Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Август 2023, 15:13

Кәсеп үҙләштереү - изге бурыс

Манышты ауылының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы (етәксеһе Зилә Сәмситдинова) боронғо кәсепте үҙләштереүҙе, йәш быуынға өйрәтеүҙе изге маҡсат иткән. Ошо арала Маныштыла уҙған “Һарыҡ - бәрәкәтле мал” аталмышлы байрам уларҙың эшмәкәрлеген баһаларға мөмкинлек бирҙе.

Кәсеп үҙләштереү - изге бурыс
Кәсеп үҙләштереү - изге бурыс

Халҡыбыҙ борон-борондан һарыҡ үрсеткән. Был тармаҡ арҡылы ауыл кешеһенең өҫтө бөтөн, тамағы туҡ булған. Ҡышҡы селләне иһә һарыҡ йөнөнән эшләнгән йомшаҡ быйма-тундарһыҙ, йөн ойоҡһоҙ күҙ алдына ла килтермәгәндәр. Ә инде һикегә йәйелгән кейеҙ-түшәктәр тәнде генә түгел, йәнде лә иҙрәткән.

Заман башҡа - заң башҡа, тиһәк тә, бөгөн дә һарыҡсылыҡ үҙ әһәмиәтен юғалтмай. Әүәлгесә тиҫтәләгән баш һарыҡ үрсетмәһәләр ҙә, һәр хужалыҡта тиерлек итлек, йөнлөк ваҡ мал бар. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа һарыҡ йөнөнән кейеҙ баҫыу, төрлө әйбер-биҙәүестәр яһау яңы һулыш алды. Республика район-ҡалаларында әлеге кәсепте үҙләштергән, хатта ки махсус оҫтаханалар булдырған маһирҙар ҙа бихисап. Айырыуса, был йәһәттән әйҙүкләп, дәртләндереп торған ағинәйҙәрҙең, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең роле баһалап бөткөһөҙ.

 Манышты ауылының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ла (етәксеһе Зилә Сәмситдинова) боронғо кәсепте үҙләштереүҙе, йәш быуынға өйрәтеүҙе изге маҡсат иткән. Ошо арала Маныштыла уҙған “Һарыҡ - бәрәкәтле мал” аталмышлы байрам уларҙың эшмәкәрлеген баһаларға мөмкинлек бирҙе.

Халҡыбыҙға хас ихласлыҡ, асыҡ йөҙ вә йырлы сәләм менән ҡаршы алды ҡунаҡтарҙы маныштылар. Оло табын булып сәйләп, хәл-әхүәлдәр менән бүлешкәндән һуң, ҡунаҡтар мәктәп музейына юлланды. 46 йыл Манышты мәктәбендә рәсем, һыҙма, технология дәрестәренән белем биргән талантлы педагог, музей етәксеһе Шакир Таһиров уртаҡ көс менән тупланған үҙенсәлекле экспонаттар, фоторәсемдәр, бурама йорт рәүешендә эшләнгән Башҡорт өйө, ауыл, мәктәп тарихы менән таныштырҙы. Әйткәндәй, Үткәл ауылы ағинәйе Дилә Йомағужина өсөн музейҙа олатаһы Әбделвәли Ғәлиуллин тураһында мәғлүмәт  һаҡланыуы айырата һөйөнөслө булды. Шығай ауылының Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Әбделвәли Ғәлиулла улы 1930 йылда Манышты башланғыс мәктәбенә тәүге уҡытыусы булып эшкә килгән икән.

Сараның төп өлөшө Манышты ағинәйҙәренең эштәренә йомғаҡ яһауҙан башланды. Иң әүҙем, рухлы ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштергән ойошма ике йыл эсендә бихисап эштәр атҡарған. Ауыл өмәләре, район-республика кимәлендәге  йыйын-конкурстар, йола байрамдары, һалдат оҙатыу һәм ҡаршы алыуҙар, мәктәп, балалар баҡсаһында ойошторолған иртәлектәр уларҙан тыш уҙмай. Йәнә, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ауылдаштары өсөн ойоҡ-бирсәткәләр бәйләү, матди һәм рухи ярҙам күрһәтеү кеүек бурыстарҙы ла үҙ иңдәренә алғандар.

Эйе, ысынлап та, аҡыллы кәңәштәре, уй-фекерҙәре, изге ғәмәлдәре арҡылы ауылдың рухи күсәре булған, һәр эште башлап, күтәремләп торған ағинәйҙәр боронғо йола-кәсептәрҙе тергеҙеү йәһәтенән ҙур эш алып бара. “Һарыҡ - бәрәкәтле мал” тип аталған байрамдың идеяһы ла тап ошо маҡсатты күҙаллай. Ағинәйҙәр - Зилә Сәмситдинова, Рима Таһирова, Рәйлә Мөлөкова, Әнисә Абдрахманова, Гөлсирә Байрамғәлина, Әлмира Ғарипова, Вәсимә Миһранова, Лилиә Мәхмүтова тетеү, иләү, сиратыу, аяҡлау, йомғаҡҡа урау, бәйләм бәйләү ише йөн эшкәртеү барышын сағылдырып, һарыҡ үрсетеүҙең файҙаһы, йөн-тиреһенең дауаһы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, факттар менән уртаҡлашты.

 Нәркәс Абдрахманова менән Фәнзилә Усманованың, ағинәйҙәрҙең дәртле бейеүҙәре, Рәйлә Мөлөкова башҡарған “Йәнбикә” йыры, Мәҙинә Сәмситдинованың шиғри күстәнәсе, йыр-моңдар сараға бермә-бер йәм өҫтәне.

Йөндән эшләнгән зауыҡлы тапочкалар, биҙәүестәр, ап-аҡ быйма-түбәтәйҙәр, кейеҙ-келәмдәр, бәйләнгән әйберҙәр... Күптән түгел кейеҙ баҫырға өйрәнеп,   бөгөн иһә күргәҙмә ойошторорға йөрьәт иткән Манышты ағинәйҙәренең тырышлығына, уңғанлығына хайран ҡалырлыҡ. Кейеҙ оҫталары Илгизә Юламанова менән Динә Буранғолованан оҫталыҡ дәрестәре алып, был эшкә дәррәү тотонған маһирҙарҙың ниәттәре етди. “Беҙҙең маҡсат - әүәл әсәй-өләсәйҙәр баҫҡан аутентик кейеҙ-сергетыштар эшләргә, милли биҙәктәр һалырға, тула баҫырға өйрәнеү, оҫталыҡты йәштәргә өйрәтеү”, - ти ағинәйҙәр бер тауыштан.    

Үҙ ерен йәннәттәй күреп, уның ҡеүәтен, хозурлығын тойоп йәшәгәндәр генә атайсалының ҡәҙерен белә. Хәйер, маныштыларға был йәһәттән һүҙ тейҙерерлек түгел. Ауыл йөҙөн биҙәр уртаҡ эштәрҙән, өмәләрҙән бер кем дә ситтә ҡалмай.   Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары, золом ҡорбандары, тыл ветерандары тураһында хәтерҙе мәңгеләштергән мөһабәт скульптура ансамбле, Афған һәм Чечен һуғыштарында ҡатнашҡан ир-егеттәр хөрмәтенә асылған Яугирҙар паркы, балалар майҙансығы, бейек манаралы ҡупшы мәсет килгән бер кешене үҙенә саҡырып, ымһындырып тора. Ошо иҫтәлекле урындарға экскурсия ҡылған ҡунаҡтарҙы уларҙың төҙөклөгө, зауыҡлылығы, тарихи йәһәттән әһәмиәтлелеге әсир итте.

Йыйындың йомғаҡ өлөшө үҙ-ара фекер алышып, уй-ниәттәр, пландар менән уртаҡлашыуҙан ғибәрәт ине. Район-ҡала “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зөбәржәт Суфьянова, иң элек, көйрәп торған ҡыҙыу мәлдә форсат табып осрашыуға килгән Үткәл, Инйәр, Ғәбдөк, Йөйәк, Уҫманғәле, Межгорье ағинәйҙәренә сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе. Планға ярашлы сараны мәлендә һәм юғары кимәлдә ойошторған маныштыларҙың эшмәкәрлеген, һәр йәһәттән әүҙемлеген иһә ул айырата юғары баһаланы. Ағинәйлек бурыстарын теүәл үтәп, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, йолаларын тергеҙеүҙә, йәш быуынға рухи тәрбиә биреүҙә күрһәткән фиҙаҡәрлеге өсөн урындағы ойошма етәксеһе Зилә Сәмситдинова Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарының “Ағинәй” төбәк йәмәғәт ойошмаһының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.     

"Урал" гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова ағинәйҙәрҙең йәш быуын өсөн үрнәк булыуын, ғөрөф-ғәҙәт, йолаларға ҡағылышлы һәр изге башланғысты хуплап, дәррәү күтәреп сығыуын билдәләне, уларҙың кәсепселеккә бәйле төрлө республика конкурстарында тағы ла әүҙемерәк ҡатнашыуын, еңеүҙәр яулауын теләне.

Район ағинәйҙәре лә сара йәһәтенән фекер төйнәп, үҙ ҡараштарын, баһаларын белдерҙе, Манышты ҡатын-ҡыҙҙарының өлгөрлөгөнә, ойошҡанлығына, берҙәм булыуҙарына һоҡланды.

 Зилә һәм Хәбрахман Сәмситдиновтарҙың ил-йорттоң, донъяның тыныслығына, һалдаттарҙың, ситтә уҡып-эшләп йөрөгән балаларҙың именлегенә бағышланған  ҡорбан ашынан ауыҙ итеп, хуш еҫле сәй, тәм-томдар менән һыйланып, Ҡөрьән аяты тыңлап, күңелдәрен хушландырып таралышты ҡунаҡтар.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: