Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июнь 2023, 15:20

"Мин эшләмәһәм, кем эшләр?"

"Журналистика - минең яҙмышым"

"Мин эшләмәһәм, кем эшләр?"
"Мин эшләмәһәм, кем эшләр?"

Рәмзиә Кәримова Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Яңылыҡтар" хеҙмәтендә 30 йылға яҡын хәбәрсе булып эшләү осоронда республиканы арҡырыһынан буйына йөрөп сығырға, халыҡ-ара кимәлдәге форумдарҙы яҡтыртырға ла, социаль проблемаларҙы хәл итеүҙә ҡатнашырға ла ѳлгѳрә. Рәмзиә Кәримова-Байбулатова бай телле, тәжрибәле тележурналист. Уның телетапшырыуҙары һәр саҡ кешеләр иғтибарын йәлеп итеп, хәтерҙә ҡала.

Ул Рәсәйҙең, Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, фиҙаҡәр хеҙмәте менән Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына, Рәсәй Федерацияһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының "Ҡотҡарыу эшен пропагандалаған ѳсѳн" миҙалы менән наградланған. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Бынан тыш та Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән маҡсатлы тележурналист.

Тормош иптәше Илдар Байбулатов - уның төп таянысы, фекерҙәше һәм коллегаһы, ул да тележурналист. Татыу ғаиләлә ике ҡыҙ тәрбиәләнә. Уңған, тырыш, үҙ кѳсѳнә ышанған журналист "Ярҙам - изге эштәр ваҡыты" проекты геройы ла.

Ошо кѳндәрҙә Иҙел башына эш сәфәре менән республика Башлығы Радий Хәбиров килде. Ҡалала ҙур сара - семинар-кәңәшмә ойошторолдо һәм унда Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы һәм Хәйбулла райондары хакимиәттәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты. Ошо сараны яҡтыртыуҙа ҡатнашҡан Башҡортостан телеканалының "Яңылыҡтар" хеҙмәте хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова менән эш барышында яҡындан танышып, уның менән әңгәмәләшеү форсаты тейҙе.

► Рәмзиә, һеҙ һәр ваҡыт юлда, халыҡ араһында. Республиканың барлыҡ райондарынан да һеҙҙең тапшырыуҙарҙы күрергә мѳмкин. Йыл һайын Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында үткән матбуғат конференцияларында ла ҡатнашаһығыҙ. Тәжрибәле журналист булараҡ Владимир Путиндың эш сәфәре менән Башҡортостанға килгән ваҡыттарын да, республикала, Рәсәй төбәктәрендә барған мѳһим ваҡиғаларҙы, республика Башлығының райондарға мѳһим эштәр менән сыҡҡан ваҡыттарын яҡтыртыуҙы ла һеҙҙең иңгә һалалар. Һеҙ бар нәмәне лә күреп, белеп йѳрѳйһѳгѳҙ. Халыҡтың барлыҡ проблемалары ла һеҙгә таныш. Һеҙ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутатлығына кандидат булараҡ һайлауҙа ҡатнашаһығыҙ. Кѳсѳгѳҙҙѳ һынап ҡарарға булдығыҙмы, әллә быға берәй хәл-ваҡиға этәрҙеме? Ошо турала әйтеп үтегеҙ әле?

- Эйе, минең ѳсѳн таныш булмаған төбәк йәки проблема юҡ тип әйтә алам. Ошо йылдар дауамында тупланған эш һәм тормош тәжрибәһен ҡануни өлкәлә һынап ҡарарға теләйем. Икенсе яҡтан, журналист менән депутаттың эшмәкәрлеге оҡшаш. Уларҙың бурысы - халыҡ мәнфәғәтен яҡлау. Закондар системаһы йылдан-йыл камиллашһа ла, теге йәки был проблеманы шәхсән хәл иткәндә етешһеҙлектәр ҙә асыҡлана. Мин урындағы мәсьәләләрҙе өс төргә бүлеп ҡарайым. Федераль кимәлдәге ҡануни башланғыстар нигеҙенә ятырға тейешле һорауҙар, республиканың министрлыҡ-ведомстволарына мөрәжәғәт итеп хәл итерлек мәсьәләләр, өсөнсөһө - шәхси проблемалар. Әлбиттә, кешеләрҙе нимә борсоғанын белер өсөн һәр ваҡыт халыҡ араһында булыу, уларҙы тыңлай, ишетә белеү мотлаҡ. Төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫешенә йүнәлтелгән дәүләт программалары күп. "Берҙәм Рәсәй" партияһының һөҙөмтәле проекттары бар һәм улар тормошҡа уңышлы ашырыла, бары урындарҙа халыҡҡа аңлатыу һәм ойоштороу мотлаҡ. Ә халыҡ беҙҙә һәр яңылыҡты күтәреп алырға ғына тора. Үҙемдә кешеләргә файҙалы булырҙай кѳс тоям һәм ярҙамым халыҡҡа күберәк буласаҡ. Һайлауҙың алдан тауыш биреү этабы үтте. Форсаттан файҙаланып, Бөрйән һәм Белорет районы халҡына ышанысығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, тип әйткем килә.

► Коронавирус пандемияһы башланғас, һеҙ тәүгеләрҙән булып "ҡыҙыл"зонаға инеп махсус репортаж эшләнегеҙ. Ә Украинала махсус операция башланып мобилизация иғлан ителгәс, һеҙҙең тапшырыу бик урынлы булды, кешеләр дѳрѳҫ мәғлүмәтте алды һәм иркенерәк һуланы.

- Пандемия осоронда "ҡыҙыл" зонанан репортаж тѳшѳрѳү, коронавирустың халыҡ ѳсѳн ни тиклем ҡурҡыныс сир булыуын һәм кешеләр үҙҙәрен һаҡлаһын, халыҡ күп йѳрѳгән сараларҙан тыйылып торһон ѳсѳн эшләнелде. Кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу, сирҙе таратмаҫ ѳсѳн пандемия осоро буйына күп тапшырыуҙар тѳшѳрѳп күрһәтелде. Был ваҡытта үҙебеҙҙе уйламаныҡ, кешеләр ғүмерен ҡайғырттыҡ. Украинала хәрби операция башланғас, Саратов полигонына барҙым. Унда мобилизацияланған яҡташтар тураһында тапшырыу тѳшѳрҙѳк. Халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барҙыҡ. Әле лә
был мѳһим эштәрҙең береһе булып тора.

► Рәмзиә, һеҙ "Ярҙам - изге эштәр ваҡыты" проекты геройы. Күп изге эштәр атҡарҙығыҙ һәм әле лә ошо юлда эшләйһегеҙ. Тынғыһыҙ эшегеҙҙән тыш барыһына ла ҡайҙан ваҡыт табаһығыҙ? Был проектта ҡатнашырға нимә этәрҙе?

- 2020 йылда эфирға мөмкинлектәре сикләнгән ағалы-ҡустылы Ҡунаҡҡоловтар тураһында махсус репортажым сыҡты. Улар генетик сир арҡаһында коляскаға ултырырға мәжбүр. Ошо репортажым сыҡҡандан һуң, ғаиләбеҙ уларҙың проблемаларын күреп, Фәйез, Рафиҡ һәм Рәфис Ҡунаҡҡоловтарҙы шефлыҡҡа алды. Өс бер туған үҙ көстәре менән йорт һалып ингән, хәмер эсмәй, тәмәке тартмай, баянда уйнайҙар. Әммә хәл итәһе проблемалары бихисап ине. Һыу, газ үткәреү мәсьәләләре менән республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадрановҡа мөрәжәғәт иттем. Һуңынан бағыусылар табып, эште башлап ебәрҙек. Ѳс туғандың кинйәһенә - Рәфискә беренсе төркөм инвалидлыҡ юллап алыуҙа ярҙам күрһәттек. Бының өсөн уны Өфөгә килтереп, медицина тикшереүе үткәрҙек. Инвалид коляскалары алыу ѳсѳн сиратҡа яҙҙырҙым, тѳҙѳлѳш материалдары алыуҙа ярҙам иттем. Аҡса йыйыуҙы иғлан итеп, кер йыуыу машинаһы, кеҫә телефондары алып бирҙек. Ѳфѳгә драмтеатрға алып килдек һәм баян бүләк иттек. Яңыраҡ уртансылары өйләнде һәм айырым йәшәргә хәл итте. Был юлы ла журналист булараҡ уларға ярҙам иттем. Бынан тыш, мѳмкинлектәре сикләнгән кешеләргә тел ярҙамы ла, шәхсән ярҙам да һәр саҡ кәрәк.

► Рәмзиә, һеҙ башҡорт теле, башҡорт милләте һағында торған, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, ғѳрѳф-ғәҙәттәрен, традицияларын тотҡан, пропагандалаған кеше. Ғаиләгеҙҙең башҡортлоғо нимәлә сағыла?

- Беҙ, беренсенән, өйҙә тик башҡортса ғына аралашабыҙ. Балалар русса яуап биреп торһа ла, иғтибар итмәҫкә, руссаға күсмәҫкә кәрәк, тамсыла тама-тама ташты тишә. Ҡыҙҙар мәктәптә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙән тыш, туған тел булараҡ та уҡый. Ижади конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Яңыраҡ Айгүзәл "Я помню, я горжусь" тигән Бөтә Рәсәй олимпиадаһының район этабында еңеп, ҡала кимәленә сыҡты, шунда телевидениеға башҡортса әңгәмә биргән, ғорурланып ҡарап ултырҙыҡ. Башҡаларға,телде белергә тейешһегеҙ, тип оран һалып йөрөгән юҡ, һәр кем үҙенең ғаиләһе миҫалында өлгө күрһәтергә тейеш. Икенсенән, башҡорт йәмғиәте өсөн хеҙмәт итәбеҙ, БСТ-ның башҡорт телендәге яңылыҡтар бүлегендә эшләйбеҙ, йәғни башҡорт донъяһының бар яңылығы уртаһында ҡайнайбыҙ. Башҡорт әҙәбиәтен, мәҙәниәтен яратабыҙ, аралашҡан ғаилә дуҫтарыбыҙ ҙа үҙебеҙҙең милләттән. Кәрәк урында, үҙебеҙҙе лә, телебеҙҙе лә, милли ҡараштарыбыҙҙы ла яҡлай алырлыҡбыҙ.

Өҫтәп китәм, башҡорт концерттарына йәки башҡа сараларға саҡырыу ҡағыҙы алыу мөмкинлегебеҙ һәр ваҡыт бар. Әммә Илдар, минең билет һатып алырлыҡ ҡына мөмкинлегем бар, башҡорт сараларына ярҙам булһын, тип, был һорауға нөктә ҡуйҙы. Бар сараларға ла билет һатып алып йөрөйбөҙ.

Әле ҡала ситендә йорт һалабыҙ, эшсе ҡулдар йыш талап ителә, төҙөлөшкә башҡорттарҙы йәлеп итергә тырышабыҙ, үҙебеҙҙекеләрҙең тауарҙарын һатып алып, өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Өйҙә аш-һыу ҙа үҙебеҙсә, шулай өйрәнгәнбеҙ. Ҡыҙығыраҡтарынан: йәй ауылда саҡта Себерҙән килгән балалар була. Илдар балаларҙы башҡортсаға өйрәтеү өсөн башҡорт көнөн иғлан итә лә, русса һүҙ ҡыҫтырғандың маңлайына сиртеү билдәләй. Уйын формаһында булһа ла бик һөҙөмтәле сара. Ҡыҫҡаһы, бөтә донъябыҙ, йәшәү рәүешебеҙ башҡортса ҡоролған, башҡаса булыуы ла мөмкин түгел.

► Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы, әңгәмәгеҙ ѳсѳн рәхмәт, эшегеҙҙә һәм изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Тырышҡан - моратына ирешкән, тиҙәр халыҡта. Уңышлы юл һеҙгә!

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: