Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июнь 2023, 10:59

Хайуандарға рәхимһеҙ булма

Рәсәй Президенты Владимир Путин хайуандар менән эш итеү ҡағиҙәләрен боҙоуға 200 меңгә тиклем, шулай уҡ уларҙы сығарып ташлаған өсөн 30 мең һумға тиклем штраф тураһында законға ҡул ҡуйҙы.

Хайуандарға рәхимһеҙ булма
Хайуандарға рәхимһеҙ булма

Документ Рәсәй Федерацияһының хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Дәүләт думаһы хайуандар менән эш итеү өлкәһендәге ҡануниәтте боҙған өсөн административ яуаплылыҡ билдәләүсе закон ҡабул итте. Мәҫәлән, йорт хайуандарын аҫрау талаптарын үтәмәгән өсөн штрафтар граждандар өсөн - 3 меңгә тиклем, вазифалы кешеләр өсөн - 15 меңгә тиклем, юридик шәхестәр өсөн 30 мең һумға тиклем тәшкил итә ала.

Хайуандарға ҡарата ҡаты мөғәмәлә өсөн енәйәт эше иҫбатланмаһа, граждандар 15 меңгә тиклем, вазифалы кешеләр - 30 меңгә тиклем, юридик шәхестәр 100 мең һумға тиклем түләргә тейеш.

нәйәт эше билдәләре булмаһа ,кешеләрҙең ғүмеренә йәки һаулығына, йәки мөлкәтенә зыян килтергән хайуан хужаһы 200 мең һумға тиклем түләйәсәк.

Район-ҡала ветеринария станцияһы.

Фото: https://vk.com/beloretsk_vet?z=photo-172931778_457242370%2Fwall-217325778_92

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: