Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2023, 00:50

Уңышлы юл үҫешкә илтә

Иҙел башында машиналар эшләү тармағында уңышлы эшләгән сәнәғәт предприятиелары бар. Белорет предприятиелары ҡеүәтле, сифатлы һәм конкуренцияға һәләтле продукция етештереп, үҙенең үҫеш темпы менән ҡыуандырып ҡына ҡалмай, меңләгән кешене эш менән тәьмин иткән тармаҡтарҙың береһе. Һуңғы йылдарҙа сәнәғәт предприятиеларына һөҙөмтәле эшләү еңелдән бирелмәй. Коронавирус эпидемияһы, илебеҙҙәге бөгөнгө хәл-торош, индерелгән санкциялар... Былар барыһы ла машина эшләүселәр генә түгел, башҡа тармаҡ үҫешенә лә аяҡ салмай ҡалманы. Шулай ҙа Иҙел башы предприятиелары Рәсәй етештереүселәре араһында алдынғылар рәтендә. Шуларҙың береһе - һалҡын һәм эҫе килеш уралған пружиналар етештереүсе “Урал пружина заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.

Уңышлы юл үҫешкә илтә
Уңышлы юл үҫешкә илтә

Ҡулланыусылар баҙарында уңышлы эшләгән, йылдам үҫешкән, төрлө Рәсәй, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан ҡеүәтле предприятие ошо көндәрҙә Машина эшләүселәр көнөн генә түгел, бәләкәй генә юбилейын да билдәләргә йыйына. Компанияны 15 йыл элек, бөгөнгө көндә Директорҙар советы рәйесе булған, Белоретта тыуып үҫкән һәм тыуған ҡалаһына тоғро ҡалған Денис Лоҡманов ойоштора. 2008 йылда “Урал пружина заводы”нда тәүге пружина етештерелә башлай. Инвестиция проекты бынан ике йыл элек сит ил ҡорамалдарын һатып алғанда курс айырмаһын компенсациялау менән өҫтөнлөклө исемлеккә индерелә. Рессоралар етештереү ҡаланың йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе (“Рессора” фәнни-производство фирмаһы” йәмғиәте) сиктәрендә тормошҡа ашырыла. 2021 йылда яңы рессоралар производствоһы “Рессора” фәнни-производство фирмаһы сафҡа индерелә. «Рессора» йәмғиәте - рессораларҙы сериялы етештереү өсөн инновацион автоматлаштырылған комплекс. Уның етештереүендә рессораларҙы термик эшкәртеү һәм ирекле һығылыуҙың тулы циклы, шулай уҡ 1,5 мең сәғәт тоҙ томанын тәьмин итеүсе катафорез грунты менән ҡаплау индерелгән. 2021 йылдың 10 сентябрендә беренсе рессора етештерелә, 15 сентябрендә иһә рессораларҙы сериялы етештереү өсөн инновацион автоматлаштырылған комплексты асыу тантанаһы була. Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, "КамАЗ" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Когогин, "УРАЛ" автомобиль заводының генераль директоры Павел Яковлев, шулай уҡ "Уралвагонзавод" концернының граждандар продукцияһы буйынса генераль директоры урынбаҫары Борис Мягков ҡатнаша. Шулай итеп, бөгөн төркөм составына “Урал пружина заводы” һәм “Рессора” фәнни-производство фирмаһы” йәмғиәттәре инә һәм автомобиль, тимер юл, нефть сығарыу, тау, энергетик, ауыл хужалығы тармаҡтарында алдынғы предприятиеларҙы тәьмин итеүсе булып тора.

Илебеҙҙә һәм донъя баҙарында танылыу алған “Урал пружина заводы” йәмғиәте - диаметры 0,4 миллиметрҙан 60-ҡа тиклем тимер сымдан һалҡын һәм эҫе килеш урау ысулы менән эшләнгән пружиналарҙың киң номенклатураһын тәьмин итеүсе әҙерләү операцияларынан алып етештерелгән изделиены контролдә тотоуға тиклем технологик процеста пружиналы етештереүҙе өҙлөкһөҙ тәьмин иткән, шулай уҡ етештереү сифаты һәм күләме буйынса ҡулланыусыны ҡәнәғәтләндергән европа сифатлы продукция етештергән алдынғы предприятие. Компания етештереү сифаты һәм бизнесты алып барыуға яуаплы ҡарашы арҡаһында танылыу ала. Предприятие финанс тотороҡлолоғо буйынса юғары рейтингка эйә. Компаниялар төркөмө хеҙмәткәрҙәренең хәүефһеҙ эш шарттарын һәм лайыҡлы эш хаҡын тәьмин итә. Оҙайлы һәм ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлеккә йүнәлтелгән ышаныслы партнер ҙа. Компания бөтә Рәсәй, Европа һәм Азия илдәре менән хеҙмәттәшлек итә. “Урал пружина заводы” һәм “Рессора” фәнни-производство фирмаһы - социаль яуаплы ойошмалар, улар һалым түләү, эш урындары булдырыу һәм хәйриәлек аша төбәк үҫешенә үҙ өлөшөн индерә. Рәсәйҙә пружиналы продукция етештереүсе иң эре өс компания иҫәбенә инә. Етештерелгән продукция күләме - йылына 20 мең тоннанан ашыу. Компанияның йыллыҡ әйләнеше 2,5 млрд һум тәшкил итә.

Бында йәш, амбициялы профессионалдар командаһы эшләй. Хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса йәше - 36. Предприятие персоналының 70 проценты юғары профилле белемгә эйә. Составында ғилми-тикшеренеү төркөмө бар. 50 процент төркөм хеҙмәткәрҙәре - ғилми дәрәжәгә эйә. Компания 20 меңдән ашыу төр продукция - рессоралар, пружиналар, штамплау һәм бөгөү изделиелары етештерә. Сертификацияланған лабораторияһы бар.

“Урал пружина заводы”ның бөгөнгө миссияһы - пружиналар һәм изделиелар етештереүҙе генә түгел, ә тәрән һәм киң мәғәнәле төшөнсәне лә үҙ эсенә ала: һығылмалы энергия менән идара итеүҙә ышаныслы ысулдар ҙа тәҡдим итә. Һәр юғары һөҙөмтәлеойошманың аныҡ билдәләнгән маҡсаты бар. Бы лкөндәлек дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеү мөмкинлегенбирә. Алдынғы предприятие бизнес, капиталға уртаса тармаҡ ҡайтарымына ҡарағанда, юғары килемкилтерә һәм финанс тотороҡлоғо менән айырылыптора.

Хеҙмәткәрҙәргә, клиенттарға һәм партнерҙарға,йәмғиәткә һәм дәүләткә ихтирам менән ҡарау, халыҡ-ара хоҡуҡтың дөйөм ҡабул ителгән принциптарын һәм нормаларын, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен теүәлүтәү кеүек принциптарға таянып эшләүҙе хуп күрәпредприятие. Тәжрибә һәм үҙ эшеңде теүәл белеү,даими камиллашыу, өйрәнеү, эҙләнеү, новаторлыҡ билдәләнгән маҡсаттарға өлгәшеүгә булышлыҡитеүен, продукцияның сифаты һәм клиенттарҙы хеҙмәтләндереү кимәле юғары булыуы уңышҡ аөлгәшеүҙең мөһим факторҙары икәнлеген дә аңлай компания етәкселеге. “Бер-береңде аңлау һәм ышаныу, үҙ-ара ярҙам, корпоратив теләктәшлек һәмойошма эсендә проблемаларҙы бергәләп хәл итеү,партнерҙар, клиенттар, йәмәғәтселек, дәүләт органдары менән асыҡ бәйләнеш үҙ миссиябыҙҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә. Предприятиеның төп ҡиммәте - уның кешеләре. Беҙ үҙебеҙҙе асыҡсистема итеп ҡуябыҙ һәм һәр ваҡыт үҙебеҙҙә, тирә-яҡта нимә барлығын беләбеҙ. Был ҡулланыусыларбаҙарында лидерлыҡ позицияһын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә. Хеҙмәткәрҙәребеҙ хаҡында ҡайғыртабыҙ. Улар эшкә теләк менән йөрөргә, ә унан һау-сәләмәт һәм бәхетле китергә тейеш”, - ти Директорҙар советы рәйесе Денис Салауат улы.

Бөгөнгө көндә предприятиела 600-ҙән ашыу кешеэшләй. Хеҙмәткәрҙәренә лайыҡлы эш хаҡы, уңайлыҡтар булдырыуға өлгәшкән завод етәкселеге.

Проект ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тормошҡа ашырыла:предприятие булдырыуҙың бизнес-планы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә 2020 йылдыңмайында тәҡдим ителә. Проект хуплау һәм инвестиция ярҙамы ала, шулай уҡ сәнәғәт үҫешенең иңөҫтөнлөклө йүнәлештәре иҫәбенә инә.

Предприятие 15 йыллыҡ юбилейын уңыштарменән ҡаршылай. Был көндө хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың ғаиләләре өсөн ҙур байрам тантаналары, спорт саралары, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола, лайыҡлылар дәүләт наградалары, Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.Бүләкләнеүселәр араһында ябай эшсенән алып цехначальниктарына тиклем вазифа биләгәндәрҙең билдәләнеүе ҡыуаныслы. Исемлектә Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булған Фидан Хабаев та (һүрәттә) бар.

Ғафури районының Иҫке Тайыш ауылы егете Фидан Хабаев Стәрлетамаҡ 54-се һөнәрселек училищеһының ҡорамалдар буйынса электромонтерҙарәҙерләү бүлеген тамамлай. Чечен Республикаһындахеҙмәт иткәндән һуң, 2005 йылда Белорет ҡалаһында туғандары янында төпләнә. Һөнәре буйынсаБелорет рессора һәм пружиналар заводында туғыҙйыл эшләй. Һуңынан “Урал пружина заводы”на эшкә урынлаша. Заводта ун йыл эшләү дәүерендә,тырыш эшсе хеҙмәттәштәре араһында ихтирам яулауға ла өлгәшкән. Һанлы программа менән идараитеү станоктарын көйләүсе оператор Фидан Тимерйән улы вагондар өсөн тәғәйен пружинаны шымартыуҙан тыш, ҡорамалдар көйләй, станоктарҙыңпроизводствола эшләүен контролдә тота, уларҙы һынап ҡарай, етешһеҙлектәрен бөтөрә, изделиеларҙың сифаты өсөн яуап бирә.

Эштең автоматлаштырылған булыуы ауыр эште күпкә еңеләйтә. Тырышып эшләү, сифатлы продукция етештереү өсөн предприятиела бөтә уңайлыҡтар, шарттар булдырылған. Етәкселек тырышхеҙмәтебеҙҙе лә баһалай, - ти ул.

Алдынғы эшсе тормош иптәше, Аҙналы ҡыҙы Рәсилә менән биш бала тәрбиәләй. Күп балалы ғаилә башлығына артабан да эшендә уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: