Эшҡыуар өсөн был “утрау” форматындағы тәүге сауҙа нөктәһе. Магазинды асыу Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү корпорацияһы һәм “Пятерочка” сауҙа селтәре ярҙамында үтте.
Етештереүселәр менән магазиндар араһындағы хеҙмәттәшлек барыбыҙ өсөн дә ҙур файҙа килтерә. Беренсенән, ул кешеләргә сифатлы аҙыҡ-түлек алырға ярҙам итә. Етештереүселәр өсөн был күберәк һатырға һәм даими һатып алыусылар йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Ә сауҙа селтәрҙәре өсөн был урындағы һәм уникаль аҙыҡ-түлекте лә индереп, төрлө тауарҙар тәҡдим итеү мөмкинлеге, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев.
Александра Симонова предприятиеһы Белоретта урынлашҡан ғаилә производствоһы. Ул 2012 йылдан ярымфабрикаттар, быҡтырылған ит һәм колбаса продукцияһы етештереү менән шөғөлләнә. Етештереүҙә Белорет һәм Учалы райондары фермер хужалыҡтарының иттәре ҡулланыла. Өйҙә әҙерләү технологияһын һаҡлап ҡалыу өсөн предприятие заманса ҡорамалдар ҡулланып изделиелар етештерә.
Бөтә продукция дәүләт стандарттары буйынса, консерванттар, яһалма буяуҙар, хуш еҫле матдәләр ҡушмайынса һәм даими рәүештә сифат тикшерелеүе менән сығарыла. Ассортиментында 30-ҙан ашыу төр бар: билмән, манты, кәтлит, чебурек, төрлө ҡоймаҡтар, колбаса, сосиски, быҡтырылған ит, бутҡалар һәм ит деликатестары.
"Фермер утрауы”нда эшҡыуарҙың продукцияһы ғына түгел, ә республикалағы башҡа етештереүселәрҙең продукцияһы ла һатыла: сыр, үҫемлек майы, сәй, үлән эсемлектәре һәм башҡалар. “Фермер утрауы” һатып алыусыларҙы Өфө ҡалаһы, Октябрь Революцияһы, 27 Б. адресы буйынса көтә.
Фото: Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы сайтынан.