Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июнь 2023, 15:18

Юлдаш Йосопов: "Халыҡтың тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртеү - минең төп бурысым!"

Эшебеҙҙе илебеҙҙең тотороҡлоғона, кешеләрҙең һаулығына, ғаиләләрҙең именлегенә, балаларҙың тыныс тормошта үҫеүенә йүнәлтергә тейешбеҙ.

Юлдаш Йосопов: "Халыҡтың тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртеү - минең төп бурысым!"
Юлдаш Йосопов: "Халыҡтың тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртеү - минең төп бурысым!"

Ошо кѳндәрҙә районда Рәсәй кѳнѳнә һәм Вячеслав Черепенькин иҫтәлегенә арналған Асыҡ чемпионатта Морат тауына һәм тауҙан түбән йүгереү буйынса ярышта 7 саҡрымды йүгереп үткән Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов менән осраштыҡ.

Юлдаш Мѳхәмәт улы гәзит уҡыусыларға этнограф, тарихсы, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социо-мәҙәни анализлау үҙәге етәксеһе булараҡ таныш. Юлдаш Йосопов "Башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһы" эше авторҙарының береһе лә. Ул әүҙем йәмәғәтсе, һәләтле ойоштороусы, йәйәү йѳрѳргә, саңғыла шыуырға ярата, спорт менән мауыға. Белоретты ул спортсылар әҙерләүсе спорт ҡалаһы тип йѳрѳтә. Юлдаш Йосоповты районыбыҙҙа үткәрелгән тѳрлѳ сараларҙа йыш күрергә тура килә. Был юлы ул гәзит уҡыусыларға үҙе һәм пландары тураһында бәйән итте.

- Белорет районы минең ѳсѳн иң матур район. Тәбиғәте менән генә түгел, тырыш, йәшәргә һәм эшләргә тырышҡан, оҫта кәсепселәргә бай тѳбәк булғаны һәм киң күңелле халҡы менән оҡшай. Бында рухлы, сәмле кешеләр йәшәй. Район ауылдарында йәшәгән башҡорт ырыуҙарына һоҡланам. Бай тарихлы һәм мәҙәниәтле халыҡ, республика буйынса ырыуҙар байрамдарын үткәреүҙә лә, башҡа райондарға ҡарағанда, алда бара. Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә белореттар ҡатай, тамъян ырыуҙары байрамдарын үткәреп, башҡа райондарға үрнәк күрһәтә. Быйыл Олойылға ауылында районда йәшәгән тѳрлѳ ырыу вәкилдәре араһында ярыш үткәрелде. Һоҡландырғыс спорт байрамы булды. Бигерәк тә кѳслѳ ир-уҙамандарҙың бергә йыйылыуы, кѳстәрен һынауы оҡшаны. Шәхсән миндә үҙ тарихын, мәҙәниәтен, традицияларын һанлаған, тотҡан, һаҡлаған кешеләр һәр ваҡыт ихтирам тыуҙыра.

2021 йылда Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе вазифаһын иңемә һалғас, республиканың район, урындағы хакимиәттәр башлыҡтары менән тығыҙ бәйләнеш булдырҙым һәм граждандар, йәмәғә башланғыстары буйынса эштәр алып барыуҙы юлға һалырға тырыштым. Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булараҡ, эште ауыл хакимиәттәрен республика "Айыҡ ауыл" конкурсына йәлеп итеүҙән башланым.

- Ғалим булараҡ, Башҡортостан, илдең башҡа тѳбәктәре буйлап экспедицияларҙа йѳрѳйѳм. Волга буйы, Тѳнъяҡ Кавказды буйлап сыҡтыҡ. Мине һәр ваҡыт халыҡтың нисек йәшәүе, кѳнкүреше ҡыҙыҡһындыра. Тѳрлѳ тѳбәк-ѳлкәләрҙә кешеләр бергә ойошоп, килеп тыуған күп кенә проблемаларҙы хәл итә. 2016 йылда беҙ команда менән берлектә урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһын тѳҙѳргә булышлыҡ иттек һәм был проектты республика кимәлендә башлап ебәрҙек. Был эштә миңә экспедицияларҙа алған тәжрибәм ярҙам итте. Гражданлыҡ, йәмәғәт башланғыстары минең ѳсѳн ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл иткәндә беҙгә берҙәмлек кәрәк. Күмәк тауышты етәкселәргә еткереү еңелерәк һәм был идара итеүҙең һѳҙѳмтәле механизмы булып тора. Кешеләрҙең бергәләшеп ниндәйҙер проблеманы хәл итергә тырышыуы - йәмғиәтебеҙҙең тормошон яҡшы яҡҡа табан үҙгәртеренә ышанам. Тормошобоҙҙо дәүләт һәм башҡа структуралар ярҙамы менән бергәләп тѳҙѳргә тейешбеҙ. Ләкин инициатива һәр саҡ йәмғиәттән, кешеләрҙең үҙенән сығырға тейеш. "Айыҡ ауыл" тап шундай проекттарҙың береһе. Проект буйынса беҙҙең команда тырышып эшләй. Һуңғы йылдарҙа белореттар ҙа республика "Айыҡ ауыл" конкурсында әүҙем ҡатнаша. Ошо конкурста ҡатнашҡан Ишле хакимиәтенә ҡараған Олойылға ауылы менән тығыҙ бәйләнештә эшләнек. Улар икенсе урын алып 3 миллион һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булдылар. Был ҡыуаныслы хәл. Конкурста призлы урын алыу Белорет халҡының яҡшы яҡҡа, еңеүгә ынтылышы булды тиһәк тә хата булмаҫ.

Шулай уҡ "Атайсал" проекты ла халыҡты берләштергән кәрәкле һәм изге проекттарҙың береһе. Бында ла белореттар әүҙемлек күрһәтергә тырыша. Шулай уҡ Өфөлә йәшәгән "Артыш" Белорет яҡташтары ойошмаһы кѳслѳ. Был ойошмаға дәртле белореттар йыйылған. Яңыраҡ Ѳфѳнѳң 8-се гимназияһында "Артыш" яҡташтар ойошмаһы Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары менән берлектә йыйылыш үткәрҙе. Киләсәккә пландар ҡабул ителде, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә ярҙам күрһәтеү кѳн тәртибенең иң мѳһим һорауҙарының береһе булды.

Яҡташтар ойошмаһы рәйесе Рәйес Исмәғилев етәкселегендә Ранис Алтынбаев, Ирек Зарипов, Раян Миһранов һәм башҡалар үҙ райондары ѳсѳн борсолоп, изге эштәр эшләргә тырыша. Улар "Атайсал" проектында ла әүҙем ҡатнашалар. Шулай уҡ тәбиғәте менән дан алған был яҡтарҙа туризмды үҫтереү кәрәклеге буйынса ла күп эштәр тора. Минеңсә, Иҙел башы туристарҙы йәлеп итеү буйынса Башҡортостанда иң тѳп райондарҙың береһе булырға тейеш.

2022 йылда Украинала хәрби операция башланып киткәс, халыҡтың күп ѳлѳшѳ берләште. Тыныс тормош һәр беребеҙгә кәрәк. Яугирҙарға ярҙамға белореттар әүҙем ҡушылды, бер-бер артлы гуманитар ярҙам ебәрелә. Ҡоролтай командаһы ла ошо йүнәлештә туҡтауһыҙ әүҙем эш алып бара. Хәрби госпиталдәргә ярҙам алып барып торабыҙ. Унда Белореттан Дмитрий исемле яугир менән таныштыҡ. Уға һәм дуҫтарына ярҙам күрһәттек. Севастополь, Ростов госпиталдәрендә лә  Башҡортостандан гуманитар ярҙамды ихлас ҡабул иттеләр. Беҙҙең менән бергә артистар ҙа барҙы. Ошо тәңгәлдә әүҙем эшләргә тырышабыҙ һәм Башҡортостан халҡын да беҙгә ҡушылырға саҡырабыҙ.

Ошондай халыҡҡа кәрәкле эштәр менән шѳғѳлләнеүебеҙ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай менән бәйле булырға тейеш. Сѳнки был берҙән-бер юғары вәкәләтле һәм закон сығарыу дәүләт органы. Ниәтем ошо юҫыҡта эшләү һәм халыҡҡа ярҙам итеү. Кешеләр власть тарафынан һәр саҡ иғтибар, яҡшы мѳнәсәбәт күрергә теләй. Халыҡтың тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртеү - тѳп бурысым тип һанайым. Үҙебеҙҙең эштәребеҙҙе илебеҙҙең тотороҡлоғона, кешеләрҙең һаулығына, ғаиләләрҙең именлегенә, балаларҙың тыныс тормошта үҫеүенә йүнәлтергә тейешбеҙ. Шул ваҡытта ғына тормош алға табан барыр.

Һүҙемде тамамлап, үҙем тураһында ла әйтеп үтәйем. Ҡатыным Лиана Фәнил ҡыҙы менән ғаиләлә ѳс егет үҫтерәбеҙ. Лиана стоматолог булып эшләй. Балалар башҡорт мѳхитендә тәрбиәләнә. Башҡортса һѳйләшеп, тарих менән ҡыҙыҡһынып, милләтебеҙҙең мәҙәниәтен яратып үҫәләр. Бының ѳсѳн мин шатланам. Мәҙәниәтебеҙгә һѳйѳү, үҙ телебеҙҙә аралашыу ҙур бәхет ул.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: