Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июнь , 06:49

Һәр саҡырыу - ҙур һынау

Шәфҡәтлелек, профессионаллек, кешелеклек - медицина хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге ошо принциптарға нигеҙләнгән.

Һәр саҡырыу - ҙур һынау
Һәр саҡырыу - ҙур һынау

Ашығыс медицина ярҙамында эшләгәндәр иртә таңдан, кис һәм төн уртаһында, теләһә ниндәй араны үтеп, саҡырыуҙарға сыға, хатта ғәҙәттән тыш хәлдә лә аныҡ һәм дөрөҫ эш итеп, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарып алып ҡала. Был медициналағы иң ҡатмарлы һөнәрҙәрҙең береһе тиергә мөмкин. Сөнки йыш ҡына диагноз ҡуйыу өсөн бер нисә минут ҡына ваҡыт бар һәм лаборатория диагностикаһы ысулдарын ҡулланыу мөмкинлеге юҡ.

Инйәр участка дауаханаһының тиҙ ярҙам күрһәтеү бүлеге фельдшеры Фәрзәнә ИҘРИСОВАның, медицина өлкәһендә 35 йыл эшләү осоронда күпме кеше ғүмерен һаҡлап ҡалғанын һәм ярҙам иткәнен һанап бөткөһөҙ.

Фәрзәнә Йәнмырҙа ҡыҙы 1969 йылда Ноҡат ауылында, алты балалы ишле ғаиләлә бишенсе булып донъяға килгән. Башланғыс мәктәпте тыуған ауылында тамамлағас, Арышпар һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә белем ала.

“Медицина хеҙмәткәре булырға бала саҡтан хыялландым. Аҡ халат кейгән шәфҡәт туташтары миңә фәрештә кеүек инеләр.

Инйәр урта мәктәбен тамамлап, Белорет медицина училищеһының фельдшерҙар әҙерләү бүлегенә уҡырға индем. Ҡулыма диплом алғас, йүнәлтмә буйынса Сосновка амбулаторияһына ебәрҙеләр һәм фельдшер булып хеҙмәт юлымды шунда башланым.

Арышпар ауылы егете Рәфил Нуриәхмәт улы менән ғаилә ҡорғас, Арышпар фельдшер-акушерлыҡ пунктына эшкә күсерҙеләр һәм 20 йылға яҡын шунда эшләнем. Ошо осорҙа өс балаға ғүмер бүләк иттек. Улыбыҙ Наил менән ҡыҙыбыҙ Юлиә аталары юлын һайланы - береһе Инйәрҙең 2-се мәктәбендә, икенсеһе Учалы ҡалаһында ең һыҙғанып, дәртләнеп, уҡытыусы булып эшләйҙәр.

Наил - өс, Юлиә ике балаға атай-әсәй булып, ғаиләләре менән матур итеп донъя көтә. Кесе улыбыҙ Тимур Өфө дәүләт авиация университетын тамамлап, бөгөнгө көндә УМПО-ла уңышлы ғына эшләп йөрөй.

Тормош булғас, төрлө хәлдәр була, Арышпарҙа мәктәп ябылыу сәбәпле, тормош иптәшемде Инйәр мәктәбенә ебәрҙеләр һәм ғаиләбеҙ менән күсеп китергә тура килде. Мин Инйәр дауаханаһының тиҙ ярҙам күрһәтеү бүлегенә фельдшер булып эшкә урынлаштым һәм хәҙер 12 йыл ошонда хеҙмәт итәм.

Эшем нисек кенә ауыр булмаһын, уны күңел биреп, яратып атҡарам. Сирлеләргә ярҙам ҡулы һуҙып, уларҙың рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү барлыҡ арыуҙарҙы һыпырып ташлап, күңелгә йылылыҡ бирә һәм ошо ваҡытта хеҙмәтеңдең кешеләргә ни тиклем кәрәк булыуын тояһың. Беҙҙең өсөн иң ауыры - пандемияосоро булды. Үҙебеҙ генә икешәр тапҡыр был сир менән ауырыныҡ, халыҡта ла күпләп COVID-19 теркәлде. Тап ошо көсөргәнешле ваҡытта медицина өлкәһендә эшләгәндәр ҙур һынау аша үтте. Эшем бик яуаплы, шуға күрә үҙемә йөкмәтелгән бурыстарҙы һәр ваҡыт намыҫ менән үтәргә, һәр ҡайһыһына мөмкин булғанса ла, булмағанса ла ярҙам күрһәтергә тырышам. Коллективыбыҙ татыу, берҙәм, бер-беребеҙгә ярҙамсылбыҙ. Мөдиребеҙ Зариф Миңлебай улы Суфьяновҡа ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, ыңғай хәл итергә тырыша, сирлеләргә лә, беҙгә лә эшләү һәм дауаланыу өсөн мөмкинлектәр булдыра. Рәхмәт уға!

Тормошомдан ҡәнәғәтмен, янымда ярты һүҙҙән аңлап торған тормош иптәшем, мине яратҡан балаларым, ҡәйнәм тип өҙөлөп торған киленем менән кейәүем, өләсәй тип йүгереп йөрөгән ейәндәрем, әле йәше лә тулмаған, күҙҙәремә мөлдөрәп ҡарап торған ейәнсәрем бар. Былар барыһы ла миңә йәшәү көсө, дәрт бирә, мин яратҡан ғаиләм һәм эшем булыуы менән бәхетлемен.

Форсаттан файҙаланып, барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым! Ауыр һәм яуаплы эштәрендә еңеллек, ғаиләләренә именлек, тыныс күк йөҙө теләйем!”, - тине Фәрзәнә Йәнмырҙа ҡыҙы.

Кешеләргә хеҙмәт күрһәтеү - бөйөк эш, әгәр инде ул кешенең физик ауыртыуын бөтөрһә, уны бер ни менән сағыштырып булмай. Ә медицина хеҙмәткәрҙәренең төп тәғәйенләнеше - ярҙам итеү, ҡотҡарыу һәм унда Фәрзәнә Иҙрисова кеүек был һөнәрҙе үҙ булмышы итеп алғандар ғына ғүмер буйы эшләй ала.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: