Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Октябрь , 15:00

Яман сирҙән һаҡланығыҙ

Һөт биҙҙәре яман шеше - ҡатын-ҡыҙҙарҙа һәм уларҙың үлем структураһында иң йыш осраған, беренсе урында торған сир.

Яман сирҙән һаҡланығыҙ
Яман сирҙән һаҡланығыҙ

Һөт биҙҙәре яман шешенең барлыҡҡа килеү хәүефе булып нәҫелдә был ауырыу булыуы, күремдең иртә башланыуы, гормональ тайпылыштар, һуң менопауза, бала тапмау, аборттар, шәкәр диабеты, тәмәке тартыу, алкоголь, һимереү, стресс кисереү, түбән физик әүҙемлек тора.

Һөт биҙҙәре яман шешенең иртә формаларының клиник симптомдарына түбәндәгеләр ҡарай:

► түштәге теләһә ниндәй үҙгәреш;

► түштә ҡатҡылланыу барлыҡҡа килһә;

► тиренең йәки имсәк башының тартылыуы;

► ҡултыҡ аҫтында ниндәйҙер төйөр һиҙһәгеҙ; 

► имсәктән шыйыҡса сыҡһа (ҡан йәки үтә күренмәле шыйыҡса) мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ!

Яман шеште иҫкәртеү өсөн йыл һайын табип-гинекологта тикшерелергә, 40 йәшкә тиклем йылына 1 тапҡыр, 40 йәштән һуң 2 йылға 1 тапҡыр, 50 йәштән һуң йылына 1 тапҡыр маммография үтергә, һөт биҙҙәренә йәрәхәт алыуҙан һаҡланырға, гормональ препараттарҙы табип-гинеколог тәғәйенләмәйенсә ҡабул итмәҫкә, бала тыуғандан һуң имеҙеүҙән баш тартмаҫҡа, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға кәрәк. Шулай уҡ һәр ҡатын-ҡыҙ үҙенең һөт биҙҙәрен айына 1 тапҡыр системалы рәүештә тикшерә белергә тейеш.

Әгәр һөт биҙендә ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәр табылһа, диагнозды һәм дауалауҙы аныҡлау өсөн шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шуны иҫтә тотоу мөһим: дауалау тактикаһы нигеҙендә һуңғы диагнозды онколог ҡына ҡуйырға хоҡуҡлы. Ваҡытында дауаланыу яҡшы һөҙөмтә бирә.

Таныштарығыҙҙың, туғандарығыҙҙың, осраҡлы кешеләрҙең фекеренә ышанмағыҙ, был ваҡытты юғалтыуға, дөрөҫ булмаған диагноз ҡуйыуға һәм, ахыр сиктә, күңелһеҙ һөҙөмтәләренә килтерә.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Светлана СУРАВОВА, 

Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы мөдире.

Автор:
Читайте нас: