"Ундағы яланғас тауҙарға, ҡылған үҫкән ҡомло далаларға, ҡолаҡ төбөндә һыҙғырып торған әсе елгә өйрәнеп бөттөк инде", - ти Нәфис. Заданиеға барған һайын, олатаһы өйрәткән доғаны уҡып, беренсе көндән бергә булып, бер-береһенә терәк булған, йыл ярым бер-береһен ҡурсалап йөрөткән иптәше Маратҡа ла ҡабатларға ҡушып йөрөгән. Тик һаҡлай алмаған шул яуҙашын. "Бер алышта дошман пуляһы тейеп, ҡулымда йән бирҙе", - тип, тынып ҡалды ла башын түбән эйҙе.
Шундай ваҡиғаларҙы иҫләргә яратмай Нәфис. Һуғыштан ҡайтҡас өйләнеп, улы тыуғас, дуҫының исемен ҡуша.
Нәфис Рәсүл улы Аҫылғужин Бөрйән районының Нөгөш (ул ваҡытта Ямаш) ауылында, 1966 йылдың 9 майында донъяға килә. Ғаиләлә ете бала үҫәләр. Малайҙарҙан иң олоһо булараҡ, барлыҡ ир-егеттәр эшен башҡарырға һәм атаһының беренсе ярҙамсыһы булырға тура килә.
Мәктәпте тамамлағас, һөнәрселек училищеһында тракторсы һөнәрен үҙләштерә. Тик уҡырға насип булмай, көҙгә әрмегә саҡырыу ҡағыҙы килә һәм 1984 йылдың октябрь айында һалдат шинелен кейҙереп алып та китәләр.
Өс ай Пензала хәрби уҡыуҙар үтеп, Төркмәнстанға осалар һәм теүәл ике йыл афған ерендә хеҙмәт итергә тура килә. Өйгә, Бөрйәненә, 1987 йылдың мартында ғына ҡайтып инә.
"Олатайымдың рухы фәрештә булып һаҡлап йөрөткәндер инде. Күпме дан егеттәрҙе юғалттыҡ" (Олатаһы Уйылдан ҡарт данлыҡлы мулла, дауалаусы булған). Тыуған ил алдында бурысын үтәргә тип киткән егеттәр, һуғышҡа барып инербеҙ тип уйламағандарҙыр ҙа. Ә уларға, 18-20 йәшлек егеттәргә, дошман менән һуғышырға, яуға барырға, кәрәк саҡта иптәштәрен дә яу яланынан алып сығырға тура килә. Бына шундай батырлыҡтары өсөн дә Нәфистең күкрәгенә орден тағалар.
Май айының йәмле бер көнөндә, разведчиктар артынан, бер взвод һалдаттар заданиеға китә. Улар араһында Нәфис тә була.
Заданиены үтәйҙәр, тик ниндәй хаҡ менән...
Ошо алышта Нәфис ҡаты яраланған командирын яу яланынан алып сыға. Командирҙы госпиталгә оҙаталар.
Командирҙың: "Улым, һин ҡыйыу башҡорт, рәхмәт, үҙеңде һаҡла", - тигән һүҙҙәре һаман ҡолаҡ төбөндә яңғырап торған һымаҡ, ти, әңгәмәсем. Ике йыл эсендә күп булғандыр инде тарихҡа инерлек хәлдәр, иптәштәренең, үҙенең дә батырлыҡтары, күргәндәре. Тик беҙҙең башҡорт халҡына хас тыйнаҡлыҡ, сабырлыҡ, баҫалҡылыҡ, кәрәкмәгән ерҙә күп һөйләмәү алда торалыр.
Был хәлде лә, орденды ниндәй батырлыҡ өсөн бирҙеләр, тигәс кенә, ҡыҫҡаса һөйләп бирҙе.
Шулай, взводта һалдаттар араһында бер үҙе "Ҡыҙыл йондоҙ" менән бүләкләнә һәм күкрәгенә орден тағып әрменән ҡайтып төшә. Ә 1988 йылда М.С. Горбачев ҡултамғаһы менән Юғары Советтан "Воину-интернационалисту" тигән Грамота һәм "От благодарного афганского народа" тигән миҙал тапшыралар. 2008 йылдан алып биш йыл һайын юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.
Нәфис Рәсүл улы әлеге ваҡытта Межгорье ҡалаһында йәшәй. Ҡатыны Мәнзүрә менән ике бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Хәҙер биш ейән-ейәнсәргә олатай ул.
Афғанстандан һалдаттарҙы сығарыуға быйыл 35 йыл. Яралар уңалһа ла, хәтер - мәңгелек.
Һүҙемде тамамлап, ошо шиғыр юлдарын яҙып үткем килә.
АФҒАН
Йә, Хоҙай, өйөмдә икән мин,
Һаташып ғаиләмде уяттым.
Таңғаса керпек тә ҡаҡманым,
Ятһам да йоҡларға ҡабаттан.
...Һөйгәнем йүгерә ҡаршыма,
Сәскәләр бәйләме ҡулында.
Шул ваҡыт ер йыртып үкереп,
Миналар ярылды болонда.
Эх, бөттө, киҫелде өмөттәр,
Ҡайҙа һуң бәхетле көндәрем?!
Тик хәҙер үкенеп-һыҙланып,
Үтәләр йоҡоһоҙ төндәрем.
Йонсоу төндә тәндә яралар,
Яналар, ҡыҙышып, ут булып.
Төштәремдә генә йылмайыу,
Күп түгел, бер нисә минутлыҡ.
Афғанда ҡан ҡойған һалдаттар
Йоҡлайҙар һаташып, төш күреп.
Өн менән төштәре буталып,
Торалар шул ҡапыл һикереп.
Франгил ҒӘЛИЕВ,
Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар берлеге ағзаһы.
Межгорье.