Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2023, 15:21

“Бурыслы” операцияһы башлана

23 сентябрҙән Белорет районында штраф түләмәүселәрҙе асыҡлауға һәм закон менән билдәләнгән яуаплылыҡҡа тарттырыуға йүнәлтелгән “Бурыслы” республика операцияһы уҙғарыла.

“Бурыслы” операцияһы башлана
“Бурыслы” операцияһы башлана

Ағымдағы йылдың һигеҙ айында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре (ЮХХДИ линияһы буйынса мәғлүмәттәрҙе иҫәпкә алмағанда) административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 5567 эш төҙөгән, 2 миллион һумдан ашыу суммаға штраф һалынған, 1,5 миллион һумға яҡын аҡса түләтелгән.

Полиция граждандарға Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодексы статьяһына ярашлы, закон менән билдәләнгән ваҡытта административ штрафты түләмәгән өсөн яуаплылыҡ ҡаралғанын иҫкә төшөрә. Был статьяның санкциялары ике тапҡыр штраф һалыуға, 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыуға һәм 50 сәғәткә тиклем мотлаҡ эшкә йәлеп итеүгә килтерә. Мәҫәлән, быйыл Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 20.25-се статьяһы буйынса 188 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Шуларҙан, суд ҡарары буйынса административ язаны үтәүҙән ҡасҡан өсөн 55 хоҡуҡ боҙоусыға ике тапҡыр штраф түләргә тура килгән, 110 штраф түләмәүсегә ҡарата административ ҡулға алыу рәүешендә яза сараһы һайланған, 14 белорет кешеһе мотлаҡ эшкә йәлеп ителгән.

Иғтибар! 2023 йылдың 15 авгусынан Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Кодексына үҙгәрештәр индереү тураһындағы федераль закон үҙ  көсөнә инә. Мәҫәлән, федераль закон менән Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодексында ҡаралған ваҡытта административ штрафты түләмәгән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыу ваҡыты бер йылға тиклем оҙонайтылды.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге граждандарға административ штрафтарҙы ваҡытында түләүҙәрен һорап мөрәжәғәт итә. Административ штрафтар буйынса бурыстар тураһында мәғлүмәтте Полиция бүлегенән түбәндәге адрес буйынса белергә мөмкин: Точисский урамы, 6-сы йорт, 557-се кабинет, йәки 8 (34792) 3-28-48 телефоны буйынса.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтар тураһында мәғлүмәтте порталдың шәхси кабинеты - www.gosuslugi.ru, йәки ЮХХДИ-ның рәсми сайты аша электрон төрҙә алырға мөмкин. Шулай уҡ Дәүләт автоинспекцияһы бүлегендә (адресы: Блюхер урамы, 8-се йорт, 2-се кабинет) мәғлүмәт бирелә.

“Бурыслы” иҫкәртеү саралары 28 сентябргә тиклем уҙғарыла.

 

  Альбина НӘҮШИРБАНОВА, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенең административ ҡануниәтте үтәү буйынса төркөмдөң өлкән инспекторы.

ФОТО: https://krasivoe-foto.ru/photo/%D1%84%D0%BE%D1%82%D0%BE-%D0%BC%D0%B0%D1%88%D0%B8%D0%BD%D1%8B-%D0%B3%D0%B0%D0%B8-%D0%BD%D0%BE%D1%87%D1%8C%D1%8E/

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: