Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
23 Октябрь 2018, 14:29

Үҫеш стратегиялары тикшерелде

Илдең социаль-иҡтисади үҫеше халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыуҙа, лайыҡлы киләсәк булдырыуҙа мөһим роль уйнаған етди өлкәләрҙең береһе. Уның тотороҡлолоғона йәшәйешебеҙҙең нигеҙе, ныҡлығы бәйләнгән. Район һәм ҡаланың ошо йүнәлештә башҡарылған эштәре, киләсәккә пландары менән танышыу маҡсатында ҡалаға республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков, территориялар үҫеше буйынса «Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы» йәмғиәте директоры Илгиз Каршанов килде.

Улар муниципаль район хакимиәте йортонда райондың социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын әҙерләү мәсьәләләре буйынса уҙғарылған кәңәшмәлә ҡатнашты. Кәңәшмәлә муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов ошо йылдың 9 айының социальиҡтисади үҫеш һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Хакимиәт башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Ирина Ручкина 2017-2030 йылдарға социаль-үҫеш стратегияһының актуалләшеүен, уның Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының үҫеш йүнәлештәренән сығып, ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү талабын билдәләне. “Райондың төп стратегик маҡсаты - халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыуға булышлыҡ иткән ыңғай һәм тотороҡло үҙгәрештәр булдырыу. Бының өсөн, тәү сиратта, бер төрлөлөктән ҡасып, альтернатив үҫеш юлдары һәм райондағы төп предприятиелар менән бәйле булмаған эш урындары булдырыу, инвестициялар күләмен арттырыу, муниципаль район һәм ауыл хакимиәттәре бюджетының килемен күтәреү, демографик хәлде яҡшыртыу мәсьәләләрен хәл итеү мөһим”, - тине сығышында Ирина Ручкина. Кәңәшмә барышында Сергей Новиков райондың социальиҡтисади үҫешендәге һөҙөмтәләрҙе ыңғай яҡтан билдәләне.
Артабан министр Белорет металлургия комбинатының 2-се канат цехының яңы участкаһына барҙы һәм импортҡа алмаш инвестицион проектына ярашлы күп сүсле канат етештереү ҡорамалын ҡараны. Комбинат был проектты РФ Сәнәғәт үҫеш фонды һәм Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамы менән тормошҡа ашыра. Яңы ҡорамал сафҡа индерелгәс, предприятие күп сүсле канат етештерә башлаясаҡ. Был продукцияның полимер ҡатламлыһы импортты алмаштыра, юғары ныҡлыҡта һәм оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән. Был канаттар нефть-газ сығарыу тармағында, күперҙәр төҙөүҙә һәм суднолар эшләүҙә киң файҙаланыла. Сергей Новиков «Ҡорос сым-канат производствоһын модернизациялау» проектын тормошҡа ашырыу барышы менән дә танышты.
Белорет металлургия комбинатынан һуң барыһы ла ҙур реконструкция эштәре барған «Металлург» стадионына килде. Стадион «Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 объект» проектына ярашлы реконструкциялана. Был проект өс йылға иҫәпләнгән. Уға ярашлы, иң тәүҙә «Дельфин» бассейны һәм грекрим көрәше залында капиталь ремонт яһалды. Әлеге ваҡытта физкультураһауыҡ-тырыу комплексында ҙур эштәр бара, саңғы-роллер трассаһына һәм хоккей майҙансығына асфальт түшәләсәк, футбол майҙанында, стадиондың тышҡы инженер-коммуникацияларында эштәр аҙағына яҡынлаша. Реконструкция эштәре аҙағына еткәс, бында Рәсәй кимәлендәге төрлө ярыштар уҙғарыласаҡ.
Сергей Новиков эш сәфәре аҙағында Яңы Абҙаҡ ауылына барҙы һәм «Абҙаҡ» тау саңғыһы базаһында Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестицион проектының тормошҡа ашырылыу барышы менән яҡындан танышты. Проектҡа ярашлы, бында 4 кешегә иҫәпләнгән канат күтәргестәр ҡорола.
Читайте нас: