Төрлө быуын кешеләрендә тарихи-мәҙәни мираҫҡа һаҡсыл ҡараш, илһөйәрлек рухын, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе тәрбиәләү, үҙешмәкәр ижадты үҫтереү кеүек мөһим маҡсаттарҙы күҙаллаған күләмле сара быйыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылын асыуға бағышланды.
Неонацизмға ҡаршы күтәрелгән замана геройҙарының, шулай уҡ төрлө тарихи осорҙа Ватан өсөн көрәшкән атай-олатайҙарҙың ҡаһарманлығына, Еңеүҙе яҡынайтҡан тыл хеҙмәтсәндәренең фиҙаҡәрлегенә дан йырлаған мәртәбәле фестивалде тәбрикләп, райондың мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ольга Овчинникова, район Мәҙәниәт йорто директоры вазифаһын башҡарыусы Анна Котлярова иң изге теләктәрен еткерҙеләр. Улар үҙ сығыштарында хәрби-патриотик йырҙар арҡылы рухи ҡиммәттәрҙе, ватансылыҡ тойғоһон үҫтерергә булышлыҡ иткән сараның әһәмиәтлелеген билдәләне.
Һәүәҫкәрҙәрҙең башҡарыу оҫталығын, һәләтен йыр сәнғәте өлкәһендә компетентлы райондаштарыбыҙ - жюри рәйесе, ҡала балалар музыка мәктәбенең вокал буйынса юғары категориялы уҡытыусыһы, халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Татьяна Воробьева, ҡала Мәҙәниәт һарайының “Алтынай” халыҡ вокаль ансамбле етәксеһе Луиза Мөхитдинова, Ломовка күп тармаҡлы ауыл клубы мөдире, Валерий Чернов исемендәге ”Раздолье” казак йыры халыҡ ансамбле етәксеһе Ангелина Пантелеева баһаланы.
Илһөйәрлек, берҙәмлек рухы менән һуғарылған конкурс илебеҙ тарихындағы иң мөһим, шанлы ваҡиғаларҙың музыкаль йылъяҙмаһын сағылдырҙы. Улар аша конкурсанттар тыуған илен, атайсалын данланы, яуҙа һәләк булғандарҙың, еңеү менән ҡайтҡандарҙың ҡаһарманлығына мәҙхиә йырланы.
Һис шикһеҙ, тәрән хис-тойғолар арҡылы тыуған бындай йырҙарҙы күңелдән уҙғармай, кисермәй тороп, тыңлаусыға еткереү мөмкин түгел. Был йәһәттән айырыуса тәжрибәле һәүәҫкәр йырсылар менән бер рәттән сәхнәгә сығырға йөрьәт иткән йәш конкурсанттарҙың башҡарыу оҫталығына хайран ҡалырлыҡ. Мәҫәлән, Белорет педагогия колледжы студенты Баныу Ғафарованың “Май айы” (“Месяц май”), Абҙаҡ мәҙәниәт йортонан Аделина Ғүмәрованың “Кире ҡайт” (“Возвращайся”), Екатерина Кудряшованың “Донбасс беҙҙең артта” (“Донбасс за нами”), Ботай ауыл клубынан Алина Ирғәлинаның “Әсә тураһында баллада”(“Баллада о матери”) йырҙары бер кемде лә тетрәндермәй ҡалмағандыр.
Ғөмүмән, йылдан-йыл йөкмәткелерәк, сағыуыраҡ була барған сара төйәгебеҙҙең таланттарға ғәйәт бай булыуын, үҙешмәкәр ижади коллективтарҙың, һәүәҫкәр солистарҙың үҫеш юлында булыуын тағы бер ҡат раҫланы.
Баһалама комиссияһы ҡарары буйынса, “Февраль бураны” III район фестиваль-конкурсының “Халыҡ исемен йөрөткән ансамблдәр ” номинацияһында Инйәр район Мәҙәниәт йортоноң “Россияночка” халыҡ вокаль ансамбле (етәксеһе Потапова О.Н.) - III, Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе Хажина З.У.) - II, Инйәр район Мәҙәниәт йортоноң “Тау шишмәһе” халыҡ вокаль ансамбле (етәксеһе Сәлихова Д.Р.) I дәрәжә Дипломдарға лайыҡ булдылар.
25 һәм унан өлкән йәш категорияһындағы “Ансамблдәр” номинацияһында сығыш яһаусы үҙешмәкәр коллективтарҙан Сосновка күп тармаҡлы ауыл клубының “Миләш” триоһы (етәксеһе Баһаутдинова Н.Р.) - III, Тирлән ауыл мәҙәниәт йортоноң”Ағиҙел” вокаль ансамбле (етәксеһе Евстигнеева О.Ю.), Хөсәйен ауыл мәҙәниәт йортоноң “Аҡ нур” дуэты (етәксеһе Төхвәтуллина Г.М.) - II, Үрге Әүжән ауыл мәҙәниәт йортоноң “Авзянские ребята” ирҙәр вокаль ансамбле (етәксеһе Серегин В.П.) I дәрәжә Дипломдар менән бүләкләнделәр.
18 йәштән 24 йәшкә тиклемге яңғыҙ башҡарыусылар араһында Алексей Денисов (Үрге Әүжән), Баныу Ғәфәрова (Белорет) - III, Аделина Ғүмәрова (Абҙаҡ) - II, Екатерина Кудряшова (Сосновка) I дәрәжә Дипломдар менән билдәләнделәр.
25 һәм унан өлкән йәштәге солистар араһында Ҡәдир Ғәлиуллин (Шығай), Линар Сәйәхов һәм “Урал” рок-төркөмө (Белорет) - III, Дилбәр Рәхмәтова (Шығай), Айгөл Килмөхәмәтова (Белорет), Нәркәс Баһаутдинова (Сосновка) - II, Сафура Абдрахманова (Сермән), Алина Ирғәлина (Ботай) I дәрәжә Дипломдарға лайыҡ булдылар.
Белорет ҡалаһынан талантлы йырсы Гүзәл Мостафина “Февраль бураны” III район фестиваль-конкурсының махус призына эйә булһа, проекттың иң юғары баһаһы - Гран-при менән Үрге Әүжән ауыл мәҙәниәт йортоноң “Печки-лавочки” рус йыры ансамбле (етәксеһе Серегина Г.М.) нарыҡланды. Улар башҡарған “Тыуған ил” (“Родина”) йыры тәрәнлеге, аһәңлелеге менән генә түгел, ә һәр кемдә Ватаны өсөн ғорурлыҡ, илһөйәрлек тойғоларын уятыр эске ҡеүәте менән таң ҡалдырҙы.