Рәсәйҙә - Ватанды һаҡлаусылар, Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылын тантаналы асып, ҡышҡы спорт уйындары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ауылдаштар хөрмәтенә арналды.
Әзекәй ауыл хакимиәте башлығы Нажия Вәлиева ҡышҡы спорт уйындарын тантаналы асып, командаларҙың һәр береһенең еңеп сығыу өсөн бөтә мөмкинлектәре булыуын, бының өсөн иң мөһиме - теләк һәм ынтылыш ҡына кәрәклеген билдәләп үтте. Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлағандан һуң, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға гуманитар ярҙам ойоштороуҙа һәм йыйыуҙа булышлыҡ иткән Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Эдуард Зәбировҡа район Советының һәм Боғанаҡтан Рим Минихановҡа Әзекәй ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Ҡунаҡтар - мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин, Белорет район Советы депутаты, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Ранис Алтынбаев йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотлап, ярыштарҙа ҡатнашыусыларға уңыштар һәм еңеүҙәр теләне.
Күпбәйгелә ҡатнашҡан өс команда ла күп һынауҙар аша үтте. Командалар халҡыбыҙҙың борондан килгән суҡмар ырғытыу, уҡ менән атыу, арҡан тартышыу, тартыш кеүек уйындарҙа көс һынашты. Аҙналылар уҡтарын сәпкә төҙөрәк тейҙереп, мәрәйҙәр йыйһа, тартышта Ҡоҙғон-Әхмәр командаһы етеҙерәк булып сыҡты. Ә боғанаҡтар иһә башҡа уйын төрөндә беренселекте бирмәне.
Күпбәйгенең финал эстафетаһында берҙәмлектә - көс икәнен күрһәтергә кәрәк ине. Өс команда ла берҙәм, ҡыйыу һәм дәртле булыуҙарын күрһәтте, һәр береһе еңеүгә ынтылды. Ә көйәрмәндәр ярышта ҡатнашыусыларҙы хуплап, дәртләндереп торҙо.
Эстафетаның беренсе этабы - саңғы уҙышында Алмас Малыбаев Ҡоҙғон-Әхмәр командаһын тәүге метрҙарҙан уҡ алға сығарҙы. Санала уҙышыу, турникта тартылыу, өс спортсының бер саңғыға баҫып йүгереүе, бесән төгөн тәгәрәтеү, командаларҙың бүрәнәне ҡармап ерҙән тартылыуы, һуңынан уны ҡул бысҡыһы менән түмәрҙәргә бысып, утынға ярыу кеүек этаптар “һә” тигәнсә үтеп тә китте. Ярылған утындарҙан Z хәрефен һалыу - күпбәйгенең һуңғы этабы булды.
Шулай итеп, дөйөм һөҙөмтәләр буйынса ҡоҙғон-әхмәрҙәр беренсе урынғасыҡты. Боғанаҡ командаһы - икенсе, аҙналылар өсөнсө булды. Еңеүсе командалар Почет грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде. Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Алмас Малыбаев, Аҙналынан Сынтимер Лоҡманов, Радмир Таһиров, Ғәфүр Изиков, Боғанаҡтан Петр Семавин, Сергей Исаев этаптарҙа иң көслөһө, мәргәне, етеҙе булды һәм министр урынбаҫары Ринат Ғайсин, В.И. Лениндың Йорт-музейы директоры Хәлил Хәмзин, “Торатау” конгрес-холл директоры урынбаҫары Ранис Алтынбаевтар әҙерләгән матур бүләктәр менән билдәләнде. Олоһонан алып кесеһенә тиклем бергә йыйған ҡышҡы спорт ярыштары уйын-көлкө, яҡшы кәйеф, сәм һәм дәрт менән үтеп китте. Ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары әҙерләгән өҫтәлдә самауырҙар ҡайнап торҙо,тәмле һалдат бутҡаһы ла бешеп өлгөрҙө.
Ҡоҙғон-Әхмәр мәҙәниәт йортохеҙмәткәрҙәре спорт байрамын ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ярҙам иткән ауыл депутаты Рәшит Сафуановҡа,уҡ менән атыуҙы ойошторған, оҫталыҡ дәресе күрһәткән Илзиә һәм Ринат Мөхсиновтарға, ауыл апайҙарына рәхмәтен еткерә.
Автор фотолары.