1977 йылда Белорет-Ҡарлыман тимер юл линияһы файҙаланыуға тапшырыла. Ул Башҡортостандың көнбайыш һәм көнсығыш өлөшөн иң ҡыҫҡа юл менән бәйләй. Илдең Европа өлөшөн Себер һәм Алыҫ Көнсығыш менән тоташтырыусы тимер юл тармаҡтарының береһе. Халыҡта тимер юлын “Башҡорт БАМ-ы” тип тә йөрөтәләр, сөнки уны төҙөүҙә СССР-ҙың бөтә мөйөштәренән студенттар отрядтары һәм хәрби тимер юлсылар әүҙем ҡатнаша, Урал төбәген үҫтереүҙә лә ҙур роль уйнай.
Яңыраҡ Иҙел башы биләмәһендә урынлашҡан тимер юл төҙөүселәре һәйкәле янында Башҡортостанда Белорет-Ҡарлыман участкаһында хәрәкәт асылыуға 45 йыл тулыу уңайынан тантаналы саралар үтте. Тантаналы митингыла Куйбышев тимер юл етәкселәре һәм муниципаль власть органдары етәкселәре ҡатнашты. Шулай ҙа байрамдың төп ҡунаҡтары был участканы төҙөүҙә ҡатнашҡан ветеран тимер юлсылар булды. Йыйылыусылар Белорет-Ҡарлыман тимер юлы төҙөүселәре һәйкәленә сәскәләр һалып, киләсәк быуынға батырлыҡ, сыҙамлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө булып торған “Башҡорт БАМ-ы”ның хеҙмәт батырлығын хөрмәтләп иҫкә алды.
“Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең филиалы Куйбышев тимер юлы начальнигы урынбаҫары Дмитрий Новиков 40 мең эшсеһе иҫәпләнгән тимер юлы дирекцияһы исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
- Бөгөнгө осрашыуыбыҙҙа шул йылдарҙағы йәштәрҙең һәм тимер юл транспорты хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт батырлығын хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. “Башҡорт БАМ-ы”н төҙөгән ветерандарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Әйтергә кәрәк, тимер юлсыларҙың бөгөнгө быуыны ла атай-олатайҙарының данлы традицияларынан ҡалышмай. Юбилей датаһы айҡанлы күләмле юл эштәрен тамамланыҡ, участкала ҡатмарлы тәбиғәт рельефы шарттарында хәрәкәт итеү өсөн махсус булдырылған иң ҡеүәтле “Ермак” заман локомотивы базаһында ауыр йөк поездары йөрөй. Яҡын киләсәктә Өфө-Сибай, Өфө-Магнитогорск машруттарында ҡала яны поездарын ебәреү планлаштырыла, - тип билдәләне сығышында Куйбышев тимер юл начальнигы урынбаҫары Дмитрий Новиков.
Һөнәри оҫталыҡ, ышаныслылыҡ, хеҙмәтте камиллаштырыу резервтарын эҙләүгә даими йүнәлтелгәнлек, теге йәки был яңылыҡты өмөтлө һәм иҡтисади яҡтан маҡсатҡа ярашлы булыуын дөрөҫ билдәләү оҫталығы Куйбышев магистрале Башҡортостан төбәге тимер юлсыларына иң ҡатмарлы һәм көнүҙәк бурыстарҙы уңышлы хәл итергә ярҙам итә.
Бөгөнгө наградалар быны раҫлай. Куйбышев магистраленең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә ведомство һәм төбәк наградалары тапшырылды. Куйбышев тимер юлының элекке ветеран эшселәре - Анатолий Алексеев, Павел Багров, Гүзәл Башарова, Юрий Горбачев, Галина Гуцал, Айрат Иҡсанов, Виктор Каледин, Айрат Ҡәйүмов, Зинаида Кондрашова, Валентина Павлова, Николай Размаев, Шайморат Саматов, Раиса Таипова, Николай Трушин, Анатолий Уткин, Каниспай Шалманов, Белорет юл дистанцияһы мастерҙары Әнүәр Закиров һәм Юрий Львов, Өфө дистанцияһы электромеханигы Әмир Исхаҡов, өлкән электромеханигы Виталий Кульбаев, Инйәр электр менән тәьмин итеү дистанцияһы өлкән электромеханигы Илдар Минулин, Приуралье тимер юл станцияһы начальнигы Дилара Сулимова, Инйәр дистанцияһы электромонтеры Рәдиф Солтанов, юлдарҙы ремонтлау буйынса Куйбышев дирекцияһының 148-се машина станцияһы мастеры Динис Халиҡов, сигнал биреүсеһе Миңлегөл Хәмиҙуллина, Белорет юл дистанцияһы эшсеһе Юнир Юламанов тимер юл начальнигының Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Бүләкләнеүселәр араһында Белорет-Ҡарлыман тимер юлын төҙөүҙә ҡатнашыусыларҙың береһе - Йөйәктән Айрат Иҡсанов та бар. Өфө тимер юлы техникумын тамамлаған йәш белгес 340-сы төҙөлөш-монтаж поезына эшкә инә һәм 1977 йылдың апреленән ноябргә тиклем ҡатмарлы участкаларҙың береһе - Йөйәк-Рафтау юл дистанцияһын төҙөүҙә ҡатнаша. Хәрби хеҙмәттән һуң да, туған предприятиеһында, хаҡлы ялға сыҡҡансы, хеҙмәт юлын дауам иткән юл ветераны тантаналы сарала ихлас ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта Белорет инженер ҡоролмалары дистанцияһының юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау һәм тәртиптә тотоу буйынса бригадир Ринат Абдрахманов, яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлаусы Павел Агеев, Дим вагон депоһының тикшереүсе-ремонтлаусыһы Борис Жариков, Белорет тимер юл станцияһының начальник урынбаҫары Наталья Запевина һәм Белорет тимер юл дистанцияһының начальник урынбаҫары Азат Шәйхетдиновҡа район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Куйбышев тимер юлының төбәк-ара һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе урынбаҫары Валерий Пупов барыһын да байрам менән ҡотланы. Байрам сараһы сиктәрендә тимер юлсылар аллеяһына 45 йәш үҫентеултыртылды. Башҡортостан төбәге тимер юл транспорты предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында матур концерт программаһы күрһәтелде.