Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
13 Ноябрь 2018, 17:45

Яңы биҫтәгә - уңайлыҡтар

Ҡасан ғына әле ҡаланың Мата аръяғы-2 биҫтәһендә тәүге йортҡа нигеҙ һалынғайны, тәүге урам барлыҡҡа килеп, йорттарға зәңгәр яғыулыҡ индерелгәйне. Бөгөн биҫтә үҫкәндәнүҫә бара, әлеге ваҡытта бында бөтәһе 13 урам бар.

Шәхси торлаҡ төҙөү өсөн 227 ер участкаһы ҡуртымға бирелгән. Торлаҡҡа мохтаждар категорияһына ингән, инвалид бала тәрбиәләгән һәм күп балалы 38 ғаилә бушлай ер алған. Ә инде 133 ер участкаһы аукцион аша һатылған. «Башҡортостан Республикаһының торлаҡ төҙөлөшө фонды» дәүләт унитар предприятиеһы менән 60 ер участкаһына ҡуртым килешеүе төҙөлгән, 22 ер участкаһында төҙөлөп бөтөлмәгән объекттар урынлашҡан. Бынан тыш, 14 ер участкаһында фонд тарафынан төҙөлөп, рәсмиләштерелгән йорттар буйынса ҡуртым килешеүе юҡҡа сығарылған. Мата аръяғы-2 биҫтәһе төҙөлөшөнөң генераль планы буйынса бында 2 дөйөм белем биреү мәктәбе төҙөү ҡаралған. Мәктәптәрҙең береһе 600 балаға иҫәпләнеп, бассейн менән, ә икенсеһе 250 урынлыҡ буласаҡ. Шулай уҡ 85 һәм 80 балаға иҫәпләнгән 4 балалар баҡсаһы, көнөнә 150 кеше ҡабул итәсәк поликлиника, 2 сауҙа-көнкүреш, 1 физкультура-һауыҡтырыу комплекстары төҙөү ҙә ҡаралған. Тағы ла үҙ эсенә клуб биналары, тренажер залдары, йыуыу, химик таҙартыу, ҡабул итеү пункттарын алған хеҙмәтләндереү блоктарын асыу ҙа планға индерелгән. Әлеге ваҡытта биҫтәлә 477 кеше йәшәй, планға ярашлы, Яңы биҫтәгә - уңайлыҡтар был һан 5058 кешегә етәсәк. Архитектура бүлегенән 440 кешегә төҙөлөшкә рөхсәт бирелгән. 126 йорт төҙөлөп бөтөп, рәсмиләштерелгән. Бөгөн биҫтәләге бөтә урамдар ҙа зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин ителгән, йәғни, аныҡлабыраҡ әйткәндә 19,1 саҡрым ергә 29,1 млн. һумлыҡ газ индерелгән. Шулай уҡ, дөйөм алғанда 20 саҡрымлыҡ электр линиялары һуҙылып, уларҙы хеҙмәтләндереү өсөн 5 трансформатор подстанцияһы төҙөлгән. Был йәһәттән эштәр туҡтамай дауам итә, әлеге ваҡытта ҡала хакимиәте биҫтәләге урамдарҙы яҡтыртыу буйынса проектсмета документтарын әҙерләй. Документҡа ярашлы, биҫтәне электр уты менән тәьмин итеү өсөн 10 331 345,42 һум аҡса талап ителә.
Әлбиттә, юлһыҙ, һыуһыҙ тормошто күҙ алдына ла килтереп булмай. Биҫтәлә йәшәгән ғаиләләрҙең иң көнүҙәк мәсьәләһе был, сөнки бигерәк тә яҙғы-көҙгө бысраҡтарҙа, ҡышҡы бурандарҙа урамдан үтерлек түгел. Шуға ла, 20 саҡрымдан ашыу юл төҙөү планға индерелгән маҡсаттарҙың береһе лә инде. Дәүләт экспертизаһы үткән проект-смета документтарына ярашлы, биҫтәлә автомобиль юлдарын төҙөү 36 млн. һумға төшә.
2008 йылдан 2012 йылға тиклем Мата аръяғы-2 биҫтәһен һыу менән тәьмин итеү эштәре башҡарылды. Был объектта һыу үткәргес оҙонлоғо 5153, м. тәшкил итә. Объект төҙөлөшө 7 421 112,00 һумға иҫәпләнә. Урамдарҙа һыу үткәргестәрҙе төҙөп бөткәс, унда йәшәүселәрҙең үҙ иҫәбенә кәрәкле документтар эшләнеп, һыу йорттарға ла үткәрелә башлай. 2012 йылдың декабренән бөгөнгә тиклем урамдағы һыу селтәренә 75 йорт тоташҡан. Уртаҡ селтәргә ҡушылған һыу үткәргестәрҙең дөйөм оҙонлоғо 2 466 м.
Урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеү йәһәтенән 15,5 саҡрым оҙонлоғондағы үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү һәм 14,5 оҙонлоғондағы һыу бүлеү системаһын төҙөү өсөн проект-смета документтарының хаҡы билдәләнгән. Уның хаҡы 17 005, 724 мең тип баһалана.
Быйыл ошо биҫтә аша үткән Киров урамында 4 автобус туҡталҡаһы булдырылған, шуларҙың икеһе автобус павильоны менән. Әлеге ваҡытта биҫтәгә ике маршрут ҡаралған, әммә уларҙың береһе әлегә хеҙмәтләндерелмәй, мәсьәләне хәл итеү юлдары эҙләнә. Шуныһын да әйтеп китергә кәрәк, Мата аръяғындағы юлдар торошон, муниципаль райондың 2018 йылғы контрактына ярашлы, «Башспецстрой» йәмғиәте хеҙмәтләндерә.
Ошо көндәрҙә муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов Мата аръяғы-2 биҫтәһендә йәшәгән халыҡ менән осрашты. Ул осрашыуға килгәндәрҙе биҫтәнең үҫеш планы, башҡарылған эштәр, киләсәккә пландар менән таныштырҙы. Биҫтәлә йәшәүселәр үҙҙәре өсөн көнүҙәк булған мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Проблемаларҙың күбеһе урамдарҙы яҡтыртыуға, һыу үткәреүгә, юл төҙөүгә ҡағылды. Бында йәшәгән халыҡ әлегә бары тик газ менән генә тулыһынса тәьмин ителгән. Әңгәмәләшеү барышында һыуға ҡағылышлы ҡайһы бер һорауҙарҙы урында хәл итеү яйы сыҡты. Ҙур сығымдар талап иткән, башҡа мәсьәләләрҙең үтәлешен хакимиәт башлығы үҙ контроленә алды.
Читайте нас: