21 ноябрҙә полиция бүлегенә хакимиәт вәкиле мөрәжәғәт итеп, ҡала үҙәгендә урынлашҡан, яңы ғына төҙөкләндерелгән Уҡытыусылар скверында билдәһеҙ кешеләр яңы скульптураға зыян килтергәнен һәм прожекторҙы ватырға маташҡанын белдерә. Ваҡиға урынын тикшереү барышында яҡтыртыу ҡоролмаһының имен ҡалыуы һәм эшләүе, әммә уҡыусы скульптураһының бер өлөшө сатнауы асыҡлана.
Видеокүҙәтеү камералары яҙмалары бер нисә көн элек киске ваҡытта паркта үҫмерҙәр төркөмө булыуын теркәгән. Кадрҙарҙа малайҙарҙың скульптураға ҡулдары менән ҡағылыуы, уға менеп, яҡтыртҡыстарҙы боҙорға маташыуҙары күренә. Дежур час хеҙмәткәрҙәре үрҙә күрһәтелгән үҫмерҙәргә ориентирҙар төҙөй һәм коллегаларына хәбәр итә.
Оператив-эҙләү сараларын үткәреү барышында, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор, полиция капитаны Әлиә Шәғәлина үҫмерҙәрҙең шәхесен асыҡланы. Улар 10-14 йәшлек ҡала мәктәптәре уҡыусылары булып сыҡты. Уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре полиция бүлегенә саҡырылды, һорау алынды, улар менән профилактик әңгәмәләр үткәрелде.
Әлеге ваҡытта бәлиғ булмағандарҙың законлы вәкилдәрен, балаларҙы ҡарау һәм тәрбиәләү буйынса бурыстарын үтәмәүҙәре өсөн, административ яуаплылыҡҡа тарттырыу мәсьәләһе хәл ителә. Үҫмерҙәрҙең профилактика иҫәбенә ҡуйылыуы ихтимал.
Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.