Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь , 10:24

Балаларға - хоҡуҡи белем

Полиция хеҙмәткәрҙәре Балаларға хоҡуҡи ярҙам көнөн үткәрҙе.

Балаларға - хоҡуҡи белем
Балаларға - хоҡуҡи белем

Был көндө полиция хеҙмәткәрҙәре башҡа ҡыҙыҡһынған структуралар һәм ведомстволар вәкилдәре менән берлектә балалар менән хоҡуҡи белемде күтәреүгә һәм яҡлау тойғоһон формалаштырыуға йүнәлтелгән саралар үткәрә.

Белоретта ошондай осрашыу балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютта үтте. Сарала Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенең бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторы, полиция капитаны Динә Мөхәмәтҡужина, бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең йәмәғәт ярҙамсыһы Надежда Корниенко, Рәсәй юристар Ассоциацияһы ағзаһы Татьяна Веникова, юрис-консультант Клара Заһретдинова, приют етәксеһе Татьяна Миронова ҡатнашты.

Икенсе сара Үҙән ауылында урынлашҡан “Спутник” ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәгендә үтте. Бында балалар янына бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлексә начальнигы, полиция подполковнигы Рифат Муллағәләмов, Надежда Корниенко һәм район хакимиәтенең юридик бүлеге начальнигы Елена Панкратьева ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы балалар менән бергә үҙәк директоры Юлия Васючкова ҡаршы алды.

Сығыш яһаусылар бәлиғ булмағандарҙы хоҡуҡтары һәм бурыстары менән таныштырҙылар, хоҡуҡи һәм әхлаҡи нормалар, көндәлек тормошта үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре тураһында һөйләнеләр. Тәрбиәләнеүселәр үҙҙәренең шәхси именлегенә ҡағылышлы һорауҙарға яуап алды.

         Үҫмерҙәр араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы һәм енәйәттәрҙе иҫкәртеү буйынса етди һөйләшеү булды. Полиция хеҙмәткәрҙәре йәмәғәт урындарында балаларҙың тәртибе, спиртлы эсемлектәр эсеү, тәмәке тартыу, әшәкелек, наркомания мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүлде. Интернет селтәрендә цифрлы гигиенаны һаҡлау, экстремистик һәм террористик ҡараштарҙы инҡар итеү, мутлашыуға уяу ҡараш, водитель таныҡлығыһыҙ транспорт сараларын идара итеүгә юл ҡуймау әңгәмәнең мөһим темаларына әйләнде.

Балаларға ҡануниәт буйынса административ һәм енәйәт яуаплылығы бәлиғ булғанға тиклем үк башлана, шуға күрә һәр эште ентекле уйларға һәм ҡотҡоға бирелмәҫкә кәрәк, тип һөйләне сығыш яһаусылар. Үҫмерҙәргә “Хәүефһеҙ интернет” иҫтәлектәре тапшырылды. Әңгәмә барышында балалар һорауҙар бирҙе, үҙ фекерен белдерҙе, тормош хәлдәрен тикшерҙе.

Акция сиктәрендә үткәрелгән саралар үҫмерҙәрҙең хоҡуҡи мәҙәниәтен нығытыуға практик аҙым булды.

Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: