Төбәктә “Башҡортостан Республикаһында төҙөлөш комплексын һәм архитектураны үҫтереү” дәүләт программаһы сабыйы тыуған йәш ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында ҡабул ителә. Түләү суммаһы торлаҡ хаҡын тулыһынса ҡапламай, әммә ипотека, ташламалы кредит биреү программаһы ярҙамында йорт һатып алыу мөмкинлеген бирә. Былтыр һатып алынған йорттары өсөн сумманың бер өлөшөн ҡайтарыу буйынса социаль түләүҙәр төрөндәге ярҙамды 2,5 млн. һумға 10 йәш ғаилә алды. Әлеге көндә программаға ярашлы социаль түләүҙәр алырға теләүселәр исемлегендә 8 ғаилә тора. Социаль түләүҙең күләме ғаилә ағзалары һаны буйынса иҫәпләнә.
Хакимиәттә үткән тантаналы сарала 6 йәш ғаилә, бала тыуыу буйынса “Башҡортостан Республикаһында төҙөлөш комплексын һәм архитектураны үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы, алдан һатып алынған, әлеге ваҡытта төҙөлөүсе торлаҡҡа киткән сығымдарҙы ҡаплатыу өсөн 2 млн. 371 мең һум күләмендә аҡса - социаль түләүҙәр алды.
Ғаиләләргә таныҡлыҡтарҙы район хакимиәте башлығы Владислав Миронов тапшырҙы. Владислав Геннадьевич бәхетле таныҡлыҡ хужаларын шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотланы, балаларын йылы ғаилә мөхитендә тәрбиәләүҙәрен, үҫтереүҙәрен теләне.
- Бөгөн һеҙҙең ғаиләләрегеҙ байрамы, был ваҡиғаны ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алдығыҙ. Ниһайәт, ҡулығыҙҙа социаль түләүҙәргә таныҡлыҡ. Һәр кем үҙ йортонда, фатирында йәшәргә хыяллана, әммә бөгөн һәр кемдең йорт һатып алыу мөмкинлеге юҡ. Айырыуса йәш ғаиләләргә ҡыйынға тура килә. Уларға дәүләтебеҙ ярҙамға килергә әҙер. Бының менән генә туҡтап ҡалмаясаҡбыҙ. Ғаиләгә ауыр һәм ҡыуаныслы минуттарында ярҙам итеү ҡаланың һәм һәр кешенең изге бурысы. Һеҙҙең бөгөнгө именлегегеҙ - ҡала үҫешенең һәм сәскә атыуының иртәгәһе, - тине хакимиәт башлығы.
Социаль түләүгә таныҡлыҡ алған Элиза Мирасова ла шатлығын йәшермәне. “Был көндө 5 йыл көттөк. Ниһайәт, уй-теләгебеҙҙе ғаиләм менән тормошҡа ашырасаҡбыҙ. Ғаилә ҡаҙнаһына ҙур ярҙам булды. Бының өсөн район хакимиәтенә бик рәхмәтлебеҙ”, - тине Элиза Радик ҡыҙы.