Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июль , 10:52

Һәр кем үҙ өлөшөн индерә

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы “Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн!” лозунгыһы бөгөн икенсерәк яңғырай. "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” тигән лозунг халыҡҡа берләшеп, артабан да яугирҙарға ярҙам итергә көс һәм дәрт бирә. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға иғтибарын да, ярҙамын да йәлләмәй.

Һәр кем үҙ өлөшөн индерә
Һәр кем үҙ өлөшөн индерә

Белоретта ла ирекмәндәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн маскировка селтәрҙәре әҙерләү процесын тиҙләтеү ысулын таба. Проект урындағы халыҡ һәм ирекмәндәр ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.

Белорет ирекмәне Евгения Сафонова Интернет селтәрендә таҫма ҡырҡыу станогы идеяһын һәм өлгөһөн табып, урындағы оҫталарға мөрәжәғәт итә. Идеяны Юлиә һәм Азамат Заһитовтар элеп алып, хәрбиҙәрҙе һаҡлау өсөн кәрәкле маскировка селтәрҙәре етештереү өсөн станок эшләргә ҡарар итә. Ай ярым эсендә станок ҡулайлаштырылып, Никольский соборы бинаһына урынлаштырыла. Элек бындай селтәрҙәр өсөн материалды ҡырҡыу күп ваҡыт һәм көс талап итһә, хәҙер был станок ярҙамында эш күпкә тиҙерәк һәм һөҙөмтәлерәк. Материалдар таҫмаларға ике ярым сәғәттә бүленә, был етештереүсәнлекте арттыра.

Ирекмәндәр Азамат Заһитов һәм Алексей Сафонов мәктәп уҡыусылары, студенттар, юнармиясылар һәм сиркәү мәхәлләһе ярҙамсылары менән бергә тиҙ арала эште башҡара. Әҙер таҫмалар бер нисә нөктәгә таратыла һәм ирекмәндәр селтәр үрергә тотона. Һуңғы айҙа Белорет ирекмәндәре 30-лап маскировка селтәре үргән. Уларҙы махсус хәрби операция зонаһына киткән яугирҙарға бирәләр, гуманитар ярҙам менән оҙаталар.

“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугиры, яҡташыбыҙ Рафик Әхмәтшин да маскировка селтәрҙәренең төрлө нығытма һәм ут нөктәләрен дошмандан һаҡлау өсөн кәрәклеген әйтте. “Селтәрҙәр япмаһы менән һалдаттарыбыҙ ныҡлы ҡалҡан аҫтында. Дошман дрон һәм коптерҙар ярҙамында һауанан даими күҙәтеү алып бара. Маскировка селтәре менән ҡапланған блиндаж-нығытмалар, хәрби техника, ут нөктәләре ер ландшафты менән тигеҙләнеп, уларҙы шәйләү мөмкинлеген кәметә. Яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡалған, халҡым күҙ нурын түгеп үргән селтәр - беҙҙең ҡалҡан. Был изге эшкә ҡушылған һәм атҡарған һәр кешегә оло рәхмәтемде һәм ихтирамымды еткерәм, - ти  "Журналист".

Штурмлау взводы командиры, яҡташыбыҙ “Өфө” әйтеүенсә лә, уларҙың взводы маскировка селтәренә мохтаж.

 Егеттәребеҙгә лә Белорет оҫталары үргән селтәрҙәр барып етеп, ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыр.

Автор:
Читайте нас: