Белорет районы һәм ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге лә, төп ойошманың талаптарына һәм маҡсаттарына ярашлы, районда йәшәгән милләттәштәрҙең үҙаңын үҫтереүгә, традицияларын һаҡлауға, туған телебеҙҙе яҡлауға, бай тарихыбыҙҙы киләсәк быуынға тапшырыуға йүнәлтелгән. Ҡоролтай ағзалары ла милләттебеҙҙең үҫеше, уның абруйын, бәҫен күтәреү йәһәтенән төрлө йүнәлештә эш алып бара.
Тәүге сараны Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың “1812 йылғы Ватан һуғышының 210 йыллығын билдәләү һәм байрам итеү тураһында”ғы Указына ярашлы ойоштороп, тарихи датаға баннер эшләнелде.
Бергәләп эшләү, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен әүҙемләштереү маҡсатында, ауыл хакимиәте башлыҡтарына урындарҙа ҡоролтай төҙөү буйынса айырым кәңәшмә уҙғарылды. Төрлө йәмәғәт эштәренә, ҡоролтайҙың иң ҙур проекты булып һаналған “Айыҡ ауыл” конкурсында, “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында, “Атайсал” проектында ҡатнашыуҙы ойоштороуҙа ҡыйынлыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, ауыл хакимиәте башлыҡтарының барыһы ла был башланғысты күтәреп алманы. Шул арҡала, Ишле, Сермән хакимиәтендә, ҡаланың Мата аръяғы биҫтәһендә генә ҡоролтай ағзалары үҙ аллы төрлө эштәр, саралар ойоштора.
“Беҙ төньяҡ амурҙары вариҫтары” тип аталған ҙур семинарға әҙерлек эштәре барҙы. Артабан семинарға ярашлы, Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт китапханаһында әҙәби-тарихи викторина, Шығай күп тармаҡлы ауыл клубында Ҡаһым түрә йыры буйынса конкурс ойошторолдо.
Сентябрҙә “Беҙ төньяҡ амурҙары вариҫтары” семинарына ярашлы, 1812 йылғы һуғышта ҡатнашҡан Шығай яугирҙарына арнап, һыбай уҡ менән атыу буйынса район-ара турнир ойошторолдо. Турнир еңеүселәренә Дипломдар һәм аҡсалата бүләктәр тапшырылды. Унда Әбйәлил, Учалы, Бөрйән, Баймаҡ һәм Белорет егеттәре ҡатнашып, еңеү яуланы. Ошо уҡ семинарға Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең бер төркөм бейеүселәре саҡырылды. Шулай уҡ Санкт-Петербург ҡалаһында үткән халыҡ-ара конференцияла ҡатнашып, башҡорт википедияһының үҫеше буйынса сығыш яһаны ҡоролтай ағзалары.
Ауылдарға ингән ергә ҡуйылған арт-объекттарҙа яҙылған текстарҙағы хаталарҙы һәм яҙылыштың дөрөҫ вариантын күрһәтеп, республика терминологик комиссияһына хат ебәрелде. Был мөрәжәғәт комиссия тарафынан ыңғай ҡабул ителде һәм был хаҡта республиканың бөтә райондарына ла дөрөҫ йүнәлеш бирергә тигән фекер күтәрелде.
"Башҡортостандың 100 шәхесе" проекты буйынса Сермән ауылында БАССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау комиссары, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Кинйәбай Ишмөхәмәтовҡа таҡтаташ асылды. Ошо сара айҡанлы бер төркөм активистарға һәм Сермән врач амбулаторияһының хеҙмәткәрҙәренә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, Үҙәк район клиник дауаханаһының Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң ҙур проекты - “Айыҡ ауыл” буйынса күп саралар ойошторолдо. Бөгөнгө көн талаптарына һәм ҡуйылған бурыстарға ярашлы, улар мәҙәниәт һәм фольклор сараларына ғына арналманы. Ә “Атайсал” проектын тормошҡа ашырыу, социаль эшҡыуарлыҡ, үҙмәшғүллек, коммерция булмаған ойошмалар төҙөү, туризмды үҫтереү буйынса “түңәрәк өҫтәл”дәр, семинарҙар үткәрелде. Сараларҙың ҙур ғына һөҙөмтәләре лә булды. “Атайсал” проекты йәһәтенән ойошторолған семинарҙан һуң Тирлән, Берештамаҡ, Сермән, Асы ауылдарында программа буйынса күп кенә эштәр бойомға ашырылды һәм улар республика порталында теркәлде. Ә ҡоролтай ағзаһы Лилиә Сибәғәтова республика Башлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
“Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы башҡарылған эштәр буйынса Белорет районы һәм ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге башҡа райондарға өлгө итеп ҡуйылды. Был йәһәттән республиканың бөтә министрлыҡтары ҡатнашҡан ойоштороу комитеты кәңәшмәһендә, нәҡ райондың эшмәкәрлеген башҡаларға өлгө итеп ҡуйыу маҡсатында, сығыш әҙерләнде. Сығыш менән Баймаҡта үткән төбәк семинарында ла Хәйбулла, Баймаҡ райондары менән берлектә эшмәкәрлек тәжрибәһе менән бүлештек. Башҡарылған эш һөҙөмтәләренән сығып, бер ғаилә шифаханаға юллама менән бүләкләнде. Был юлламаға Хәйбулла, Йылайыр һәм Белорет районынан бөтәһе 3 ғаилә лайыҡ булды.
Конкурсҡа ярашлы төрлө йүнәлештә эш алып барылды. Хоҡуҡ һаҡлау органдары, “Ғаилә” көньяҡ-көнсығыш район-ара үҙәге, үҙәк район клиник дауаханаһы, мәҙәниәт, мәғариф учреждениелары, Мәшғүллек үҙәге, ирекмәндәр, студенттар менән тығыҙ бәйләнеш булдырылды. Мохтаждарға һәм махсус хәрби операциялағы яугирҙарҙың ғаиләләре лә ярҙамдан ситтә ҡалманы. Уларҙың яҡындары утын менән тәьмин ителде, балаларына төрлө канцелярия тауарҙары алып бирелде. Ҡоролтай ағзаһы Резеда Сайдарова Тирлән ауылында мохтаж ғаиләләр өсөн бушлай аҙыҡ-түлек мөйөшө булдырҙы. Кәштәнән теләгән һәр кем үҙенә кәрәкле аҙыҡ-түлек алһа, хәллерәктәр уны тулыландырҙы. Тормош һуҡмағында яңылышҡан кешеләр менән профилактик эштәр ҙә алып барылды.
2023 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференциялар һөҙөмтәһе буйынса махсус фәнни-методик ҡулланма сығарҙы. Ҡулланмала төрлө төбәктәрҙең сәләмәт тормошто пропагандалауға арналған уңышлы тәжрибәләре яҡтыртыла. Методик әсбапҡа райондың йәмәғәт башланғысында башҡарылған эштәре тураһында ла 6 битлек статъя индерелде. Райондың Ботай ауылы финалға сығып, республиканан 100 мең һумлыҡ сертификат алһа, Шығай ауылы махсус приз - төҫлө принтер, Тирлән ауылы махсус приз - автобус туҡталҡаһы, Олойылға ауылы II урын яулап, 3 млн. һумға лайыҡ булды. Быйыл иһә Инйәр ауылы 200 мең һумлыҡ финалист сертификатына эйә. Апрель айында Олойылға ауылы конкурста еңгән аҡсаға заманса балалар-спорт майҙансығын файҙаланыуға тапшырҙы.
Сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәр менән дә бәйләнеш булдырырға тырыша
“Беҙ - төньяҡ амурҙары” фестиваленә Һатҡы муниципаль районының Әйле ауыл һәм Межевой ҡала хакимиәттәренең башлыҡтары, башҡорт-татар мәҙәни үҙәге рәйесе, төрлө халыҡ ансамбле коллективтары етәкселәре килде. Был сарала муниципаль үҙидаралыҡ, мәҙәниәт өлкәһендәге тәжрибә менән уртаҡлаштылар, үҙ-ара дуҫлыҡ күперен нығытыуға килештеләр. Октябрҙә Һатҡы муниципаль районы менән булдырылған бәйләнеште нығытыу маҡсатында Шығай ауылының “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле “Йәйғор” халыҡ фольклор ансамбленең 25 йыллыҡ юбилейында ҡатнашты. Силәбе ҡалаһында, Грецияла, Венгрияла йәшәгән милләттәштәрҙең һәм Һатҡы муниципаль районының Әйле ауыл хакимиәте башлығы Тамара Шуттең эште, йүнәлеште ҡеүәтләгән видео мөрәжәғәттәрен республика кимәлендә уҙған сараларҙа үҙ сығыштарында файҙаландылар.
Балалар һәм Йәштәр ҡоролтайы эштәре
Олойылғала Йәштәр һәм балалар ҡоролтайы әүҙем эш башланы. Улар ярҙамы менән махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттәребеҙҙең ғаиләләренә утын килтереү, ҡар таҙартыу, канцелярия тауарҙары алып биреү кеүек изге ғәмәлдәр башҡарылды. Ил һаҡлаған егеттәргә гуманитар ярҙам ойошторолдо, маскировка селтәрҙәре үрелде, окоп шәмдәре яһалды. Окоп шәмдәре яһау буйынса Башҡортостан юлдаш телеканалының “Бәхетнамә” тапшырыуында оҫталыҡ дәресе күрһәтелде. Олойылға ауылының йәмәғәт тормошо хаҡында әңгәмәләшеү өсөн “Юлдаш” радиоһының “Атайсал” тапшырыуында ҡатнаштыҡ.
Йәштәр ҡоролтайы ярҙамында Төньяҡ Кавказда һәләк булған, Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры Рәвил Закировтың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән Олойылға мәктәбендә Герой партаһы астыҡ.
Балалар ҡоролтайының эшмәкәрлеген активлаштырыу, йәш быуындасәләмәт тормошҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу йәһәтенән, Паралимпия уйындарында 4 тапҡыр чемпион исемеяулаған, Рәсәйҙең атҡаҙанған спортмастеры, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Ирек Зарипов менәносрашыу ойошторолдо.
Интернет киңлегендә БашҡортВикипедияһын үҫтереү маҡсатындағәмәли семинар уҙғарылды. Семинарҙа ҡатнашыусыларға РәсәйҙеңВикипедия.ру ойошмаһы директорыВладимир Медейконың ҡултамғаһыменән сертификаттар тапшырылды.Йыл аҙағында Википедия.ру майҙанында әүҙем эшләгән Сәриә Ҡаһармановаға, Ансар Нуретдиновҡа, ЭльзаМөхәмәҙиеваға - РУвикиның миҙалы,ә ошо өлкәне үҫтереүгә өлөш индереүселәргә бүләктәр тапшырылды.
Туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгәнсеминарҙа Абҙаҡ мәктәбе уҡыусыларының “Мираҫ һуҡмағы” проектыпрезентацияланды. Район хакимиәтебашлығы Андрей Иванюта проекттыартабан үҫтереү өсөн эшҡыуарлыҡбүлегенә ярҙам күрһәтергә, уны килем алыу кимәленә еткерергә тигәнкүрһәтмә бирҙе. Проектты яҡлаусыИҙел Төхвәтуллинға Рәхмәт хаты һәмбүләк тапшырылды.
Олойылғаның Йәштәр ҡоролтайыауылдарында буш торған бинағаремонт яһап, матур ял итеү урыныбулдырҙы. Ауыл кешеләре спорт инвентарҙарын, тренажерҙарын бушлайфайҙаланыуға бирҙе. Ҡоролтай ағзалары сәләмәт тормошто пропагандалауға арналған бихисап сараларуҙғарҙы, төрлө баннер, буклет һәмброшюралар сығарҙы. Улар Олойылғаауылына ингән ергә стела ла эшләпҡуйҙы. Олойылға һәм Туҡан мәктәбеуҡыусылары араһында сәләмәт тормошҡа арналған видеороликтар конкурсы ла ойошторолдо.
Туған телебеҙҙе үҫтереү, уны популярлаштырыу йәһәтенән дә төрлө саралар үткәрелә. Был йәһәттәнрайон хакимиәте башлығы АндрейИванютаның да ярҙамы ҙур. Ул ошойүнәлештә башҡарылған бар сараларҙы ла хуплап, үҙе ҡатнашырға тырышты, туған телде өйрәнеүгә, уныһаҡлауҙа өлгө күрһәтте.
Милләттәштәр йыл һайын башҡорттеленән диктант яҙыуҙа ла әүҙемҡатнаша. Быйыл был йүнәлештә 32 оффлайн майҙансыҡ эшләне.Был һандың артыуы үҙ телебеҙгәиғтибарҙы, уға битараф булмауыбыҙҙы ла күрһәтәлер. 14 декабрь -Башҡорт теле, 21 февраль - Халыҡара туған тел көндәренә ҡарата лателгә ҡыҙыҡһыныу, һоҡланыу уятырлыҡ саралар ойошторола.
Мата аръяғы-2 биҫтәһенең Йәштәрҡоролтайы ла әүҙем эш башланытиергә мөмкин. Улар тәүге сараһын Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнап,биҫтәләрендә матур байрам ойошторҙо. Төрлө милләт кешеләре балалар менән эстафетала ҡатнашты,уйындар уйнаны, традицион уҡ менәнатыу буйынса оҫталыҡ дәресен ҡараны. Биҫтәлә йәшәгән милләттәштәрҙә тыныс, сәләмәт тормош яҡлы. Улар ярҙамы менән дә махсус хәрби операцияла йөрөгән яҡташтарға маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре һәм “ҡоро душтар” әҙерләп ебәрелде. Был йәһәттән, “Спецпроект” йәмғиәте директоры Ағзам Йәләлетдинов маскировка селтәре әҙерләүгә аҡсалата ярҙам күрһәтте. Яҙ етеү менән йәштәр бергәләшеп экологик өмәләргә сығыуҙа ла активлыҡ күрһәтә.
Йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеге туранан-тура муниципаль үҙидаралыҡ органдары менән тығыҙ бәйләнгән. Уңышлы хеҙмәттәшлек булдырмай тороп, һөҙөмтәләргә ирешеүе икеле. Шуға күрә апрелдә Урал аръяғы хакимиәте башлыҡтарының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, ошо райондарҙың ҡоролтай рәйестәре, райондың ауыл хакимиәттәре башлыҡтары һәм урындағы ҡоролтай ағзалары менән семинар уҙғарылды. “Муниципаль үҙидаралыҡтар менән башҡорт ҡоролтайның хеҙмәттәшлеге” тип аталған сарала йәмәғәт ойошмалары менән эшләү юлдары тикшерелде, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашып, төрлө проекттар менән эшләү буйынса фекерҙәр, тәҡдимдәр индерелде. Икенсе секцияла урынбаҫарҙар квиз-уйында төрлө яҡлап белемен һынаһа, ҡоролтай рәйестәре Урал аръяғы ҡоролтайҙарының стратегияһы, бренд булырлыҡ сараһын ойоштороу өҫтөндә фекер алышты.
Милли кейемдәр көнөнә ҡарата ҡаланың 21-се мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Баныу Астанова квизуйын уҙғарҙы. Унда төрлө өлкәләрҙә эшләгән милләттәштәребеҙ, ҡоролтай ағзалары йәнле лә, сәмле лә барған уйын аша милли кейемдәребеҙгә һоҡланып, ғорурланып ҡына ҡалманы, ә был йәһәттән белем даирәһен дә киңәйтте. Ә республиканың район ҡоролтайҙары рәйестәре өсөн уҙғарылған уйынды Башҡорт телен үҫтереү фонды ойошторҙо.
Башҡорт ырыуҙары эшмәкәрлеген әүҙемләштереү йәһәтенән дә эштәр алып барыла
Районда түңгәүер, тамъян, ҡатай, күбәләк, урман-көҙәй ырыуы вәкилдәре йәшәй. Ырыуҙар вәкилдәре Нуриман, Миәкә, Әбйәлил райондарында үткән ырыу йыйындарында ҡатнашты. Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа уҙған түңгәүерҙәр йыйынында Исмаҡай ауылы вәкилдәре үҙҙәренең эшмәкәрлеге буйынса сығыш яһаны. Ҡор етәксеһе Хафиз Иҙрисов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.
Тамъян ырыуы вәкилдәре Миәкә районында уҙған тамъяндар йыйынында ҡатнашып ҡайтҡас, Шығай ауылында эшлекле кәңәшмә уҙғарып, киләсәккә эш планын төҙөнө, әүҙем тамъяндарға район ҡоролтайының Рәхмәт хаттары тапшырылды. Йәйен Күгәрсен районында кирәй-ҡыпсаҡтарҙың йыйыны уҙҙы.
Ырыуҙар араһында бәйләнеш булдырыу, урындағы тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында районда йәшәгән тамъян, ҡатай, түңгәүер, күбәләк ырыуы вәкилдәре араһында беренсе тапҡыр милли уйындар буйынса ҡышҡы бәйге уҙғарылды. Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында районда йәшәгән ырыу вәкилдәре, студенттар, уҡыусылар менән семинар үтте. Башҡорт милли уйындарын тергеҙеү, ырыу-ара ыңғай мөнәсәбәттәр булдырыу маҡсатында, Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты фонды директорына “Бәйге” милли уйындар проектын хуплап район хакимиәте башлығы исеменән хат әҙерләнде. Фонд директоры исеменә “Белермән өҫтәл уйындары" проектын яҡлап хат ебәрелде. Был проект башҡорт телен үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға, туған телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыуға йүнәлтелгән. Проект авторҙарының береһе - ҡаланың 21-се мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Баныу Астанова.
Күп кенә актив йәмәғәт эшмәкәрҙәре төрлө наградаларға эйә булды
“Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы башҡарылған эштәр, йәмәғәт башланғысындағы әүҙемлек өсөн район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, район ҡоролтайы рәйесе Эльза Мөхәмәҙиева, Олойылға ауылы мәктәбе директоры Гөлнар Мәсәлимова, Ишле ауылы хакимиәте башлығы Фәнис Данъянов, ҡоролтай менән бергә уңышлы хеҙмәттәшлек иткән өсөн күп кенә ойошма-учреждениелар Рәсәй Дәүләт Йыйылышының, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың, Хөкүмәттең, Мәғариф, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтарының Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Йәш быуын араһында фәнгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, уға булған ҡарашты асыҡлау маҡсатында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән мәктәп уҡыусылары араһында һораулама ойошторолдо. Унда Инйәрҙең өс мәктәбенең, башҡорт гимназияһының, лицей-интернаттың, Сермән, Абҙаҡ, Мәхмүт, Шығай, Үткәл, Манышты, Үҙәнбаш, Асы, Берештамаҡ, Ғәбдөк мәктәптәренән VIII-XI класта уҡыған 600-ҙән ашыу бала ҡатнашты. Сибай ҡалаһында, Бөрйән районында уҙған “Рухи майҙан” сараларында ла ҡатнашыу мөмкинлеге тейҙе.
Башҡорт телен заманса итеү, уны үҫтереүгә арналған сараға - ғалим-этнолог, юрист, хоҡуҡ һаҡлау органдары ветераны, философия фәндәре кандидаты Зәкирйән Әминев, филология фәндәре докторы, профессор, йәмәғәт эшмәкәре Луиза Сәмситова һәм данлыҡлы яҡташыбыҙ, балетмейстер, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов саҡырылды. Ғөмүмән, йыл аҙағына тиклем әллә күпме саралар планлаштырылған. Уларҙың барыһы ла милли мөхитебеҙҙе үҫтереүгә, телебеҙҙе һаҡлауға, тарихыбыҙға һөйөү уятыуға, арҙаҡлы, абруйлы милләттәштәребеҙҙең исемен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА, Белорет район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, йәмәғәт лидеры:
- Халҡыбыҙҙың оло йыйыны – VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына өмөт ҙур. Ҡорҙа милләтебеҙҙе борсоған көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелер, уларҙы хәл итеү юлдары уртаға һалып тикшерелер һәм аныҡ һөҙөмтәләргә өлгәшелер, тип ышанам. Тырыш, егәрле, һәм иң мөһиме, заман менән бергә атлаған милләттәштәребеҙ ҡоролтай ағзаһы булып тора. Шуға күрә лә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы биргән бар мөмкинлектәрҙе дөрөҫ файҙаланып, артабанғы үҫеш өсөн бергәләп эшләрбеҙ, Белорет башҡорттарының әүҙемлеген, рухын бар республикаға танытырбыҙ. Девиз да "Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!" тип атала. Берҙәмлек, уртаҡ көс менән уңыштар яуларға беҙҙең бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Бары тик ошо девизға тоғро булырға ғына кәрәк! 12-14 декабрҙә республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөлә үтәсәк ҙур сараға - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезына барған Иҙел башы делегаттарын тәбрик итәм һәм ҡоролтайҙа уңышлы эш теләйем.