Әмир Яхин (“Яха”) – махсус хәрби операцияла реактив артиллерия дивизионының тәьмин ителеш взводы командиры урынбаҫары. Уның бурысы - һалдаттарға һуғыш кәрәк-яраҡтары алып барып тапшырыу. Яугир Белоретта тыуған, 14-се гимназияла уҡыған, төҙәүсе һөнәре алған. Оборона министрлығы менән контрактты 2017 йылда төҙөй. Бер нисә тапҡыр Тажикстандың Афғанстан сигенә, Сүриәгә хеҙмәт командировкаларына барған. Илдә махсус хәрби операция башланғас, Әмир Яхин Донбассҡа китә.
Уның наградалары араһында - Жуков һәм Суворов миҙалдары, "Хәрби батырлыҡ өсөн", II дәрәжә "Хәрби батырлыҡ өсөн", "Хәрби дуҫлыҡты нығытҡан өсөн", Яҡтарҙы татыулаштырыу үҙәгенең “Һуғышсан берҙәмлекте нығытыу” һәм башҡа миҙалдар.
Реактив артиллерия дивизионының тәьмин ителеш взводы командиры урынбаҫары Әмир Яхин хәрбиҙең төп өҫтөнлөктәре тип тыйнаҡлыҡты, тәртиплелекте, сәләмәт һәм айыҡ йәшәү рәүешен алып барыуҙы һанай.
Әмир Яхиндың тормош иптәше Флүзә Әбүғәли ҡыҙы уның яратҡан хәләле генә түгел, ысын хәрби дуҫы ла. Белоретта ул шәфҡәт туташы булып эшләгән. 2018 йылда ире артынан балалар менән бергә Һамарҙағы хәрби ҡалаға юллана. Әле Флүзә Әбүғәли ҡыҙы хәрби госпиталдең реанимация бүлегендә яралыларҙы дауалай. . Шунда уҡ уларның ҡыҙы ла эшләй. Ҡыҙҙарының тормош иптәше лә махсус хәрби операцияла. Белоретка Яхиндар атай-әсәйҙәре янына отпускыға ҡайткандар.
“Флүзә һәм Әмир Яхиндарҙың бик күркәм ғаилә традицияһы бар, улар бер-береһенә хаттар яҙа. Ябай ҡағыҙ хаттар. Уларҙы ҡулға алыу – үҙе бер шатлыҡ. Мөхәббәт һәм хәстәрлек һүҙҙәре киләсәккә өмөт һәм ышаныс уята”, - тип яҙа район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта сәхифәһендә. – Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт, Әмир Дамир улы. Һеҙгә һәм барлыҡ хәрбиҙәргә ныҡлы сәламәтлек, еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ”.
Күптән түгел ирле-ҡатынлы Яхиндар Оло быуын вәкилдәренең аралашыу үҙәгендә Белорет пенсионер-ирекмәндәренә ҡунаҡҡа килде.
Белореттарҙың сираттағы посылкалары һәм гуманитар йөк Әмир Дамир улы хеҙмәт иткән ғәскәри часҡа эләккәс, улар дуҫлаша. Активистарыбыҙ яугирҙы һәм ҡатынын туғандарса сәй һәм ҡоймаҡ менән ҡаршы алды.
Сығанаҡ - Андрей Иванюта.