Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2024, 14:49

Ҡоролтайҙан ҡот алып

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезынан һуң урындағы ҡоролтай ағзалары йәнә ҡорға йыйылды. 

Ҡоролтайҙан ҡот алып
Ҡоролтайҙан ҡот алып

12-14 декабрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә уҙған олуғ сара йәһәтенән фекер алышыу, съезда күтәрелгән көнүҙәк проблемаларҙы, ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы киң йәмәғәтселеккә еткереү, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы программаларын ғәмәлгә ашырыу, бурыстарҙы билдәләү, тәьҫораттар менән бүлешеү һәм башҡа  маҡсаттарҙы күҙаллаған ултырышта мәртәбәле ҡунаҡтар - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәнова ҡатнашты.

Йыйылыш райондың “Иҙел башы” халыҡ ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Дамир Хәсәнов) башҡарыуында башҡорт халыҡ көйө - “Урал” менән асылды. Район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Эльза Мөхәмәҙиева ултырыштың көн тәртибен билдәләгәндән һуң, һүҙ ҡунаҡтарға тапшырылды.

Эльвира Айытҡолова ҡорға йыйылыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сығышы, VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төп ҡарарҙары  менән таныштырҙы. Ул Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау һәм милли символды спекулянтлыҡтан һаҡлау, туған телде үҫтереү, мәғлүмәт һуғышына ҡаршы тороу, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү ише мәсьәләләрҙе билдәләп, илдәге тарихи ваҡиғалар барышында милли ойошмалар алдында торған мөһим бурыстарҙы һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Илебеҙ үтә ҡатмарлы осор кисерә. Беҙҙең бурыс - берҙәмлекте, татыулыҡты һаҡлау, йәмғиәтте тарҡатырға, ыҙғыш тыуҙырырға маташыусыларға ҡаршы тороу. Был геосәйәси ысынбарлыҡ һәм заман хәүеф-хәтәрҙәре ваҡытында башҡорт халҡы үҙ лидерҙары: Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тирәләй берләшкән. Һуңғы биш йылда төбәктә туған телде, мәҙәниәтте, тарихты, йолаларҙы һаҡлау, тергеҙеү өсөн бихисап эштәр башҡарылды. Башҡорт телен, милли мәҙәниәтте үҫтереү, популярлаштырыу өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләргә тейешбеҙ, - тине Эльвира Ринат ҡыҙы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе шулай уҡ урындағы башҡорт ҡоролтайы эшмәкәрлегенә күберәк инициативалы, дәртле милләттәштәрҙе йәлеп итергә, уларҙың ярҙамын кире ҡаҡмаҫҡа, туризмды, милли брендтарҙы үҫтереү йәһәтенән әүҙем эш алып барырға саҡырҙы. “Белорет - курорт-ҡала, шуға ла беҙҙең активистарҙың бурысы - туристарҙы ла үҙебеҙҙең бай мәҙәниәт менән таныштырыу. Әйткәндәй, күптән түгел Белоретта асылған милли кухня һәм “Башҡорт өйө” шәхси музейы - быға яҡшы миҫал”, - тип билдәләне ул.  

 Эльза Мөхәмәҙиева үҙ сығышында район-ҡала башҡорттары ҡоролтайының эшмәкәрлек йүнәлештәрен, йыллыҡ эш һөҙөмтәләрен барланы.

- Белорет районы һәм ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге лә, төп ойошманың маҡсаттарына, талаптарына ярашлы, халҡыбыҙҙың үҙаңын, туған телде үҫтереүгә, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауға, мәҙәниәтте, тарихты түкмәй-сәсмәй киләсәк быуынға тапшырыуға йүнәлтелгән. Бынан тыш, сит өлкәлә йәшәгән милләттәштәр менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу, башҡорт ырыуҙары, йәштәр һәм балалар ҡоролтайҙары эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, “Айыҡ ауыл”, “Атайсал” һәм башҡа республика проекттарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән ҙур эш алып барыла. Тырыш, егәрле, иң мөһиме, заман менән бергә атлаған райондаштарыбыҙ ҡоролтай ағзаһы булып тора. Шуға ла VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡуйған барлыҡ бурыс-маҡсаттарҙы ғәмәлләштереү өҫтөндә артабан да берҙәм эшләрбеҙ, - тине урындағы ҡоролтай рәйесе.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезына Иҙел башынан һигеҙ делегат барҙы. Улар мәҙәниәт, тарих, демография, мәғариф, йәштәр һәм эшҡыуарлыҡ секциялары эштәрендә ҡатнашты. Мәртәбәле йыйындан милләттәштәребеҙҙең һәммәһе лә рух күтәренкелеге, дәрт-дарман, бай тәьҫораттар менән ҡайтҡан.

- Съезға бик ҙур өмөттәр бағлап барҙым. Мине иң ныҡ шатландырғаны - ҡоролтай делегаттары араһында йәштәрҙең булыуы. Уларҙың киң фекер йөрөтөүе, ҡыйыу сығыш яһауы, ысынлап та, киләсәккә ҙур ышаныс тыуҙырҙы. Башҡа тарафтарҙан килгән милләттәштәр ҙә сараға мәртәбә өҫтәне. Пермь, Свердловск, Иркутск, Әстерхан өлкәләренән, Яҡут-Саха Республикаһынан, Камчатканан килгән делегаттарҙың үҙ ҡоролтайҙарын булдырып, телде үҫтереү, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау буйынса бихисап эштәр атҡарыуы, әлбиттә, оло баһаға лайыҡ.

Съездың секцион өлөшөндә демография, һаулыҡ һаҡлау йүнәлешендә ҡатнаштым. Аралашыу бик фәһемле булды. Республикаға йәштәребеҙҙе ҡайтарыу, уларға йәшәү, эшләү, белем алыу өсөн тейешле шарттар булдырыу,   шулай уҡ вахта ысулы менән ситтә эшләргә мәжбүр булған ир-егеттәрҙе лә төбәктә хеҙмәт урындары менән тәьмин итеү, йәш һәм күп балалы ғаиләләргә иғтибар бүлеү ише тәҡдимдәр, минеңсә, бик урынлы яңғыраны. Был йәһәттән  Хәйбулла районындағы эшмәкәрлек йүнәлешен өлгө итеп алырға мөмкин. Бында “Айыҡ ҡатын”, “Шәп егет”, “Ете ҡыҙ” проекттары уңышлы эшләп килә. Беҙгә лә ошо юҫыҡта эш алып барыу, хәмер ҡолона әүерелгән ҡатын-ҡыҙҙарға, ишле ғаиләләргә ярҙам ҡулы һуҙыу зарурилыр, тим, - тип үҙ тәьҫораттары, фекерҙәре менән уртаҡлашты VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, медицина хеҙмәткәре Лилиә Сибәғәтова.

Залдағыларҙың йәштәр сәйәсәтенә, ырыу йыйындарына ҡағылышлы һорауҙарына төплө яуап ишеттергәндән һуң, ҡоролтай ағзалары яҡын киләсәккә бурыс-маҡсаттар ҡуйҙы. Киләһе йылдың ғинуар айында район-ҡала башҡорттарын йәнә ҙур ҡорға йыйып, урындағы ойошма составын киңәйтергә, яңы йүнәлештәр билдәләргә ҡарар ителде.

 

Автор: Нэркэс Сулейманова
Читайте нас