Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь 2023, 17:02

Ғәййәр рухлы халҡың менән байһың, республикам!

Республика көнө уңайынан ҡала Мәҙәниәт һарайында “Ғәзиз ерем - Башҡортостан” исемле мәртәбәле сара уҙҙы.

Ғәййәр рухлы халҡың менән байһың, республикам!
Ғәййәр рухлы халҡың менән байһың, республикам!

Тантаналы йыйылышта муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, район Советы рәйесе Дилә Хәмзина, Башҡортостан Республикаһының ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Раян Шаһимөхәмәтов, патриотик тәрбиә мәсьәләләре буйынса төбәк Башлығы кәңәшсеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Валентин Солодовник,   Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова һәм башҡалар ҡатнашты.

Һәр сығыш яһаусы республикабыҙҙың илдә лайыҡлы урын тотоуын, сәнәғәт, төҙөлөш, ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау, фән, мәҙәниәт, спорт һәм башҡа өлкәләрҙә ҙур ҡаҙаныштарға ирешеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Башҡортостандың төп байлығы - уның күп милләтле, дуҫ-татыу халҡы. Илебеҙ өсөн ғәйәт ауыр, ҡатмарлы осорҙа тап ошо үҙ-ара дуҫлыҡ, рухи берҙәмлек беҙҙе алға, еңеүгә әйҙәй, күңел төшөнкөлөгөнән, өмөтһөҙлөктән аралай. Хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарыбыҙға һәр йәһәттән ярҙам күрһәтеү, ил мәнфәғәте өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт итеү - үҙе үк илһөйәрлек, ғәййәрлек билдәһе, - тине үҙ сығышында Андрей Иванюта.

Башҡорт иле өсөн мөһим, әһәмиәтле байрамда күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте  арҡылы һөнәрендә уңыш ҡаҙанған, халҡы, Ватаны өсөн янып йәшәгән фиҙаҡәрҙәр тәбрикләнде.

Өс тиҫтә йылдан ашыу Инйәр балалар сәнғәт мәктәбендә балаларға ҡурай серҙәрен төшөндөргән, йәш быуында башҡорт мәҙәниәтенә, моңона һөйөү тәрбиәләгән талантлы педагог Вилүр Ҡотломөхәмәтов - “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булһа, Белорет педагогия колледжы уҡытыусыһы Наталья Кожевникова “Рәсәй Федерацияһы белем биреү өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре” билдәһе менән наградланды.

Муниципаль район хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙарын анализлау һәм прогнозлау секторы мөдире Лилиә Кирсанова - Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең  Почет грамотаһы, район хакимиәтенең граждандар оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса бүлеге начальнигы Сергей Ляпин - Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының Рәхмәт хаты, район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш бүлеге начальнигы Анна Иванова Башҡортостан Республикаһы Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең X форумы сиктәрендә ойошторолған сараларҙа һәм Санкт-Петербургта уҙған Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәрендә әүҙем ҡатнашҡан райондаштар: Асы ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Йәмилә Сәлимйәнова, Шығай ауыл хакимиәте башлығы Исмәғил Әбүталипов, Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы мөдире Сәғирә Ғәлиуллина Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.

Ҡала биләмәһе башлығы урынбаҫары Вероника Домнина, район хакимиәтенең граждандар оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса бүлеге начальнигы Сергей Ляпин Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Почет грамотаһы менән билдәләнделәр.

Бала тәрбиәләүгә намыҫлы, яуаплы ҡараған, бишәр балаға ғүмер биргән оло йөрәкле әсәйҙәр: Зилә Аҫылбаева, Олеся Старцева, Мария Фенапетова (Үҙән ауыл хакимиәте), Гөлнара Сәлимгәрәева (Инйәр ауыл хакимиәте) мәртәбәле баһа - “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булдылар.

Ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер үренә артылған, алтын туйҙарын билдәләгән өлгөлө ғаилә парҙары: Хәлиҙә һәм Алик Зәйҙуллиндар, Любовь һәм Геннадий Хлыстовтар, Нина һәм Александр Колобовтар ҙа изге теләктәр, иҫтәлекле бүләктәр ҡабул иттеләр.

“Белорет металлургия комбинаты” акционерҙар йәмғиәтенең ветерандар ойошмаһында оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр эшмәкәрлек иткән, ҡала үҫешенә тос өлөш индергән Инвалидтар советы рәйесе Вера Селезнева, урындағы Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары (пенсионерҙары) йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Николай Платонов “Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының почетлы ветераны” тигән маҡтаулы исем менән баһаландылар.

Республика һәм район мәҙәниәте, сәнғәте өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән дан яҡташтарыбыҙ: Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, профессор Рәмил Ғәйзуллин, талантлы рәссам, педагог Артур Знот (үлгәндән һуң) “Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының почетлы гражданины” исеменә лайыҡ булдылар.

 Халҡы, иле өсөн янып йәшәгән илһөйәр рухлы райондаштар:  Азат Хәйретдинов  - “Генерал Шайморатов”, ҡала Мәҙәниәт һарайы хормейстеры Наталья Кем, Асы ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Йәмилә Сәлимйәнова, ҡала Картиналар галереяһы директоры Нина Горбатова райондың “Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн” миҙалдары менән наградланды.

Намыҫлы хеҙмәте арҡылы төрлө өлкәлә төйәгебеҙ үҫешен тәьмин иткән фиҙаҡәрҙәр ҙә муниципаль район Советы һәм хакимиәтенең Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған тантаналы сара бай йөкмәткеле байрам концерты менән тамамланды.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: