Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙы иҫкә алыу, алғы һыҙыҡтағы яҡташтарҙың, һәләк булған батырҙарҙың ҡаһарманлығын хәтерҙә тотоу маҡсатында мәктәптәрҙә төрлө саралар - дәрестәр, ветерандар менән осрашыуҙар, күргәҙмәләр һәм митингылар, спорт саралары үткәрелә. Шундайҙарҙың береһе Түбәнге Телмәй ауылында тыуып үҫкән, 2025 йылдың 2 ғинуарында махсус хәрби операция биләмәһендә, хәрби бурысын үтәгәндә, батырҙарса һәләк булған хәрби Буранбай Яздановҡа арналды. Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар - "Ете ҡыҙ" республика ойошмаһы етәксеһе Ләйсән Рабданова, муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәнова һәм мәғариф идаралығы начальнигы Ильмира Копытова ҡатнашты.
Район хәрби-спорт ярышында Белорет ҡала лицей-интернаты, Сермән, Шығай, Йөйәк, Асы, Манышты, Инйәрҙең 1-се, 2-се һәм 3-сө мәктәптәренең VII-IX класс уҡыусыларынан торған көслө һәм рухлы командалар бөтәһе 8 этапты үтеп, физик әҙерлеген, зирәклеген һәм белемен һынаны. Йәш быуынды Ватанды һөйөү рухында тәрбиәләү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм яугирҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатын ҡуйған ярыштар "Сәләмләү", "Батырҙар йыры", "Сәләмәт батырҙар", "Аҙашмаған батыр", "Көслө һәм сос батырҙар", "Батырҙар эстафетаһы", "Ҡораллы батырҙар" һәм "Башҡорт эҙәрмәне" кеүек этаптарҙан торҙо. Яугирҙың ата-әсәһе, апайы һәм уның ғаиләһе, тормош иптәше Анелия Зарипова, дуҫы Фәнис Әхмәтшин сараның төп бағыусылары булды. Хәрби-спорт уйындарында яугирҙың яҡындары башҡорт мәктәбенә тирмә ябыуы бүләк итте.
Район хәрби-спорт ярышында I урынға шайморатовсылар класынан төҙөлгән Инйәрҙең 2-се мәктәбе командаһы сыҡты. Уларҙың еңеүе - команданың тырышлығы, ныҡышмалығы һәм юғары әҙерлек һөҙөмтәһе. II урынды - ҡала лицей-интернаты,III урынды Инйәрҙең 1-се һәм Манышты мәктәптәре командаларыяуланы. Был командалар ҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте һәм призлы урындарға лайыҡ булды. Башҡа мәктәп командалары ла бүләкһеҙ ҡалманы. Улар "Илһөйәрлек","Телһөйәрлек", "Еңеүгә ынтылыш"һәм "Спорт ҡаҙаныштары" номинацияларында бүләкләнде. Был номинациялар командаларҙың патриотик рухын, башҡорт теленә һөйөүен,еңеүгә ынтылышын һәм спорттағы уңыштарын билдәләне.
Хәрби-спорт ярышында башҡорт милли уйыны - "Алтын ашыҡ" буйынса оҫталыҡ дәресе лә күрһәтелде. 2026 йылда район мәктәптәре араһында үтәсәк был чемпионатнәҡ Инйәрҙең 2-се мәктәбендә үтеүе лә белем усағына мәртәбә һәм ышаныс ҡына өҫтәй. Был милли мәҙәниәтебеҙҙе һәм башҡорт телен пропагандалауҙа ҙур ҡаҙаныш. Мәктәптең тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Асия Йосопова уҡыусыларға айырым оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе. Сара йәш быуынға Ватанды һөйөүҙең, башҡорттелен белеүҙең һәм батырлыҡтың ни тиклем мөһим икәнлеген иҫбатланы!
Сарала ҡатнашыусылар үҙ көсөнһынап ҡына ҡалманы, ә бер-береһе менән аралашып, дуҫлашып,яңы белемдәр алды. Киләсәктә лә ошондайсаралар йәштәрҙең рухиһәм физик үҫешенә булышлыҡ итер, типышанабыҙ. Район хәрби-спорт ярышын ябыу тантанаһында Рафаэль Фәхретдиновтың "Ай-һай, Салауат" йырын башҡарыуы һәр кемдең күңелендә ватансылыҡ хистәрен уятты. Ватанды һаҡлаусылар йылына, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, башҡорт телен пропагандалауға һәм Буранбай Салауат улының яҡты иҫтәлегенә арналған район хәрби-спорт ярышы юғары кимәлдә үтте.
Зөлхизә ЙОСОПОВА,
Инйәрҙең 2-се мәктәбеуҡыусыһы.