Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль , 15:28

Автобустарға - “йәшел ут”!

Учалы автотранспорт предприятиеһының Белорет колоннаһы автопаркы "ГАЗЕЛЬ NEXT" маркалы дүрт яңы автобус менән тулыланды.

Автобустарға - “йәшел ут”!
Автобустарға - “йәшел ут”!

Автобустар бәләкәй ҡалаларҙың һәм ауыл биләмәләренең хәрәкәт итеүсе составын яңыртыу федераль программаһы буйынса һатып алынған.

"Газел"дәр Белорет-Үҙәнбаш, Белорет-Шығай, Белорет-Үрге Әүжән һәм Миндәк-Белорет маршруттары буйынса йөрөй. Аҙнаһына биш тапҡыр, көнөнә ике-өс рейс йөрөй. Билеттарҙы ҡулаҡса һәм карта менән һатып алырға мөмкин, автобуста терминал да бар.

Тулы расписание менән сайтта - https://bashauto.ru/tickets-andschedule/, Белорет автовокзалында йәки +7 (347) 262-50-50 телефоны буйынса танышырға мөмкин.

Рейстар араһында автобустар ҡалала 12-се маршрут буйынса йөрөй.

Яңы йәмәғәт транспорты хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә:

"Газел"дең артҡы өлөшө түбән иҙәнле, пандус, хәрәкәт ваҡытында инвалид коляскаһын нығытыу өсөн махсус урын менән йыһазландырылған. Кешеләрҙе ултыртҡанда автоматик рәүештә аҫҡы баҫҡыс алға сыға. Салонда хәүефһеҙлек ҡайыштары бар, аппаратура эш ваҡытын күрһәтә, ГЛОНАСС системаһы бар.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: