- Азат Салауат улы, эште ниҙән башланығыҙ һәм, тәү сиратта, нимәгә иғтибар иттегеҙ?
- Вазифаға март аҙағы - апрель башында тәғәйенләндем. Был ваҡытҡа район бюджеты - хакимиәттең төп документы - формалашҡан ине, шуға күрә ваҡиғалар ағышына тулы кимәлдә йоғонто яһай алманым: тыңлауҙар үткән, ниндәйҙер эштәр планлаштырылған. Мин, кем әйтмешләй, хәрәкәт иткән поезға һикереп ултырҙым.
Иң элек районды күҙҙән уҙғарырға кәрәк ине. Шуны аңлау мөһим: әгәр муниципалитет өсөн яуаплы икәнһең, тимәк, барлыҡ тораҡ пункттарҙы йөрөп сығырға, биләмәләрҙең сиктәрен һәм торошон, юлдарҙы, инфраструктураны баһалау зарур. Эште бына шунан башланым - бөтә ауыл хакимиәттәрен байҡап сыҡтым.
Белорет районы ғәйәт ҙур, ҡайҙалыр барып ҡайтыуға биш-алты сәғәт ваҡыт сарыф ителә. Прокуратура күрһәтмәләре, суд ҡарарҙары булған төпкөл урындарға барырға тырыштым. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең район бойороҡ һәм суд ҡарарҙары йәһәтенән уникаль. Дөйөм сумма 750 миллион һум тәшкил итә! Республиканың бер районында ла бындай хәлдең булғаны юҡ. Эйе, мәсьәләне ыңғай хәл итеү мөһим, ә уның өсөн аҡса кәрәк. Был ситуацияның халыҡтың тормошона ла йоғонто яһауын аңлайым. Күҙәтеү органдары яғынан йөкләмә ғәйәт ҙур, тик мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн бюджет тәьминәте етмәй.
Ҡалала эште төп объекттар менән танышыуҙан башланым. Минеңсә, иң тәүҙә йәшәйеште тәьмин итеү системаһын көйләргә кәрәк - был төп функция. Һуңынан бөгөнгө көндә киҫкен торған мәсьәләне хәл итеүгә ҡушылдым, ул да булһа - махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙға, уларҙың ғаиләләренә, яҡындарына ярҙам итеү, гуманитар ылауҙар ойоштороу. Һәм, әлбиттә, һәләк булған һалдаттарҙың әсәләре, туғандары, балалары тураһында хәстәрлек күрергә кәрәк. Был йүнәлештәр беренсе сиратта ҡаралды.
- Көнкүреш мәсьәләләр урынынан ҡуҙғалдымы?
- Республика Хөкүмәтенең күсмә ултырышында беҙ үҙ проблемаларыбыҙҙы асып һалдыҡ. Улар, башлыса, һәр ерҙәге кеүек үк, юлдар һәм коммуналь хеҙмәткә ҡағыла.
Республика тарафынан бүленгән өҫтәмә аҡсаға Ломовка, Тирлән юл участкалары, быуанан Точисский урамына тиклемге һәм шулай уҡ Туғанлыҡ, Чапаев урамдары участкалары төҙөкләндерелде. Ҡағы яғына, Әүжән һәм Сермәнгә тиклем юлдарҙың соҡорҙары ямалды. Бынан тыш, райондың иң төпкөл ауылдарының береһе - Баҡыйға юл ипкә килтерелде. Ҡалала соҡорҙарҙы ямау эштәре башҡарылды, Ҡаҫмаҡты юлы төҙөкләндерелде.
Районда бөтәһе 210 күпер бар, уларҙың 7-һе авария хәлендә. Быйыл Асы, Исмаҡайҙа (береһе ауылға табан юлда, икенсеһе - Исмаҡай эсендә), Николаевка ауыл хакимиәтенә ҡараған Үрге Арша ауылында күперҙәр төҙөкләндерелде. Мөхәмәт ауылына табан юлда күпер эшләнде. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, эш алға бара.
Быйыл ҡырағай хайуандарға ҡағылышлы ҡатмарлыҡтар булды. Экология министрлығы белгестәре, һунарсылар ярҙамында был эш тиҙ үк төйнәлде. Бынан тыш көнкүреш мәсьәләләр ҙә, мәҫәлән, берәҙәк эттәргә бәйле проблемалар, хәл ителә. Улар өсөн өҫтәмә аҡса бүленде.
Йәшәйеште тәьмин итеү объекттарына килгәндә, минеңсә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа ҡалдыҡ принцип буйынса ҡарау дөрөҫ түгел. Был иң ҡатмарлы һәм күп ваҡыт талап иткән йүнәлештәрҙең береһе, ул махсус белем һәм оҫталыҡ, тәжрибә һәм етештереү мәҙәниәтен талап итә.
Ауыл хакимиәте башлыҡтары иғтибарҙы, тәү сиратта, һыу менән тәьмин итеүгә һәм селтәрҙәрҙең торошона йүнәлтте. Йыш ҡына был проблемаларҙы хәл итеүҙе башлыҡтар үҙ иңенә ала. Әммә, беренсенән, был уларҙың вәкәләте түгел, инженер селтәрҙәрен махсус ойошмалар ҡарарға бурыслы. Улар кәрәгенсә һыу менән тәьмин итергә, тарифтарҙы билдәләргә, халыҡ менән эш алып барырға тейеш. Ауыл биләмәләрендә быларҙың береһе лә юлға һалынмаған.
Беҙ селтәрҙәрҙе район хакимиәте балансына ҡабул итеп, уларҙы "Водоканал"ға тапшыра башланыҡ. Хәҙер квалификациялы "Водоканал" бригадаһы тораҡ пункттарға барып, аварияны бөтөрөү, селтәрҙәрҙе яңыртыу буйынса эштәр алып бара. Мин был ҡарашты дөрөҫ тип иҫәпләйем, һәм ауыл хакимиәте башлыҡтары ла быны хуплай. Халыҡҡа ҡулланылған һыу өсөн ваҡытында түләргә кәрәклекте генә аңлатырға ҡалды. Әлеге мәлдә һыу менән тәьмин итеү схемаларын раҫлау һәм тарифтар билдәләү буйынса эштәр алып барыла.
Йылылыҡ менән тәьмин итеү - Белоретта иң киҫкен проблемаларҙың береһе. Йылылыҡты һүндереү осраҡтары, "Белорет йылылыҡ селтәрҙәре"нең бурысы тураһында бөтәһе лә белә. Эйе, селтәрҙәр тейешле кимәлдә тотолмаған, һөҙөмтәлә бөгөнгө көндә даими рәүештә өҙөклөктәр, авариялар булып тора. Әйтергә кәрәк, 2021 йылдан алып Белорет селтәрҙәрен һәм йылылыҡ схемаһын модернизациялау буйынса ҙур эш башҡарылған, яңы ҡаҙанлыҡтар сафҡа индерелгән, элек етди сәбәптәр арҡаһында ҡаланың күп өлөшөн йылыһыҙ ҡалдырған 13 километр оҙонлоҡтағы магистраль йылылыҡ менән тәьмин итеү схемаһынан алып ташланған.
Әле республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы менән эш алып барыла, Башҡортостан Башлығы рәйеслегендә ҡаланы йылылыҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән кәңәшмә үткәреү планлаштырыла. Мәсьәлә махсус контролгә алынған.
- Махсус хәрби операция зонаһына сәфәрҙәрегеҙ тураһында һөйләгеҙ әле.
- Апрель айында гуманитар ылау оҙатҡанда, мин яңы эш башлап ҡына тора инем, район менән танышырға, эшкә өйрәнергә кәрәк ине. Июнь айында иһә үҙебеҙҙең егеттәр менән бергә юлландыҡ, бик ҙур - 15 тонна самаһы - гуманитар йөк тупланыҡ. Бөтә фронт һыҙығын үтеп, бәйләнештәрҙе яйға һалдыҡ, яугирҙарыбыҙға бихисап посылкалар алып барҙыҡ.
Киләһе сәфәр сентябрҙә булды. Әлбиттә, картина үҙгәргән ине: ғәскәрҙәр алға бара, блокпостар кәмей, егеттәр ҙә, дислокацияланған урындарҙан сығып, тотош фронт һыҙығы буйлап хәрәкәт итә. Шуға күрә беҙ яңы маршруттар төҙөнөк.
Ноябрҙә өсөнсө гуманитар ылау юлға сыҡты. Мин ул мәлдә уҡыуҙа инем. Егеттәр ҡайтҡас, был сәфәрҙең хәҙер күпкә хәүефлерәк булыуын, беҙҙең колоннаны хатта дрон ҡыуып етеүен һөйләнеләр. Әлдә үҙҙәре менән "Булат" тип аталған һаҡлағыс ҡоролма булған, ул пилотһыҙ осоу аппаратының барлығын билдәләгән. Сәғәтенә 140 саҡрым тиҙлек менән хәрәкәт иткәндәр - тик шул рәүешле генә дрондарҙан ҡасырға мөмкин. Аллаға шөкөр, барыһы ла яҡшы тамамланған. Әммә Красный Лучта беҙ ҡунып сыҡҡан өйҙөң эргәһендәге йортто, был командировканан һуң бер нисә аҙна үткәс, бомбаға тотҡандар. Гуманитар йөктө ҙур сауҙа комплексында - "Сигма" базаһында ҡалдыра инек. Һуңынан уның да бомбаға тотолғанлығы мәғлүм булды.
Хакимиәттән гуманитар ылау менән Михаил Посаженников йөрөй, ул хәҙер Запорожье, Донецк, Луганск өлкәләрен үҙ яғы кеүек белә. Водитель Игорь Лопухов командировкаларҙа егерменән ашыу булды. Егеттәр үҙ эшенә бик яуаплы ҡарай, юлда йоҡламайҙар тиерлек, машиналарҙы, маршруттарҙы алдан әҙерләйҙәр. Ҙур рәхмәт уларға! Хәрбиҙәребеҙгә ярҙам күрһәткән Белорет районы халҡына ла, яугирҙарға ла сикһеҙ рәхмәт белдерәм. Һалдаттар беҙҙе шатланып ҡаршы ала, ҡуныр урын хәстәрләй, өйҙәренән хәбәр көтә. Тәьмин итеү, аҙыҡ түлек менән проблемалары юҡ - бының өсөн яҡындарына борсолмаҫҡа мөмкин. Әлбиттә, бөтә яугирҙарыбыҙҙың иҫән-һау һәм еңеү менән өйҙәренә ҡайтыуын теләйбеҙ. Беҙ уларҙы көтәбеҙ. Әйткәндәй, киләһе гуманитар конвойҙы февралгә планлаштырғанбыҙ.
- Тораҡ пункттарҙы зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү нисек бара?
- Дөйөм алғанда, тораҡ пункттарҙың яҡынса 30 проценты газ менән тәьмин ителгән. Был ҡатмарлы рельеф һәм тәбиғи-климат шарттар, ауылдарҙың бер- береһенән һәм газ магистралдәренән алыҫ урынлашыуы менән аңлатыла.
Һуңғы биш йыл эсендә, газ үткәреү программаһына ярашлы, ҙур эш башҡарылды. Быйыл 60 саҡрымлыҡ Сермән - Ишле - Тукан - Егәҙе газ үткәргесе файҙаланыуға тапшырылды. Икенсе участка: Сосновка - Рысыҡай - Үткәл - Шығай - Хөсәйен - Үҙәнбаш. Газ үткәргестең оҙонлоғо яҡынса 45 км тәшкил итә.
Эштәр, әлбиттә, ҡалды: тораҡ пункттарҙа газ торбалары һалынған, ҡулланыусы абоненттарҙы тоташтырырға кәрәк. Ҡаһарман, Бирҙеғол, Николаевка, Йөйәк яҡтарында ла газ үтеүен көтәләр. Бында эштәр бихисап әле.
- Ниндәй проектты тормошҡа ашырыуҙы иң һөҙөмтәле һәм мөһим тип иҫәпләйһегеҙ?
- Беҙ күп тармаҡтар һәм йүнәлештәр буйынса эшләйбеҙ. Туризм йәһәтенән план бар. Туристик инфраструктураны үҫтереү өсөн яраҡлы объекттарҙы тергеҙеү күҙаллана. “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты ғәмәлләшә, уға ярашлы “Белореттың туристик коды” проекты өҫтөндә эшләйбеҙ. Ҡалала туристик-мәғлүмәт үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Ошондай уҡ үҙәктәрҙе Абҙаҡ, Тимер юл, Асы ауылдарында төҙөү планлаштырыла. Махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләрендә туристик селтәрҙе үҫтерергә теләйбеҙ. Эште Айғырҙан башланыҡ.
Сәнәғәт тураһында. Эшҡыуарлыҡ әүҙем үҫешә. Теләк барҙа, мөмкинлек табыла! Мәҫәлән, "Урал пружина заводы" ҡеүәтен арттыра. Яңы производстволар асыла, завод төҙөү планлаштырыла. Беҙ быны хуплайбыҙ ғына. "Стальпром" яңы машиналар сығарырға, производствоны үҫтерергә ниәтләй. "Башлес"ты һатып алған "Амерус" компанияһы ағас әҙерләү һәм эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү буйынса пландар тәҡдим итә.
Әлбиттә, район һәр йәһәттән үҫешергә тейеш. Шул саҡта ғына инвестициялар, производство буласаҡ, һалым керемдәре, бюджет тулыланасаҡ. Беҙ һәммәһе өсөн дә асыҡ, бөтә майҙансыҡтарҙа ҡатнашабыҙ. Мәҫәлән, “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестһабантуйында барлыҡ сараларҙа ҡатнаштыҡ; республика форумдарында яңы бәйләнештәр булдырып, сәнәғәтте үҫтереү өсөн районға инвесторҙарҙы йәлеп итергә тырышабыҙ.
- Райондың яҡты киләсәгенә ышанаһығыҙмы?
- Әлбиттә, ышанам. Бының өсөн миңә генә түгел, ә бөтә хакимиәт командаһына, район халҡына, предприятиеларға бик күп эшләргә кәрәк.
Белорет ҡалаһы һәм районы ҙур потенциалға эйә. Беҙҙә файҙалы ҡаҙылмалар, әлегәсә тикшерелмәгән ерҙәр, бөтә донъяла ҙур ихтыяж тыуҙырыр материалдар күп. Яҡты киләсәк өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
- Эшегеҙҙең ниндәй һөҙөмтәһен еңеү тип һанайһығыҙ? Ә нимә айырыуса борсолоу тыуҙыра?
- Әгәр социаль, мәҙәни һәм спорт өлкәләрендә яҡшы эшләгән учреждениелар күп булһа, хужалыҡ тәьминәтендә бындай предприятиелар ҡалмаған. Шул сәбәпле ҡаланың тышҡы йөҙө, территорияларҙы, юлдарҙы тәртиптә тотоу, минеңсә, заман талаптарына яуап бирмәй.
Муниципалитет алдында торған бурыстарҙы үтәгән муниципаль предприятие булдырыуҙы ваҡытында ҡабул ҡылынған мөһим ҡарарҙарҙың береһе тип иҫәпләйем. Предприятие эшселәре ярҙамында Үҙән, Ҡаһарман, Шығай ауылдарында юлдар түшәлде, күперҙәр төҙөкләндерелде. Улар шулай уҡ социаль объекттарҙың йылытыу системаларын, ҡыйыҡтарын, ҡаҙанлыҡтарын йүнәтә. Бындай ойошма байтаҡ йылдар булмаған, беҙ уның эшен тергеҙҙек.
Ҡалала яңы зыярат өсөн майҙансыҡ әҙерләйбеҙ. Күп эштәр өсөн республика ҡаҙнаһынан да, урындағы бюджеттан да финанслау юҡ. Әммә ләкин үҙ ойошмаң бар икән, хужалыҡ ысулы менән эш башларға ла мөмкин. Көнкүреш мәсьәләләрҙе (туҡталыштарҙы ремонтлау, ҡойманы иретеп-йәбештереү, нимәнелер тәртипкә килтереү) беҙ тиҙ һәм сифатлы башҡарырға тейешбеҙ. Йылдар буйы көтөргә, ә аҙаҡ һатыуҙар ойошторорға, аҡса эҙләргә, акттар яҙырға кәрәкмәй. Эшләргә кәрәк!
Сәнәғәт предприятиеларының, төп һалым түләүселәрҙең, һатыу күләменең кәмеүе борсоуға һала. Заказдарҙың булмауы табыштың кәмеүенә, хеҙмәткәрҙәр һанының ҡыҫҡартылыуына сәбәп. Ахыр сиктә быларҙың барыһы ла һалым керемдәренә һәм бюджет тәьминәтенә йоғонто яһай. Дөйөм алғанда, 2026 йылға бюджет бик сикле буласаҡ.
Финанс планда ла, ҡала һәм районда инфраструктураның туҙыуы йәһәтенән дә ауыр осорҙа эшләргә тура килә. Кешеләрҙең әхлаҡи-психологик торошо ла борсоуға һала. Барыбыҙ ҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар, ирҙәрен, атайҙарын, улдарын юғалтҡан ғаиләләр өсөн көйәләнәбеҙ. Махсус хәрби операцияның маҡсаты тормошҡа ашып, тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыр, ил һаҡсылары иҫән-һау өйҙәренә әйләнеп ҡайтыр, тип ышанабыҙ.
- Ғаиләгеҙ Белорет районын нисек баһаланы?
- Ҡатыным Инйәр ауылынан, Белорет районының тәбиғәтен яратам, ти, ул. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, ул шул урынды тыуған районы менән сағыштыра. Балаларға ла бындағы тәбиғәт һәләк оҡшай. Шуға ла был тарафта туризмды үҫтереү мөһим.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләбеҙ менән сәйәхәт итеү өсөн буш ваҡыт юҡ әлегә. Өфөгә барғанда һәм ҡайтҡанда ғына тәбиғәт күренештәре менән ләззәтләнәбеҙ. Шулай ҙа, ныҡлап төпләнгәс, тәбиғәткә сығырға, һис шикһеҙ, ваҡыт табырбыҙ, тим.
- Яңы йылда район халҡына ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
- Барыбыҙға ла тыныс күк йөҙө, именлек теләйем. Был - иң мөһиме. Һәммәһенә лә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, рух ныҡлығы, илһам, шатлыҡлы мәлдәр насип булһын.
Әңгәмәне район хакимиәтенең
мәғлүмәт-аналитик бүлеге әҙерләне.