Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь , 16:44

Батыр тәрбиәләгән әсәй

Көҙгө ҡояш нурҙары һүрән генә үтеп ингән тәҙрә янына баҫҡан да, ҡарашын йыраҡҡа, офоҡҡа, улы хеҙмәт иткән тарафҡа төбәгән.  Ил күген һуғыш уты һөрөмө ҡаплап алғандан, уның аҫыл улдары алғы һыҙыҡҡа баҫҡандан бирле, тәҙрә янына килеп, уйҙарға бирелеп торорға ғәҙәтләнгән. Йөрәге лә ғәзизенең һәр аҙымы, уның яҡындары янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуы тураһындағы уй-теләге менән берҙәй тибә. Ул – яугир әсәһе.

Батыр тәрбиәләгән әсәй
Батыр тәрбиәләгән әсәй

Эйе, әсә һөйөүе ҙур көскә эйә. Ул иртәнге томан кеүек йәнде йылытып, өмөт биреп, йомшаҡ ҡына итеп уратып ала. Был һөйөү ҡасандыр уны сәңгелдәктә бәүелтеп йоҡлатҡан, тәүге тапҡыр мәктәпкә алып барған, ауыр мәлдәрҙә йыуатҡан да. Әле лә ғәзизен йыраҡта булһа ла, ваҡыт һәм арауыҡ аша бәйләнгән күҙгә күренмәгән ептәй, ҡурсаларға тырыша. Әсә йөрәге ғорурлыҡ һәм ышаныс менән тулы. Ысын ир-егеттәргә хас, Тыуған илен яҡлау юлын һайлауы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерә, уға ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға көс һәм ҡыйыулыҡ етеренә ышана әсә кеше. Улының именлеге, тиҙерәк ерҙә тыныслыҡ урынлашып, ғәзиз балаһын ҡосоп алыу көнөн уйлап, үҙ алдына белгән доғаларын уҡый. Яугир әсәләре батырлыҡтың һәм сыҙамлыҡтың, әммә барыһынан да бигерәк яратыу хаҡын белә, уларҙың һәр береһендә тынғыһыҙ көс йәшәй.
Мөхәмәт ауылында йәшәүсе Гөлниса Мансурова икенсе йыл инде, башҡа яугир әсәләре кеүек, махсус хәрби операция зонаһында булған ғәзиз улы өсөн борсолоп, йән атып йәшәй. Ауылда Гөлниса Бәхтей ҡыҙы кеүек улдарының алғы һыҙыҡтан имен-аман ҡайтыуҙарын теләп, улар өсөн ут йотоп йәшәгән әсәйҙәр тиҫтәгә яҡын. Бындай уландар өсөн ғорурланырға кәрәк тиһәләр ҙә, әсә кешенең борсолоу хисе нығыраҡ шул.  
Гөлниса һәм Наил Мансуровтар әзмәүерҙәй өс ул тәрбиәләп үҫтергән. Бармаҡтың ҡайһыныһын тешләһәң дә ауырта, тибеҙ. Әммә Гөлниса Бәхтей ҡыҙы әле яу яланындағы уртансы улы өсөн бигерәк көйөнә. 2023 йылдың февраленән махсус хәрби операция зонаһында булған “Морпех” ҡушаматлы яугирҙың әсәһе ул.  
Белорет эске эштәр бүлегендә, һуңынан Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләгән уртансылары - Рөстәм яҡындарын борсомаҫҡа теләп, уларға әйтмәй генә комиссия үтеп, үҙе теләп махсус хәрби операция зонаһына юллана. Чечен Респуб-
ликаһында бер нисә тапҡыр хәрби командировкала булған тәжрибәле яугир алғы һыҙыҡта  ла сапер, пулеметсы була. Күп наградаларға эйә булған яугир өсөн иң ҡәҙерлеһе - Ватанды һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлағанда хәрби хәрәкәттәрҙә күрһәткән батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге, хәрби хеҙмәттә, күнекмәләрҙәге күрһәткән айырыуса ҡаҙаныштары һәм күрһәткестәре өсөн тапшырылған Жуков миҙалылыр. Әле “Морпех” Сүриә Ғәрәп Респуб-
ликаһында хәрби командировкала. Бында ла ҡурҡыу белмәҫ яугир изге миссия үтәй. Тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләгән атай улын да илебеҙҙең ысын патриоты итеп тәрбиәләй, тимәк, лайыҡлы алмаш үҫә.   

Мансуровтарҙың оло улдары Артур “Потенциаль-Недра” йәмғиәтенең Абҙаҡ карьерында эшләп, хәләле менән  өс ҡыҙ тәрбиәләһә, кинйәләре Таһир Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай филиалын, һуңынан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлап, Абҙаҡ тау саңғыһы үҙәгендә эколог булып эшләп йөрөй.
Балалар үҫтереү, уларға лайыҡлы тәрбиә биреү кеүек төп бурыстар гүзәл зат иңенә төшһә лә, Гөлниса Бәхтей ҡыҙы тылының ныҡ һәм ышаныслы булыуына ҡыуана. 
- Ҡатын-ҡыҙ бәхете - әсә булыу-
ҙа. Ә әсәй балаларының имен-һау булыуы менән бәхетле. Тылың ныҡ икән, тимәк, һин дә бәхетле, тормош ҡатмарлыҡтарын да бергәләп еңеп сығырға мөмкин. Был йәһәттән тормош иптәшемдән уңдым. Балалар тәрбиәләүҙе лә, эш, йорт мәшәҡәттәрен дә бергә, уртаҡ атҡарҙыҡ. Бәхетле ғүмер итеүгә лә дүрт тиҫтә йыл була инде, - ти һөйөклө ҡатын һәм яратҡан әсәй. - Балаларымдан, килендәремдән уңдым, ейәндәрем дә бошоноп ултырырға ирек бирмәй. 
Юғары белемле уҡытыусы ғүмеренең 27 йылын туған мәктәбендә балаларға теүәл фәндәрҙән белем биреүгә бағышлаһа, Мөхәмәт мәктәбе ябылыу сәбәпле, һөнәрен ҡырҡа үҙгәртеп, 11 йыл дауамында ауыл клубын етәкләй.  Мәҡәләм геройы ғүмеренең күп йылдарын район мәҙәниәтенә, уны үҫтереүгә бағышлаған, тип яңылышҡанмын икән. Һәр ваҡыт мәҙәни саралар уртаһында ҡайнауы, мөхәрририәткә яҙып ебәргән  йөкмәткеле мәҡәләләре өсөн шулай уйлағанмындыр ҙа инде. Тимәк, Гөлниса Бәхтей ҡыҙы ҡайҙа ғына эшләһә лә, күңелен, бар көсөн һалып тыуған районына хеҙмәт иткән гүзәл заттарҙың береһе. Хеҙмәт ветераны әле лә тик ултырмай, Абҙаҡ тау саңғыһы үҙәге ҡунаҡханаларының береһендә тырышып эшләй.       
Әсә көнө - айырым мәғәнәгә һәм ҙур әһәмиәткә эйә. Уны башҡа байрамдар менән бер рәттән ҡуйыу мөмкин түгел. Бигерәк тә, байрамдың ысын асылы махсус хәрби операция башланып, йөҙҙәрсә мең егетебеҙ фронтҡа юлланғас асыла. Көн һайын Рәсәй хәрбиҙәренең батырлыҡтары һәм ҡаһарманлығы тураһында ишетеп, ысын ир-егет һәм яҡлаусы тәрбиәләгән әсәйҙәрҙе иҫкә төшөрөп, уларға рәхмәт әйтәбеҙ. 
Махсус хәрби операция башланыу менән йәмғиәтебеҙ, эргә-тирәлә йәшәгән кешеләр тураһында, башҡа шарттарҙа белмәгән бик күп мөһим ысынбарлыҡ тураһында, яугир яҡташтарҙың ҡаһарманлығы, изге ғәмәлдәр башҡарыуҙа әүҙем ҡатнашҡан белореттарҙың  күп һанлы эштәре хаҡында белдек. Мөхәмәттәр ҙә махсус хәрби операция башланғандан бирле яҡташтарына, ауылдаштарына гуманитар ярҙам йыйҙы һәм оҙатты.  Бында ла әсәйҙәрҙең өлөшө баһалап бөткөһөҙ.  Уларҙың маскировка кейемдәре тегеүен, селтәрҙәр үреүен, ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләүен, окоп шәмдәре яһауын белдек...  Фронттағылар өсөн ғорурлыҡ һәм борсолоу, шулай уҡ ауыр юғалтыу ғазаптары ла тормошобоҙҙоң уртаҡ өлөшөнә әйләнде. Улдары яу яланында йөрөгән әсәләрҙең уй-хистәрен улар тик үҙҙәре генә аңлайҙыр. 
Әсә көнөндә махсус хәрби операция зонаһындағы барлыҡ ир-азаматтар исеменән ғәзиздәрҙән-ғәзиз, изгеләрҙән-изге әсәйҙәргә шулай тиер инем: “Һин ышаныслы тылым, дөрөҫ йүнәлеш биреүсе һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс сығанағы. Һинең һәр ҡарашың, һәр һүҙең ауыр мәлдәрҙә таяныс булып тора. Һәр саҡ ярҙамыңды тоям һәм был ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Миңә ышаныуың өмөт һәм илһам бирә. Ҡыйыу, намыҫлы һәм ныҡышмал булырға өйрәттең һәм бөгөнгө һынауҙарҙы һинең өлгөңдә лайыҡлы үтәйем. 
Шуны бел, һәр күҙ йәшең һәм борсолған һәр минутың бушҡа түгел. Һинең улың булыуым менән ғорурланам һәм миңә булған ышанысыңды аҡларға тырышам. 
Минең донъямды тултырған сабырлығың, хәстәрлегең өсөн рәхмәт әйтәм. Мин ҡайҙа ғына булһам да, һинең күңелеңдәге осҡон балҡып, юл күрһәтеүен белеү мине бәхетле итә”.

Эльвира ХӘМЗИНА.
Фото: ғаилә архивынан.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: