Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2024, 11:55

"Һәр мөмкинлек уларға ярҙамға йүнәлтелергә тейеш"

Ҡатын-ҡыҙҙар йыш ҡына хәрби көстәргә булышлыҡ итеүҙә, айырыуса тылда, мөһим роль уйнай. Уларҙың өлөшө ирекмәнлек итеү, гуманитар ярҙам йыйыу һәм ебәреү, яугир ғаиләһенә мораль ярҙам күрһәтеү, төрлө сараларҙы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ҡатнашыу кеүек төрлө бурыстарға ҡайтып ҡала. Бындай эш күп ваҡыт, көс һәм фиҙаҡәрлек талап итә, тылдағы ҡатын-ҡыҙҙар фронттағыларҙың рухын күтәреүҙә һәм кәрәкле ресурстар менән тәьмин итеүҙә ҙур өлөш индерә.

"Һәр мөмкинлек уларға ярҙамға йүнәлтелергә тейеш"
"Һәр мөмкинлек уларға ярҙамға йүнәлтелергә тейеш"

 “Егеттәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтәбеҙ. Республикала булған һәр мөмкинлек уларға ярҙамға йүнәлтелергә тейеш. Махсус хәрби операция – беҙгә берләшергә ярҙам итеүсе ауыр һынау.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы – бөгөн төп кеше. Республика яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләргә тейеш һәм эшләйәсәк” – тигәйне Башҡортостан Башлығы тура бәйләнеш мәлендә.

Эйе, "Бөтәһе лә Еңеү өсөн..." лозунгыһы аҫтында барыбыҙ ҙа хәлебеҙҙең килгәндең һәр береһен эшләргә тырышабыҙ. Бына Иҙел башында бер төркөм ирекмәндәр яугирҙарға киптерелгән аштар әҙерләп ебәрәсәк. Ирекмәндәрҙең күпселек өлөшөн Хөсәйен ауылының уңған апайҙары, еңгә-килендәре тәшкил итә. Әүҙем йәмәғәтселәр Гөлгенә Бадалова, Айгөл Вәлиева Мейәстә киптерелгән аштар әҙерләү буйынса тәжрибә уртаҡлашып, шунда уҡ электр йәшелсә киптергесе лә һатып алып, ирекмәндәрҙе бер ергә туплап, берҙәм эшкә тотондо. Ҡаланың ҡайһы бер эшҡыуарҙары ярҙамында йәшелсә йыйылды һәм хөсәйендәргә алып барып бирелде лә инде.

Сөгөлдөр, кишер, картуф, кәбеҫтә, йәшел тәмләткестәр... Щи, рассольник кеүек аштар өйҙә бешерелгәндәренән бер нимәһе менән дә айырылмай. Ҡәҙимге щи ашынан бер генә айырма - һәр ингредиент айырым киптерелә. Бөтә аштарҙы Хөсәйендең ҡатын-ҡыҙҙары фронттағы яугирҙарға әҙерләй. Улар бындай ауыр осорҙа ярҙамдың мөһимлеген белә. Бер ерҙә йыйылып, улар ауыр шарттарҙа йылылыҡ менән ярҙам итеүсе еңел һәм туҡлыҡлы ризыҡ әҙерләү өсөн ниндәй ингредиенттар кәрәклеген тикшерә. Йәшелсәләрҙе ҡайнатып алғандан һуң, турап, махсус ҡорамалда киптерә. Барлыҡ ингредиенттар ҙа киптерелгәс, уларҙы тоҡсайҙарға һалып (һүрәттә), махсус хәрби операция зонаһына оҙатасаҡ. Бер ҡап киптерелгән аш уртаса 2 һалдат өсөн тәғәйен. Уны әҙерләр өсөн ҡайнар һыу ҡойоу ғына етә. Эш ҡатмарлы һәм күп ваҡыт талап итә.

Шуға ла ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар битараф булмаған һәр кемде изге эштә ҡатнашырға саҡыра.

6 ноябрҙә "Бөтә донъя ҡул эштәре көнө" билдәләнде, тип яҙа Сермәндән Рәмзиә Мамедова. "Оҫтабикәләр мөғжизәләр тыуҙырып, үҙ эштәре менән тирә-яҡтағыларҙы ҡыуандыра һәм башҡаларҙы ла яңы ижадҡа илһамландыра.

Ижади миҙгелдә "Сермән оҫталары" маскировка селтәрҙәре үрә башланы. Динис Исламов һәм Марат Сибәғәтов социаль-мәҙәни үҙәк бинаһында Альберт Иҫәнбаев биргән брустарҙан каркас эшләп ҡуйҙы. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Белорет ғибәҙәтханаһында оҫталыҡ дәрестәре үткән Лариса Иҫәнбаеваның башланғысында ауыл ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙар өсөн селтәрҙәр үреү эше яйға һалынған. Еңеүҙе яҡынайтыу, яугирҙарға тыуған яҡтарына тиҙерәк ҡайтыу теләге менән янғандар селтәр үрергә мәҙәниәт усағына йыш йыйыла.

"Сермән оҫталары" бер нисә тапҡыр гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашты: өй һалмаһы, окоп шәмдәре, яугирҙарға посылкалар оҙатты. Клубта гуманитар ярҙам ҡабул итеү пункты ла ойошторолған, һәр теләгән кеше дөйөм Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерә ала. Резеда Ғәлиәхмәтова, Гөлнур Ғәлиуллина, Алина Исрафилова, Лариса Иҫәнбаева, Динара Иҫәнбаева, Людмила Ҡорбанғәлина, Әлфиә Мәғәфүрова, Шәүрә Низаметдинова, Вәсилә Суфиянова, Фирҙәүес Таипова, Роза Яҡуповаларға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ", - тигән автор.

Манышты ауылының иң әүҙем ағинәйҙәренең береһе Гөлсирә Байрамғәлинаның улы Денис та махсус хәрби операция зонаһынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып китте. Ауыл оҫтабикәләре уға ике кейеҙ билбау, йөн ойоҡбаш һәм бейәләй, ыҫланған ҡорот биреп ебәрҙе.

Тиҙерәк һуғыш бөтһөн, донъялар тынысланһын, Денис һәм башҡа яугирҙар иҫән-һау ғаиләләренә әйләнеп ҡайтһын, тип Гөлсирә Мырҙагилде ҡыҙы яҡын туғандарын, күршеләрен, ауылдаштарҙы һәм ағинәйҙәрҙе ҡорбан ашына йыйҙы.

Сосновка уңғандары эшләгән окопшәмдәренең сираттағы партияһы ла махсус хәрби операция зонаһындағы егеттәргә ебәрелгән.

"Уларҙы әҙерләү өсөн матди ярҙамкүрһәткән ауыл халҡына һәм, әлбиттә, "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзаларына рәхмәтлебеҙ. Ауыл ағинәйҙәре ике йылдан ашыу яугирҙарға ярҙамитеү менән мәшғүл. Окоп шәмдәре эшләйҙәр, ойоҡбаш бәйләйҙәр һәм хәрби операция зонаһына кәрәкле әйберҙәр килтерәләр. Шулай уҡ Рәзифә Һибәтуллинаға (бер нисә пар бирсәткә бәйләне) һәм Таңһылыу Сизикинаға (шәмдәр яһауҙа ярҙам итте) ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Шулай уҡ мәҙәниәт усағында ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан “Яҡут"позывнойлы яугир менән осрашыу үтте. Осрашыуҙа “Ағинәй" ойошма ағзалары һәм клуб хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.  Яугирға үҙебеҙ бәйләгән йөн бирсәткәләр һәм ойоҡбаштар тапшырҙыҡ. Йөн менән Олеся Йәнйегетова тәьмин итте.

Шулай уҡ уның аша фронтҡа ике йәшник окоп шәмдәре, 15 браслет һәм башҡа яугирҙарға бүләктәр ебәрҙек. Осрашыу дуҫтарса мөхиттә үтте. "Яҡут" та бүләктәргә шат булды, ярҙам итеүселәргә, шулай уҡ беҙгә былтыр ебәргән сәксәк өсөн рәхмәт әйтте (тәм-томдар менән посылка нәҡ уларға эләкте). Башҡарған эшебеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү ҡыуаныслы. Осрашыу аҙағында уға ныҡлы һаулыҡ, уңыштар һәм, иң мөһиме, Еңеү теләйбеҙ", - ти апайҙар.

Ғәбдөктән Рәүфә Айытбаева ла изге ғәмәлдәре тураһында яҙа. "Биш маскировка селтәре, браслеттар үреп, бик күп окоп шәмдәре эшләп, ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләнек. Оҙаҡламай оҙатырбыҙ, Алла бирһә", тигән.

Айгөл ВӘЛИЕВА, “Перспектива” Төбәк үҫеше фонды һәм “GOLDFOND” төбәк-ара эшҡыуарҙар берләшмәһе клубы  версияһы буйынса “Йыл кешеһе -2024” еңеүсеһе, йәмәғәт лидеры.

- Уларҙың ҡатнашлығы - сыҙамлыҡ, берҙәмлек һәм ауыр хәлдәрҙә ярҙам итергә ынтылыш өлгөһө. Илебеҙ тыныслығы һағында тороусыларға ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙың күп булыуы ҡыуаныслы. Бөтәһе лә - фронт, бөтәһе лә дөйөм Еңеү өсөн, ир-азаматтарҙың тиҙерәк тыуған йорттарына иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуы өсөн эшләнелә был изге ғәмәлдәр. Ауыл апай-инәйҙәре йөн ойоҡ-бирсәткәләр, башалтайҙар, балаклавалар бәйләй, кейеҙ билбауҙар баҫа, маскировка селтәрҙәре, браслеттар үрә, тыуған яҡ ризығын һәм башҡа күп төрлө ярҙам саралары әҙерләп, яугирҙарға оҙата.Ҡатын-ҡыҙҙар был эштең мөһимлеген белә, һәм улар уны хәстәр менән башҡара, шулай итеп, ҡәҙерле яҡлаусылары яңғыҙ түгеллеген тоя.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: