн кәрәк-яраҡтарын да әҙерләйбеҙ", - ти оҫта.

Ҡунаҡтар алдында ауыл ағинәйҙәре - Инзира Шөғәйепова мунса, Гөлнара Мырҙагилдина һауыт-һаба йыуыу өсөн йыуғыстар эшләп күрһәтте. Рәйлә Саликова һәм Рафиға Ибраһимова төҙөлөштә кәрәкле булған бумала эшләү серҙәре менән бүлеште. Ләлә апай Баязитова йүкәнән үрелгән сабата тураһында һѳйләне. Рәшиҙә Закирова тормош иптәше эшләгән моҙға менән таныштырҙы, үҙе сабата кейеп йәштәрсә бейеп тә алды. Оҫтабикәләр Вәрә Шѳғәйепова менән Рәүфә Айытбаева һалабаштан ҡурсаҡ, кәрзин, картиналар эшләй. Оҙаҡ йылдар ауыл китапханасыһы булып эшләгән, хаҡлы ялдағы Вәрә апай ҡурсаҡтар эшләп, балаларға, таныштарына тарата һәм яратҡан шөғөлөнән ҡыуаныс таба. Ағинәйҙәр һалабаштан төрлө әйберҙәр эшләү мөмкинлеген күрһәтеп, таныштырып ҡына ҡалманы, йырҙар йырлап моңланып та, “Наза”ны бейеп күңелләнеп тә өлгөрҙө. Гөлшат Мырҙагилдина мандолинала уйнап, уларҙы дәртләндереп торҙо. Мәктәп уҡыусылары ла йыйылыусыларға матур йыр әҙерләгән. Бына шулай ауылдаштар халыҡ кәсептәрен онотмай, ҡуллана, файҙаһын күрә белә. Һөнәрлеләр ниндәй заманда ла юғалмай шул.

Сара программаһы йөкмәткеле булды. Башта ҡунаҡтар Ғәбдөк мәктәбендә булдырылған ағинәйҙәр бүлмәһе менән танышты.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 22-се һанында уҡығыҙ. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: