Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Октябрь , 16:08

Салауат Юлаев һәйкәле реставрацияланасаҡ

Батыр пьедесталдан төшөп, яңыртылған килеш ҡайтасаҡ. Һәйкәлде  ни өсөн ремонтларға кәрәклеген, был процестың күпме ваҡыт аласағын һәм ни өсөн Салауат Юлаев үҙ урынына кире ҡайтмаҫ тип борсолорға кәрәкмәгәнлеген ентекләп һөйләп бирмәксебеҙ. 

Салауат Юлаев һәйкәле реставрацияланасаҡ
Салауат Юлаев һәйкәле реставрацияланасаҡ

Хаҡлы рәүештә Башҡортостандың төп символы һаналған Салауат  Юлаев һәйкәлен реставрациялауға әҙерләнәләр. 1967 йылда скульптор Сосланбәк Тавасиев эшләгән был монумент яҡынса 40 тонна ауырлыҡтағы 10 метрлыҡ суйын атлы статуянан ғибәрәт. Реставрация проекты икеләтә тарихи-мәҙәни экспертизаны уңышлы үтте һәм әле Баш дәүләт экспертизаһында баһалана.

Эксперт комиссияһы составына эксперт комиссияһы рәйесе Зайцева Дарья Александровна, эксперт комиссияһының яуаплы секретары Быков Александр Михайлович һәм эксперт комиссияһы ағзаһы Хорликов Алексей Петрович инә. Уларҙың барыһы ла мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса эштәрҙе үткәреүгә дәүләт экспертизаһын төҙөүҙә ҙур тәжрибәгә эйә. Һәйкәлде реставрациялау буйынса эш  2024 йылдың ноябрендә башланасаҡ. Ул Өфө бюджеты иҫәбенә финанслана: был маҡсатҡа 300 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү планлаштырыла. Реставрация күпме ваҡыт аласаҡ, экспертиза нимә һөйләй һәм ни өсөн һәйкәлде ремонтлау өсөн пьедесталдан төшөрөргә кәрәк - ошо хаҡта беҙҙең материалда.

ҺӘЙКӘЛ АВАРИЯ ХӘЛЕНДӘ ТИП ТАНЫЛҒАН

2024 йылдың 14 октябрендә Башҡортостан мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау буйынса эште үткәреүгә документацияның дәүләт тарихи-мәҙәни экспертизаһы һөҙөмтәләре буйынса акт баҫтырып сығарҙы. Документацияны Ҡазандың «ТСНРУ» акционерҙар йәмғиәте эшләне, экспертизаны Санкт-Петербургтың «С.П. Бург һәм партнерҙар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре үткәрҙе. Уларҙан күренеүенсә, монумент авария хәлендә һәм реставрацияға мохтаж. Скульптурала ҡойоу элементтарының айырылыуы күҙәтелә, һөҙөмтәлә металл ярыҡтары һәм коррозия барлыҡҡа килгән. Постаменттың үҙендә лә ярылған урындар бар. Ҡурған ситтәре лә ултырған. Шулай итеп, һыбайлы скульптураһы ғына түгел, ә йыл һайын йылға яғына хәрәкәт иткән һәйкәл һәм хатта пьедестал да ремонт талап итә. 

НИМӘ ЭШЛӘНӘСӘК

Юғалған элемент - геометрик биҙәкле сүкелгән айыл (бляха) формаһындағы түшелдерек тергеҙеләсәк, был һәйкәлгә уның тарихи үҙенсәлеген ҡайтарырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ 2005 йылда үҙгәртелгән төҫөн тарихи ҡараһыу һороға ҡайтарыу планлаштырыла.
Һәйкәлдең авария хәлендәге төп эске металл каркасы алмаштырыла. Постамент ҙурлығы, формаһы һәм фактураһы буйынса бер төрлө ҡара шымартылған гранит блоктары менән көпләнә. Шулай уҡ проект ҡурғандың тәүге формаһын һәм габариттарын тергеҙеүҙе һәм уны көсәйтеүҙе күҙ уңында тота.

АЛЫРҒА ЯРАМАЙ ҠАЛДЫРЫРҒА 

Эксперттар бер тауыштан скульптураны постаменттан алып һәм махсус әҙерләнгән, йыһазландырылған бинала реставрациялау кәрәклеген раҫлай. Был һәйкәлдең эске таяу каркасын алмаштырыу кәрәклеге менән бәйле. Һәйкәл бер нисә конструктив үҙенсәлектән тора. Тышҡы ҡабығы 60-тан ашыу өлөштән яһалған. Был тышлыҡ эсендә швеллерҙарҙан һәм ике таврҙан торған таяу каркасы урынлашҡан. Экспертиза һәйкәлдең эске таяу каркасын алмаштырыу кәрәклеген раҫлай, шуға бәйле һәйкәлде һүтеү һәм эске таяу каркасына инеү мөмкинлеге кәрәк.
- Һәйкәлде алмайынса быны эшләү мөмкин түгел, - тип һөйләне Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы начальнигы урынбаҫары Айнур Мөслимов. - Скульптура торған пьедесталды ла ремонтларға кәрәк. Бетондың техник торошо ҡәнәғәтләнерлек түгел. Һәйкәлдең ауырлығы 40 тоннанан ашыу. Бынан тыш, һәйкәл урынлашҡан ҡурғанды ла тәртипкә килтереү планлаштырыла. Скульптураны һүтмәйенсә уға инеү мөмкин түгел. Тап ошо сәбәптәр арҡаһында проектлаусы һәйкәлде һүтеү һәм төҙөкләндереү эштәрен хәүефһеҙ башҡарыу кәрәклеге тураһында ҡарар ҡабул итте.
- Һүткәндә скульпторға тыныс эш алып барыу мөмкинлеге лә була. Әлеге ваҡытта проект документацияһын әҙерләү менән шөғөлләнгән ойошманың "Ватан-әсә саҡыра!" һәйкәлен реставрациялау тәжрибәһе бар, - тип билдәләне эксперт.
Билдәле скульптор, 40-тан ашыу монументаль композиция авторы Салауат Щербаков: - Салауат Юлаев һәйкәлен оҫтаханала реставрациялау бик күп өҫтөнлөккә эйә. Цехта һәйкәлде асырға, яҡтыртырға, йылытырға, каркасты ҡарарға, алмаштырырға, иретеп йәбештереү эштәрен башҡарырға мөмкин. 

ҺӘЙКӘЛДӘРҘЕ ҺҮТЕП РЕМОНТЛАУ - КИҢ ТАРАЛҒАН ПРАКТИКА

Күп кенә билдәле архитектура объекттары реставрация ваҡытында һүтеп алына. Сағыу миҫалдарҙың береһе - билдәле "Эшсе һәм колхозсы" скульптураһын реставрациялау. 2004 йылдың октябрендә һәйкәлде ашығыс рәүештә ремонтҡа алып китәләр, ул ярым емерелгән металл өйөмөнән ғибәрәт була. Скульптураны 40 өлөшкә бүлеп, һәр береһен айырым эшләгәндәр. Реставрациянан һуң Мәскәүҙең төп символдарының береһе яңы постаментҡа ҡуйыла.
Ҡыҙыл майҙанда урынлашҡан Кузьма Минин һәм кенәз Дмитрий Пожарский һәйкәле лә ошоға оҡшаш юл үтә. Ошо уҡ ысул менән 2020 йылда Мәскәүҙә маршал Жуков һәйкәле 
реставрациялана. Бындай миҫалдарҙы илебеҙҙең башҡа ҡалаларында һәм сит илдәрҙә лә табырға мөмкин. 

ҺӘЙКӘЛДЕ “ҠАЙТАРЫРҒА ОНОТОУ” МӨМКИН ТҮГЕЛ

Һәйкәлде алып ташлайҙар һәм кире ҡайтармайҙар тигән имеш-мимеш нигеҙһеҙ. Был хаҡта борсолорға кәрәкмәй. Баш ҡалала бының өсөн бөтә шарт та бар. Салауат Юлаев һәйкәле - республиканың айырылғыһыҙ символы. Күп рәсәйҙәр өсөн Башҡортостан ошо һәйкәл һәм Салауат Юлаев исеме менән бәйле. Уның образы Башҡортостан халҡы тормошоноң бөтә өлкәһе менән тығыҙ бәйле. Уның хөрмәтенә күп һанлы архитектура объекттары, урамдар, ауылдар, район, ҡала аталған. Украина, Эстония, Ҡаҙағстан урамдары Салауат Юлаев исемен мәңгеләштерә. Батырҙың исемен бөтә илгә билдәле хоккей клубы данлай, дәүләт ордендары һәм премиялары булдырылған.
Республикала йыл һайын Салауат Юлаев көндәре билдәләнә, уның сиктәрендә “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамы үткәрелә. 2024 йылдың йәйендә батырҙың тыуған яғы Салауат районында “Салауат ере” тарихи-мемориаль комплексы асыла. Был символдар һәм объекттар Салауат Юлаевтың Башҡортостан өсөн ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булыуы хаҡында даими иҫкәртеп тора.
Хатта беҙҙең заман геройҙары ла Салауат Юлаев менән тығыҙ бәйләнгән. Яҡташтарыбыҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, милли гвардия ғәскәрҙәре составында Салауат Юлаев исемендәге ике башҡорт батальонында хәрби хеҙмәттә тора. Батальон хәрбиҙәре Донбасста һәм Курск өлкәһендә хәрби бурыстарҙы батырлыҡ менән үтәй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт халыҡ геройы Александр Невский, Кузьма Минин, Дмитрий Пожарский, Александр Суворов һәм Михаил Кутузов менән бер рәттән батырҙар пантеонына инә. 1941 йылда совет экрандарына Рәсәй кинематографының башланғысында торған Яков Протазанов төшөргән «Салауат Юлаев» фильмы сыға.
Башҡортостандың милли геройы образы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә әүҙем ҡулланыла. 1943-1945 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла башҡорт халҡының милли геройы исеме менән бәйле рәсми атама йөрөткән ике хәрби часть, бронепоезд һәм артиллерия полкы була. Рәсәй геройы һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатов шәхси сос-
тав алдындағы телмәрендә бер нисә тапҡыр: "Салауат тоҡомдары сигенә белмәй" тигән фразаны ҡуллана.
Һәйкәлдәрҙе реставрациялауҙы милли үҙаңды һәм тарихи күсәгилешлекте һаҡлауға булышлыҡ иткән киләсәккә инвестиция менән сағыштырырға мөмкин. Ул монументҡа уның тәүге ҡиәфәтен һәм тарихи статусын ҡайтарырға мөмкинлек бирә, уның республика символы ролен һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Юлдаш Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе: 

- Беҙ республика халҡының борсолоуын тулыһынса уртаҡлашабыҙ. Шулай уҡ һәйкәлдең торошо ла борсой. Уны реставрациялау кәрәклеге тураһында бер ниндәй ҙә шик юҡ. Был осраҡта беҙ тәжрибәле реставраторҙарға таянырға тейешбеҙ. Әлбиттә, был тарих тулыһынса асыҡ булырға тейеш, был беҙҙең позициябыҙ. Был осраҡта ла күҙәтеү советында Башҡорт ҡоролтайының ҡатнашыуы көсәйеүенә өлгәшәбеҙ. Уны реконструкциялау процесын ентекләберәк күҙәтәсәкбеҙ. Эксперттар һәйкәлде һүтергә кәрәклеген аңлата. Киләһе йылдарҙа уның емерелеү ҡурҡынысы бар. Әлбиттә, беҙ үҙ символыбыҙҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуя алмайбыҙ һәм был осраҡта уның реконструкцияһы мотлаҡ.

 

Материал "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде.
Наил ШАКИРОВ фотоһы. 

Автор:
Читайте нас: