“Беҙ инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә, хеҙмәт йәшендәге инвалидтарға етди ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Уларҙы эш урыны менән тәьмин итеү, уҡыу-уҡытыуҙы ойоштороу, уңайлы мөхит, реабилитация системаларын булдырыу йәһәтенән эш етерлек. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнһә лә, бындай кешеләрҙең мөмкинлектәре сикһеҙ. Бурыс - уларҙың йәшәү кимәлен күтәрерлек мөхит булдырыу, технологиялар индереү”, - тигәйне республика етәксеһе.
Маҡсатлы йылда билдәләнгән йүнәлештәр, халыҡтың социаль яҡланмаған категорияларына ярҙам итеү, уларҙы дәртләндереү буйынса әүҙем мәшғүллек сәйәсәте сараларын ғәмәлгә ашырыу дауам итә. Шундай сараларҙың береһе Белорет ҡалаһында ла үтте. "Үткәнгә рәхмәтле булып, киләсәккә өмөт менән" (“Благодаря и вопреки”) ижтимағи форумының да маҡсаты - эшләнелгән эштәр тураһында отчет биреү түгел, ә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә һәм уларҙың ғаиләләренә борсоған һорауҙарын бирергә, уларҙы хәл итергә мөмкинлек биреү.
Тәүге тапҡыр үткән форумда “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды координаторҙары Белорет, Учалы, Ғафури, Архангел һәм Әбйәлил райондарының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларына һәм уларҙың ғаиләләренә консультация бирҙе, шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә район-ҡаланың социаль тармағы етәкселәре менән осрашып, үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алыу мөмкинлеге булды. Ҡала Мәҙәниәт һарайы фойеһында Һуҡырҙар йәмғиәтенең, махсус тренажерҙар етештереүсе Урал спорт инвентарҙары заводының, ҡаланың коррекцион мәктәп уҡыусыларының һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән Белорет оҫталарының күргәҙмәһе ойошторолған ине.
Форумда район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Валентин Солодовник, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры, философия фәндәре кандидаты Данияр Абдрахманов, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының социаль инфраструктураны үҫтереү һәм инвалидтарҙы интеграциялау идаралығы начальнигы Ольга Шахова, адвокат, йәмәғәт эшмәкәре Булат Сафин, Рәсәй Спорт министрлығының “Спорт резервын әҙерләү федераль үҙәге” идаралығының начальник урынбаҫары Наталья Титова, “СоДействие” төбәк ойошмаһы рәйесе Людмила Сахапова, Өфөнөң юғары спорт оҫталығы мәктәбе директоры Евгений Емельянов ҡатнашты. Спикерҙар мөмкинлектәр һәм ярҙам саралары, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн юғары уҡыу йорттарында уҡыу льготалары, эшкә урынлашыу, инвалидтар менән эшләүсе коммерция булмаған ойошмаларға гранттар, уларҙың спорт өлкәһендә уңыштары тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе.
Форумдың тантаналы өлөшөндә тормошо ниндәйҙер кимәлдә социаль яҡланмағандар менән бәйләнгән бер төркөм хеҙмәткәрҙәр Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, юғары профессионаллек, мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, инвалид үҫмер балаларҙы реабилитациялауҙың инновацион ысулдарын уңышлы файҙаланғаны, мөмкинлектәре сикләнгән балаларға битараф булмаған йылы мөнәсәбәте, айырым белем биреү ихтыяждары булған балалар менән эшләүҙәге уңыштары өсөн Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгенең шәфҡәт туташы Ксения Горбунова һәм дауалау физкультураһы инструкторы Ольга Мирзаева - район Советының Почет грамотаһы, “Күк ҡош” балалар уҡыу үҙәге китапханасыһы Виктория Касанова, “Бейейем, тимәк йәшәйем” коляскаларҙа бейеү буйынсаинклюзив төркөм етәкселәре Олесяһәм Ирек Сиражетдиновтар – район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары, 44-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһеТатьяна Кривошеева, ҡаланың 3-сө мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Зилә Ҡаһирова, 16-сы мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Альбина Бәҙретдинова һәм социаль педагогы Анастасия Шаһимәрҙәнова Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Спикерҙар Ленин урамындағы күпфатирлы йортта инвалидтар өсөн ҡуйылған пандусты ҡараны, “Металлург”стадионында инвалид балаларҙың әсәләре, “Про нее” ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашлығында бочче уйыны турнирын, “Ҡая лабораторияһы”спорт базаһында сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында спорт туризмы буйынса күрһәтмә сығыштарын ҡараны.
“Яңы бәйләнеш, йүнәлештәр барлыҡҡа килде. Республикала һаулыҡмөмкинлектәре сикләнгән кешеләртураһында хәстәрлек йылында район-ҡалабыҙҙа уларҙың проблемаларын хәл итеүҙә етди алға китешяһарға теләйбеҙ”, - ти ойоштороусылар.