Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
9 Ноябрь 2018, 13:56

Уртаҡ мәсьәләләрҙе - бергәләп

Әлеге ваҡытта райондың 14 муниципаль берәмегендә етди һәм ҡыҙыу эш бара. Улар дәүләт программаларын ваҡытында уңышлы файҙаланып, ниндәйҙер уртаҡ проблемаларын хәл итеү маҡсаты менән яна. Шул йәһәттән, ауыл хакимиәттәре халыҡ менән осрашыуҙар ойоштора, бергәләп кәңәш ҡора, фекер алыша. Шуныһы ҡыуаныслы, ауылының киләсәген уйлаған, лайыҡлы һәм матур тормош булдырырға тырышҡан, бер һүҙҙәш булған ауылдаштар күп әле.

Туҡан ауылы халҡы ла тағы бер тапҡыр ҡорға йыйылды. Улар быйыл өсөнсө тапҡыр урындағы инициативаларға ярҙам итеү программаһында ҡатнашып, ауылдарындағы үҙәк юлға капиталь ремонт яһарға ниәтләнә. А.Матросов урамындағы был участка ауылдың социаль әһәмиәткә эйә булған юл ѳлѳшѳ. Нәҡ ошо юл эргәһендә дауахана, хакимиәт, мәктәп, дарыухана, мәҙәниәт йорто, алты магазин һәм автобус туҡталҡаһы урынлашҡан. Шул арҡала бында халыҡ ағымы ла, транспорт хәрәкәте лә кѳслѳ. Был урында айырым һуҡмаҡ булмағанлыҡтан, йәйәүлеләр машиналар йѳрѳгән юлдан атларға мәжбүр. Күптән ремонт талап ителгән юлдан йѳрѳгән автомобилдәр ҙә соҡорсаҡырҙы, йәйәүлеләрҙе урап үтеп, ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм шуның менән юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла, тәү сиратта, балалар һәм ололар Уртаҡ мәсьәләләрҙе - бергәләп ғүмеренә хәүеф тыуҙыра. Туҡандар өсөн дәүләт программаһында ҡатнашыу «тәүге ҡоймаҡ» түгел, сөнки улар ике йыл рәттән ошо конкурс буйынса һыу үткәреү системаларына капиталь ремонт яһарға өлгөргән дә инде. Программа ярҙамында 2017 йылда 820 метр, 2018 йылда 600 метр һыу үткәргес ремонтланған. Эште Инйәрҙең “4А и Ко”, Белореттың “Акватерм” подряд ойошмалары башҡарған. Был юлы ла ауылдаштар дөйөм проблеманан ситтә ҡалманы, йыйылышҡа йөҙгә яҡын кеше килде. Ауыл хакимиәте башлығы Әлфиә Фәтих ҡыҙы Сәмиғуллина тағы бер тапҡыр “Урындағы инициативаларға ярҙам итеү” программаһы шарттары, уның ярҙамында ниндәй проблемалар хәл ителеүе менән таныштырғас, муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары, финанс идаралығы начальнигы Әминә Тимербай ҡыҙы Зиятдинова ошо конкурс буйынса дөйөм мәғлүмәт биреп, конкурс талаптарының йылдан-йыл ҡәтғиләшеүен белдерҙе. Шулай ҙа туҡандар быйыл да был проектта ҡатнашырға тауыш бирҙе. Юл ремонтлауҙың проект сметаһы 1 млн.15 мең һум. Был сумманың 700 мең һумы - республика, 105 мең һумы район бюджетынан бүленәсәк. Ә инде 105 мең һумды халыҡ үҙе, тағы ла 105 мең һумды бағыусылар йыясаҡ. Йыйылышта ҡатнашыусылар бағыусыларҙан 5-шәр мең һум, ә һәр йорттан 500-әр һум йыйырға тип хәл итте. Шунда уҡ 9 кешенән торған инициатив төркөм төҙөлдө, һайлап ҡуйған ышаныслы кешеләр аҡса йыйып, уның маҡсатҡа ярашлы файҙаланыуын контролдә тотасаҡ. Туҡанда бөтәһе 320 өй, 250 фатир бар. Йыйылған аҡса артып ҡалған осраҡта, уны артабан ниндәй маҡсатта ҡулланыу ѳсѳн айырым йыйылыш уҙғарыласаҡ.
Башланған эш - бөткән эш, тиҙәр. Туҡандарҙың был ниәте лә бер ҡаршылыҡһыҙ уңышлы тормошҡа ашыр, балаларҙың үҙ ауылдарында тигеҙ һәм хәүефһеҙ юлдар булыуын теләп төшөргән һүрәттәре, пластилиндан эшләгән композициялары ла ысынбарлыҡҡа әүерелер тигән ышаныс ҙур.
Читайте нас: