Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Сентябрь 2023, 10:00

Мәҙәни мираҫыбыҙҙы тергеҙәбеҙ

“Күк ҡош” балалар уҡыу үҙәгендә ремонт эштәре барыуға ҡарамаҫтан, әҙәби кисәләр, балалар менән осрашыуҙар үтеп тора. Милли кейем көнө китапханала айырыуса оло байрам кеүек билдәләнә - мәғлүмәт көндәре, тематик күҙәтеүҙәр, милли кейем үҙенсәлектәренә арналған китап күргәҙмәләре һәм башҡаһы.

Мәҙәни мираҫыбыҙҙы тергеҙәбеҙ
Мәҙәни мираҫыбыҙҙы тергеҙәбеҙ

Быйыл да был байрам көнө ситтә ҡалманы. Китап һөйөүселәрҙе, халыҡ сәнғәте, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы “Халыҡ кейеме шиғриәте” этно-ай-стопперы менән танышырға саҡырҙыҡ. Хеҙмәткәрҙәр ойошторған күргәҙмәләге китаптар Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме байрамы тарихын сағылдырҙы. Милли кейем - ул һәр халыҡтың мәҙәниәте һәм тарихы үҙенсәлектәрен ҡылыҡһырлаған ғәжәп күренеш. Ул ерле халыҡтың менталитет асылын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә.

Шулай уҡ йола буйынса үҙәктә Милли кейем көнө уңайынан Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының VI класс уҡыусыларын “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли биҙәүестәре элементтары” фольклор сәғәтенә саҡырҙыҡ. Уның барышында балалар Башҡортостанда йәшәгән төрлө халыҡтарҙың милли кейемдәренең үҙенсәлектәре менән танышты, башҡорт, рус, татар милли кейеменә хас орнамент төрҙәрен иҫкә төшөрҙө.

Китапханасылар уҡыусыларға тарихи үткәндән алып беҙҙең көндәргә тиклем башҡорт, рус милли кейеменең барлыҡҡа килеү тарихы хаҡында һөйләне. Балалар иғтибарына рус һәм башҡорт милли ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре, түшелдерек, ҡашмау, һырға, сулпылар, рус ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо баш кейеме - кокошниктар, таждар тәҡдим ителде, башҡорт милли кейемдәре тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирелде.

Рус халҡының милли кейеме тарихы менән Виктория Касанова таныштырып, кокошниктар, таждар, баш биҙәүестәрен күрһәтеп һөйләп үтте. Ҡасан һәм кемдәр был баш кейемдәрен, биҙәүестәрен кейеп йөрөй алыуҙары, был әйберҙәрҙең килеп сығыу тарихы хаҡында бәйән итте. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙур ихласлыҡ менән биҙәүестәрҙе тағып та ҡаранылар, фотоға төшөп, үҙҙәренең сәхифәләренә һалып, Милли кейем көнөндә республикала Интернет селтәрҙәрендә барған флешмобҡа ҡушылдылар.

Милли кейемдәге ҡурсаҡтарҙы ла балалар иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Ҡурсаҡтарҙағы кейемдәрҙең атамалары менән таныштылар, йәш ҡыҙҙар һәм оло йәштәге ҡатындар кейемдәренең айырмаһын белделәр.

Тыныс, талғын башҡорт көйө аҫтында балалар ҡашмау, кокошник һүрәттәренә буяу яҡтылар.

Беҙ был көндө матур итеп билдәләп, мәҙәни мираҫыбыҙҙы тергеҙәбеҙ һәм илебеҙ тарихын һаҡлайбыҙ. Был - берҙәмлек символы. Шулай уҡ милли кейем көнө һәр кеше өсөн үҙенең үҙенсәлеген күрһәтеү мөмкинлеге.

Сөмбөл МЫРҘАҒОЛОВА,

китапханасы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: